Ҡышты туйҙырыр көндәр

Ҡышты туйҙырыр көндәр
Йәйге муллыҡ мәлендә витаминға бай емеш-еләк, йәшелсәне ҡышҡылыҡҡа ла етерлек әҙерләп ҡуяйыҡ, әхирәттәр!

Ҡышҡылыҡҡа ассорти
4-5 ҡыяр, 5-6 помидор, 1-2 татлы борос, 2 теш һарымһаҡ, 1 тотам йәшел тәмләткес үләндәр (керән, сейә, ҡарағат япраҡтары, шәфәри, әнис үләндәре), 1 ҡалаҡ тоҙ, 1 ҡалаҡ шәкәр, 1 ҡалаҡ 9 процентлы аш һеркәһе, һыу кәрәк.
Йәшелсәләрҙе йыуып әҙерләйбеҙ: ҡыярҙың остарын ҡырҡабыҙ, татлы боросто балдаҡлап турайбыҙ, эре һарымһаҡты бер нисә өлөшкә бүләбеҙ.
Банка төбөнә япраҡ-тәмләткестәрҙе төшөрәбеҙ, артабан йәшелсәләрҙе аралаштырып һалабыҙ. Өҫтөнә шәкәр, тоҙ һибәбеҙ, ҡайнар һыу ҡоябыҙ. 5 минут стерилләгәндән һуң аш һеркәһе һалабыҙ ҙа яҡшылап ябабыҙ. Баштүбән әйләндереп һыуытабыҙ.

Итальянса помидор
4 кг ҙур булмаған помидорға 1 тотам (кипкән булһа, 1 ҡап) райхан, орегано, кейәү үләне (тимьян, чабрец) тәмләткестәре, ярты стакан зәйтүн майы, тәменсә тоҙ кәрәк.
Помидорҙы уртаға бүләбеҙ ҙә ҡалаҡ менән уртаһындағы йомшағын алабыҙ (уны башҡа ашамлыҡ әҙерләгәндә ҡулланырға мөмкин). Табаға теҙеп, өҫтөнә тоҙ һибәбеҙ. 45 – 50 градус эҫелектәге мейестә 8 сәғәт самаһы киптерә­беҙ. Әҙер помидор яҡшы ғына кипкән, әммә йомшаҡ килеш ҡалырға тейеш. Банкаға ҡатлам-ҡатлам итеп һалабыҙ, араһына тәмләткестәр һибәбеҙ, бер аҙ үҫемлек майы ҡоябыҙ. Өҫтән үҫемлек майы помидорҙы тулыһынса ҡаплап торорға тейеш.
Был үҙенсәлекле ашамлыҡ ярты йыл һаҡлана. Ҡышын уны блендерҙа иҙеп, соус итеп ҡулланырға мөмкин. Турамаларға йә башҡа ашамлыҡ­тарға өҫтәргә, үҙен генә ашарға ла була.

Ҡыяр – корейҙарса
3 кг ҡыярға 300 г кишер, 1,5 ҡалаҡ тоҙ, 3 ҡалаҡ шәкәр, 1 баш һарымһаҡ, 200 г үҫемлек майы, 200 г 9 процентлы аш һеркәһе, ярты пакет корейса кишер әҙерләү өсөн тәмләткестәр кәрәк.
Ҡыярҙы, кишерҙе йыуып таҙартҡас, буйына ҡырҡабыҙ (махсус ҡырғыс аша үткәрергә лә мөмкин). Һарымһаҡты иҙеп һалабыҙ, тәмләткес ҡушабыҙ ҙа яҡшылап болғатабыҙ. Тоҙ, шәкәр, үҫемлек майы, аш һеркәһе һалып бутайбыҙ ҙа бер көнгә өй йылылығында ҡуйып торабыҙ.
Алдан әҙерләнгән банкаларға тултырабыҙ ҙа 15 – 20 минут ҡайнар һыуҙа стерилләйбеҙ, яҡшылап ябып ҡуябыҙ.
Ҡышын табынға биргәндә кунжут йә етен орлоғо ҡушырға, лимон һуты йә зәйтүн майы менән бирергә була.

Кишер менән һуғандан витаминлы тәмләткес
1,5 кг кишер, 1,5 кг һуған, 1 кг помидор, 300 г йәшел тәмләткес үләндәр, 600 г тоҙ кәрәк.
Йәшелсәләрҙе яҡшылап йыуып таҙартабыҙ ҙа ваҡ итеп турайбыҙ йә ҡырғыстан үткәрәбеҙ (кемгә нисек оҡшай). Кишер менән һуғанды, йәшел тәмләткес үләндәрҙе кәстрүлгә һалып, тоҙ һибәбеҙ ҙә ҡул менән яҡшылап бутайбыҙ. Помидорҙы өҫтәйбеҙ һәм, уның һуты сығып бөтмәһен өсөн, ипләп кенә болғатабыҙ. Теләһәгеҙ, борос та өҫтәргә була. Банкаларға тултырып, һыуытҡыста һаҡлайбыҙ.
Был тәмләткесте ҡышын төрлө аштарға, иткә, йәшелсәгә лә ҡушырға мөмкин.

Татлы аджика
4,5 – 5 кг помидор, 1 кг татлы борос, 500-600 г башлы һуған, 300 – 500 г һарымһаҡ, 150 мл үҫемлек майы, 5 ҡалаҡ тоҙ, 100 – 150 г шәкәр, тәменсә әсе борос, 100 мл аш һеркәһе кәрәк.
Йәшелсәләрҙе йыуып таҙартабыҙ ҙа ит турағыстан үткәрәбеҙ. Ҡатнашманы утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, тоҙ, шәкәр, үҫемлек майы, борос ҡушабыҙ. Һүрән генә утта 2-3 сәғәт, йәғни үҙебеҙ теләгән ҡуйылыҡҡа еткәнсе ҡайнатабыҙ. Әҙер булырҙан 20 минут алда иҙелгән һарымһаҡ менән аш һеркәһе ҡушабыҙ. Стерилләнгән банкаларға тултырабыҙ.
Башҡа аджикалар кеүек ныҡ әсе түгел, әммә тәме яғынан һис ҡалышмаған тәмле соус төрлө аштарға, йәшелсәгә, иткә, макаронға ҡушырға йәтеш. Теләһәгеҙ, уға алма, ҡабаҡ ҡушып эшләргә лә була.

Баллы помидорҙар
1 кг ваҡ (черри) помидор, 6 теш һарымһаҡ, 100 г әнис, шәфәри үләндәре, 4 бөртөк ҡара борос, 4 бөртөк хуш еҫле борос, 2 лавр япрағы, 4 ҡалаҡ тоҙ, 8 ҡалаҡ алма һеркәһе, 4 ҡалаҡ бал, һыу, тәменсә әсе борос кәрәк.
Йыуып әҙерләнгән помидорҙарҙы тишеп сығабыҙ. Стерилләнгән банкаларға помидорҙы тултырабыҙ һәм өҫтөнә ҡайнар һыу ҡоябыҙ. Һыуынғас, һыуын кәстрүлгә бушатабыҙ ҙа, тоҙ, бал, һеркә ҡушып, ҡайнатабыҙ.
Помидор өҫтөнә ваҡлап һарымһаҡ, йәшел үләндәрҙе, тәмләткестәрҙе һалабыҙ. Ҡайнар маринадты өҫтөнә ҡоябыҙ ҙа, ябып, таҫтамалға урайбыҙ. Һалҡын урында һаҡлайбыҙ.




Теги: Аш-һыу




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook