ДОНЪЯБЫҘҒА ИНҺЕН ҠОТ

Үткән йылда журналыбыҙ «Башҡорт ҡатын-ҡыҙы» төркөмө менән берлектә үткәргән «Ҡорамасылар бәйгеһе»ндә еңеүсе Рәшиҙә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА – Бөрйән районынан. Стәрлетамаҡ ҡалаһында хеҙмәт юлын тамамлағас, ата-әсәһенең йорт нигеҙен һаҡларға ҡалдырған васыятын үтәү яуаплылығы уны ике йыл элек тыуған яғына алып ҡайта. Ғүмер юлы уҡытыусы һөнәре менән бәйле булғас, яҡташтарын боронғо шөғөлгә ҡайтанан ылыҡтырып, ҡораманы заманса алымдар менән юғары сифатта ҡорарға өйрәтеү, уны кәсепкә әйләндереү мөмкинлеген күрһәтеү ниәтендә район китапханаһы эргәһендә Фәриҙә Айытбаева ярҙамы менән «Кәрәҙ» клубын ойоштора. Тәүҙә пенсия йәшендәгеләр күберәк килһә, әле был шөғөлгә йәштәр ҙә ылығыуын бик ыңғай күренеш, тип һанай ул. Еңеүҙең 70 йыллығына арнап Республика халыҡ ижады үҙәге ойошторған «Ҡораматуй» фестивалендә бик күп дипломдар алыуға өлгәшеүҙәре һәм «Башҡортостан ҡыҙы» журналы иғлан иткән «Ҡорамасылар бәйгеһе»ндә алған баһауларҙы ҡанатландыра, оҫталарҙың һаны районда арта бара. Рәшиҙә Хәй ҡыҙының артабанғы ниәте – ошо һөнәр буйынса район, республика, Рәсәй кимәлендә үткәреләсәк сараларҙа ҡатнашыусыларҙы әҙерләү. Клубта шөғөлләнеүселәргә Интернет мөмкинлектәрен киң ҡулланып, иҫәпһеҙ-һанһыҙ эш төрҙәрен берләштереп, бер системаға һалып бирергә тырыша ул. Түбәндә – уҡыусыларыбыҙға ул биргән тәүге һабаҡ.

...Бөгөнгө дәрестә беҙ артыҡ тәжрибә, оҫталыҡ талап итмәгән «пицца» тигән эш төрөн тәҡдим итәбеҙ. Уның өсөн кәрәкле ҙурлыҡта һәм формала нигеҙлек туҡыма әҙерләп алабыҙ (иҫке түшәк, тоҡ кеүек ҡулланылыштан сыҡҡан әйберҙәр ҙә ярай). ДОНЪЯБЫҘҒА ИНҺЕН ҠОТ
Рәссамдарса картина «яҙырға» ниндәйҙер бер тема һайлап, шуның эскизын да күҙаллайыҡ: «Ҡыш», «Яҙ», «Йәй», «Көҙ», «Сәскәләр гөлләмәһе», «Аквариум». Әммә һүрәтте беҙ ҡылҡәләм һәм буяуҙар менән түгел, ирекле рәүештә үҙебеҙ теләгәнсә ҡырҡҡылаған сепрәк киҫәктәренән төҙөрбөҙ!
Нигеҙлек туҡымаға киҫәктәрҙе, бер-береһенең өҫтөн ситтән ҡаплай биреп, теҙәбеҙ. Шылып китмәһен өсөн, булавка-энәләр йә епле энә менән эре-эре итеп сәнсеп нығыта барабыҙ. Оҡшамаһа, урындарын алмаштырып та ебәрәбеҙ ҡыйыҡтарҙың! ДОНЪЯБЫҘҒА ИНҺЕН ҠОТТуҡымаларҙың ниндәй төрө, сифаты, төҫө, ҡалынлығы булһын – хас та пицца бешергәндәге кеүек, бөтәһе лә килешер, тик картинағыҙҙың темаһын асырға өлгәшегеҙ! Төрлө йыуанлыҡтағы еп йә селтәрле таҫма киҫәктәреме, ялтырауыҡтармы – барыһын да өҫтәгеҙ (тоҙ-борос, тәмләткестәр урынына!). Хәҙер инде килеп сыҡҡан картинағыҙҙы һаҡлап, нығытыр өсөн, өҫтән ошо уҡ формала үтә күренмәле капрон, органза йә булмаһа, селтәр менән ҡаплап, бөтә ҡаттарҙы үтәнән-үтә энәләр менән эләктереп торабыҙ ҙа машинкала төрлө йүнәлештә (турамы, тулҡынлымы, кәкреме – һеҙҙең ихтыярҙа!) бөтә ҡаттарҙы бергә тоташтырып тегәбеҙ. Был ысул менән ҡоралған ҡораманан аҙыҡ-түлек магазинына барып килерлек көндәлек сумка ла, эксклюзив куртка йәки жилет та тегеп була...
Рәшиҙә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө һанында уҡығыҙ.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook