БЕР ҠАБЫМЛЫҠ ЙОМРО ТОРТ
Кейк-поп – «чупа-чупс» кәнфитен хәтерләткән бәләкәс кенә тәмлекәсте Өфөлә йәшәүсе Миләүшә Торсонбаева бешереү серҙәре менән уртаҡлаша.
Кейк-поп төрлө ҡамырҙан әҙерләнә. Торт бешергәндә йәймәне тигеҙләп ҡырҡҡандан һуң ҡалған киҫәктәрҙе лә, ваҡланған печеньены ла ҡулланырға була.
Ошолай бисквит ҡамыры бешерергә лә мөмкин.
4 йомортҡа, 1 стакан шәкәр, 1 стакан он, саҡ ҡына ванилин кәрәк.
Йомортҡаның ағы менән һарыһын айырабыҙ. Ағын миксер менән ҡуйыланып күпергәнсе туғыйбыҙ. Шәкәрҙе берәр ҡалаҡлап ҡына өҫтәп барабыҙ. Һарыһын айырым туғыйбыҙ ҙа шулай уҡ берешәр ҡалаҡлап ҡына ағына өҫтәй барабыҙ. Ванилин ҡушылған ондо һалабыҙ ҙа, ҡалаҡ менән сит-ситенән уртаға табан йөрөтөп, ипләп кенә болғатабыҙ. 200 градус эҫелектәге мейестә 25 минут самаһы бешерәбеҙ.
Әҙер бисквит йәймәһен һыуытабыҙ ҙа миксерҙа ваҡлайбыҙ. Ҡайнатма, иретелгән шоколад йә ҡуйыртылған һөт һалып болғатабыҙ ҙа ҙур булмаған шарҙар әүәләйбеҙ. 20 минут самаһы һыуытҡыста ултыртып ҡатырабыҙ.
Быу өҫтөндә шоколадты иретәбеҙ. Шешлек өсөн таяҡтың (махсус таяҡтар ҙа була) осон шоколадҡа манып алабыҙ ҙа шарҙарға ҡаҙайбыҙ. Шулай иткәндә ул ныҡ тора. Тағы ла һыуытҡыста тотоп алабыҙ. Шунан шарсыҡтарҙы таяғынан тотоп, иретелгән шоколадҡа манып алабыҙ. Өйөрөлтөп, сәнске ярҙамында һырҙар һалырға була. Өҫтөн үҙебеҙ теләгәнсә биҙәйбеҙ. Бының өсөн ҡырғыстан үткәрелгән шоколад, ваҡланған сәтләүек, кокос юнысҡыһы һ.б. ҡулланырға мөмкин.
Гөлшат ҠУНАФИНА әҙерләне.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.
Теги: