Тултырҙыҡ... помидорҙы

Тултырҙыҡ... помидорҙы Быйылғы эҫе йәйҙә помидор айырыуса татлы булып беште, тип ҡыуана баҡсасылар. Ямғыр күп булмағас, был йәшелсәне серетә торған фитофтора ла артыҡ шашынманы... А, РР, К, Е, В төркөмө витаминдарына, фруктозаға, глюкозаға, минераль тоҙҙарға бай был йәшелсәнән төрлө һый-ниғмәт әҙерләп, ҡышҡылыҡҡа консервалап та була. Бөгөн һүҙебеҙ – помидорҙы тултырыу тураһында.
Һәр төрлө ит, балыҡ, йәшелсә, диңгеҙ аҙыҡтары, сыр, сәтләүек... Быларҙың барыһы менән дә томат тәмле була. Тултырып бешерелгән помидор өҫтәлдә үҙенсәлекле күренә, уны һалҡын килеш тә, йылы аш булараҡ та тәҡдим итергә мөмкин.


Тултырыр өсөн уртаса ҙурлыҡтағы итле помидорҙарҙы алалар. Өҫтөн ҡырҡып, балғалаҡ менән эсендәге йомшаҡ өлөшөн бушаталар. Шунан һуты һарҡһын өсөн «помидор һауыттарын» рәшәткәгә йә таҫтамалға түңкәреп ҡуялар. Ул арала эслеген әҙерләйҙәр.

Йәшелсәле помидор
8 помидорға 1 ҙур булмаған ташҡабаҡ, 1 баклажан, 2 баш һуған, 1 – 3 теш һарымһаҡ, 50 грамм сыр, 1 стакан һурпа йә һыу, ярты стакан ҡаймаҡ, 1 балғалаҡ томат соусы, тәменсә тоҙ, борос, үҫемлек майы кәрәк.
Помидорҙарҙы өҫтә яҙылғанса әҙерләйбеҙ, эсенә тоҙ һибәбеҙ.
Йәшелсәләрҙе йыуып әрсейбеҙ ҙә бәләкәс шаҡмаҡтарға турайбыҙ.
Майлы табала һуғанды үтә күренмәле булғансы ҡыҙҙырабыҙ, помидорҙың эсенән алынған йомшағын һалабыҙ. Бер нисә минуттан баклажан менән ташҡабаҡты өҫтәйбеҙ ҙә әҙер булғансы быҡтырабыҙ. Тоҙ, тәмләткестәр, иҙелгән һарымһаҡ ҡушып болғатабыҙ.
Эслекте помидорға тултырабыҙ, һәр береһенең өҫтөн берәр киҫәк сыр менән ҡаплайбыҙ ҙа тәрән табаға теҙәбеҙ. Һурпаға ҡаймаҡ һәм томат соусы ҡушып бутайбыҙ ҙа табаға ҡоябыҙ. Өҫтөн ҡурғаш менән ҡаплап, эҫе мейестә 15 – 20 минут бешереп алабыҙ.

Ит һәм дөгө менән
8 помидорға 250 грамм үткәрелгән ит, 1/3 стакан оҙонса сортлы дөгө ярмаһы, 2 теш һарымһаҡ, 1 баш һуған, 2 ҡалаҡ зәйтүн майы, тәменсә тоҙ, борос кәрәк.
Бер ҡалаҡ зәйтүн майында ваҡ итеп туралған һуған менән һарымһаҡты 1-2 минут ҡыҙҙырып алабыҙ ҙа үткәрелгән итте һалабыҙ. Болғатып тороп, әҙер булғансы бешерәбеҙ. Уға иҙмәй генә бешерелгән дөгө ярмаһын, тоҙ-борос өҫтәйбеҙ ҙә (башҡа тәмләткестәр ҡушырға була) эсе алынған помидорҙарға тултырабыҙ. Помидорҙың ҡырҡылған өлөшөн ҡапҡас итеп «ябабыҙ». Бөтәһенең өҫтөнә бер ҡалаҡ зәйтүн майы һибәбеҙ. Уртаса эҫелектәге мейестә 20 минут бешерәбеҙ.

Тауыҡ һәм бәшмәк менән
8 помидорға 400 грамм тауыҡ ите, 300 грамм консерваланған аҡ көләпә (шампиньон) бәшмәге, 2 татлы борос, 1 баш һуған, 2 теш һарымһаҡ, 150 грамм майонез, тәменсә тоҙ, борос кәрәк.
Итте бешереп алабыҙ ҙа ваҡ шаҡмаҡтарға турайбыҙ. Татлы боросто, орлоғонан таҙартып, ваҡлап ҡырҡабыҙ. Бәшмәкте, һуғанды, һарымһаҡты ла ваҡ итеп турайбыҙ. Барыһын бергә ҡушып, тоҙ, борос һалып бутайбыҙ. Алдан әҙерләнгән помидор эсенә тултырабыҙ. Бер сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ.

Сырлы помидор
8 помидорға 500 грамм йомшаҡ сыр, 1-әр тотам йәшел һуған, шәфәри (петрушка), әнис (укроп) үләндәре, 1-2 теш һарымһаҡ, тәменсә тоҙ, майонез кәрәк.

Сырҙы ваҡ ҡырғыстан үткәрәбеҙ, һарымһаҡты иҙәбеҙ, йәшел үләндәрҙе ваҡ итеп турайбыҙ. Башҡа йәшел тәмләткес үләндәр ҙә ҡулланырға мөмкин. Майонез, кәрәк булһа тоҙ һалып бутайбыҙ ҙа помидор эсенә тултырабыҙ. Өҫтөн сәтләүек менән биҙәргә була.
Гөлшат ИШБУЛАТОВА.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook