Нағыштарҙа – милли асыл
Шишмә районынан Анжела Ғәзизова:
«Коллекциямдың төп йәме – сигеү. Башҡорттарҙың тормошонда был ысул менән биҙәлгән әйберҙәр күп булған. Һәр нағыш халыҡтың фәлсәфәүи, әхлаҡи ҡарашын, зауығын сағылдыра. Бар сәнғәт төрө кеүек, сигеү төрҙәре лә камиллаша – традицион биҙәктәргә яңы мотивтар өҫтәлә. Әлеге сумкаларҙа мин ғәҙәти биҙәктәрҙе үҙемсә тәҡрарларға, уларға яңы һулыш өрөргә теләнем. Сәнғәт әҫәреләй юғары зауыҡлы, ниндәйҙер ҡиммәткә эйә нәфис, ҡабатланмаҫ әйберҙәр тыуҙырыу – ниәтем».
Туймазы ҡалаһынан Зөлфиә Краснова:
«Ғаилә менән республикабыҙ буйлап сәйәхәт иткәндә, Башҡортостаныбыҙҙы лайыҡлы күрһәтерлек сувенир әйберҙәрҙең аҙ икәнлегенә иғтибар иттем. Был өлкәлә үҙемдең дә өлөшөмдө өҫтәр өсөн, башҡорт биҙәге менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башланым. Ошо маҡсатта Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетының аспирантураһына уҡырға индем. Минең өсөн орнаменттың дөрөҫ һәм урынлы ҡулланылыуы мөһим.
Донъя йәме – балалар тыуыуын, мул тормошто һәм ғаилә бәхетен һынландырған бетеүҙе машинаға элеп ҡуйып була, ҡатын-ҡыҙ уны сумкаһына бәйләп йөрөтә ала, фотоаппарат кеүек әйберҙәргә лә беркетергә мөмкин. Муйынсаҡ, балдаҡ, алҡалар тәбиғи буҫтауҙан әҙерләнгән. Башҡорт биҙәктәрен күҙлек, телефон һалыу өсөн һауыттарҙа ла ҡулландым. Мендәрҙәр ҙә традицион булған төҫтәрҙә эшләнгән».
Теги: Милли биҙәк