«Гөл нурында ҡалды наҙҙары»
Межгорье ҡалаһынан Ләлә Ғәбделхаҡова:
«Апайым Гөлнур Мөхәмәт ҡыҙы гөлдәр үҫтерергә ярата. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, һаман металлургия комбинатында эшләүен дауам итә, сәскәләренә лә ваҡыт таба. Эре сәскәле глоксинияларҙың төрлө төҫтәгеләре күҙҙең яуын ала. Тупрағы кипкәс, йылы һыуҙы мул ғына ҡойғанды ярата улар. Ҡышҡылыҡҡа япраҡтарын ҡырҡып ванна аҫтына алып ҡуябыҙ. Оҙон һабаҡта күк сәскәлеһе – спрептокарпус та матурлығы менән ҡыуандыра.
Әсәйем Кәримә Әбдрәхим ҡыҙы ла гөлдәрҙе бар күңелен биреп үҫтерҙе. Һигеҙ бала тәрбиәләп, мал-тыуарын да тотоуға ҡарамаҫтан, тәҙрә төбө һайын гөл ултыра торғайны. Улары күбәйеп, һыймай башлаһа, ҡайһы береһен ташлайыҡ, тиһәк тә, һис ризалашманы. Шулай ғаилә ағзаларылай күреп үрсетте сәскәләрҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул быйыл ғына вафат булып ҡалды. Һуңғы көндәре беҙҙә үтте. Үҙе менән бергә гөлдәрен дә алып ҡайттыҡ. Улар хәҙер беҙҙең өйҙә, ҡәҙерлемдең иҫтәлеге булып, сәскәләргә күмелеп ултыра. Элек был шөғөлгә артыҡ иҫем китмәһә, хәҙер әсәйемдең гөлдәрен йәндәй күреп тәрбиәләйем, уларҙы күҙ ҡараһылай һаҡлайым...»
Теги: Өйөм йәме гөл генә