Фото төшөрөргә өйрәнәйек!

Редакциябыҙға әленән-әле хаттар килеп тора. Уҡыусыларыбыҙҙың һәр сәләменә ҡыуанабыҙ, ҡыҙығыраҡ күренгән хәбәрҙе баҫып сығарырға тырышабыҙ. Тик ҡайһы саҡ, сифаты бик түбән булыу сәбәпле, фоторәсемдәрҙе баҫмай ҡалырға мәжбүрбеҙ. Ысынында бик матур булған әйберҙәрҙең бар күркәмлеген журнал уҡыусыларыбыҙ менән бүлешке килә лә бит!..
Бөгөн, ҡәҙерле дуҫтарыбыҙ, ғәҙәти фотоаппарат менән рәсем яһау буйынса иң ябай кәңәштәрҙе иҫкә төшөрөп үтмәксебеҙ.


Фото эшләү өсөн иң уңайлыһы – еңелсә генә болотло көн. Һауа торошо ҡояшлы булғанда иртәнге йә киске сәғәттәр ҡулай. Төш мәлендә, ҡояштың бик юғары күтәрелгәнендә эшләнгән фоторәсемдә әйберҙәр кәрәгенән аныҡ булып сығыусан. Был осраҡта яҡтылыҡты ҡайтарыу, сағылдырыу өсөн артҡы яҡҡа аҡ туҡыма ҡуйырға мөмкин.
Фото төшөрөргә өйрәнәйек!
Яҡтылыҡ – уңыштың яртыһы. Фотоны ҡояшҡа, лампаға, тәҙрәгә, йәғни, яҡтылыҡ сығанағына ҡаршы төшөрөү кәрәкмәй, уның ҡараңғы сығыуы, хатта күрһәтергә теләгән нәмәнең күләгә кеүек кенә ҡалыуы бар. Был ысул махсус рәүештә ниндәйҙер силуэттар эшләгәндә генә ҡулай. Уңышлы фото өсөн яҡтылыҡ төшөрөүсенең артынан йә бер аҙ ситтәнерәк, өҫкө яҡтан төшөргә тейеш. Был бөтә төрлө фотоларға (натюрморт, портрет) ла ҡағыла.
Фото төшөрөргә өйрәнәйек!
Рәсемдә һеҙ күрһәтергә теләгән әйбер кадрҙың 2/3 өлөшөн алһын. Йыраҡ булһа, ул күренмәй, компьютерҙа яҡынайтҡан осраҡта ла сифаты юғала.
Фотоға төшөргәндә арттағы ерлек ҙур әһәмиәткә эйә. Иң яҡшыһы – уның асығыраҡ төҫтәге бер сағылышта булыуы. Күк, һоро, аҡ төҫлө баҙыҡ булмаған ерлектә әйберҙәр бар матурлығында күренеүсән. Тап килерлек бер ни ҙә табылмаһа, өҫтәлгә аҡһыл ашъяулыҡ йә ҡағыҙ йәйергә мөмкин. Шуны ла иҫәпкә алырға кәрәк: аҡһыл нәмәне – ҡарағусҡыл, ә ҡара төҫтәр өҫтөнлөк иткәнен аҡһыл ерлектә төшөрөү әйберҙәрҙе асығыраҡ күрһәтергә ярҙам итә. Артҡы пландағы артыҡ сағыу йә сыбар әйберҙәр иғтибарҙы ситкә йүнәлтә икәнен дә онотмағыҙ.

Фотоаппараттың төрлө режимында төшөрөп ҡарағыҙ. “Автомат”та эшләү уңайлы кеүек, әлбиттә, әммә төрлөсә “тәжрибә яһап” ҡарау һөҙөмтәһендә иҫ киткес гүзәл әҫәр килеп сығыуы бар бит!

Редакцияға электрон почта аша һалғанда фотоларҙы jpg форматында һаҡларға кәрәк. Документҡа күсергәндә рәсемдең сифаты юғала.

Фотоға төшөрөр алдынан фотоаппаратығыҙҙың объективын һөртөп алыу ҡамасауламаҫ. Саң, бармаҡ эҙҙәре тырышып ҡына ҡорған композицияғыҙҙы боҙоуы бар.

Кадрға үҙегеҙҙең күләгә эләкмәйме? Был – бик йыш осраған хата.
Күмәк кешене фотоға төшөргәс, таралышмай тороуҙарын үтенегеҙ. Береһенең дә күҙе йомолмағанмы, барыһы ла кадрға ингәнме – тиҙ генә ҡарап алығыҙ, кәрәк икән, яңынан төшөрөгөҙ.

Артыҡ ябай тойолған кәңәштәребеҙ – был шөғөлгә әле генә тотонғандар өсөн. Башлыса редакцияға килгән ҡул эштәренә, бәйгегә тәғәйенләнгән рәсемдәргә булған талаптарға таянып яҙылды улар. Фото төшөрөү мауыҡтыра, үҙенә йәлеп итә, һәр ижад төрө кеүек үк, эҙләнеүҙәрҙән һәм табыштарҙан ғибәрәт. Эҙләнегеҙ, дуҫтар, уңышлы эштәрегеҙҙе беҙгә лә күрһәтергә онотмағыҙ!



Теги: Фото Беҙҙең бәйгеләр




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook