Алсаҡ маймылҡай

Алсаҡ маймылҡайЯңы йыл байрамына ла күп ҡалманы, дуҫтар. Шулай ҙа яҡындарыбыҙға бүләк хәстәрләү, өйҙө биҙәү, табын әҙерләү хаҡындағы ниәттәребеҙҙе барларға ваҡыт бар әле. Кейеҙ буйынса рәссам Ләйсән ҒИЛМАНОВА беҙҙе ябай йөндән уйынсыҡ эшләргә өйрәтә. Киләһе йылдың символы булған маймылды өйҙө биҙәр өсөн файҙаланырға ла була, шыршыға элергә лә ярай, шампан шарабы шешәһенә кейҙерергә лә мөмкин. Тағы ла – ул ҡорғандарҙы «тотоп тора» ала.

Уйынсыҡ ҡоролай кейеҙ баҫыу ысулы менән эшләнгән. Уны икенсе төрлө фелтинг тип тә атайҙар. Йөндөң сүстәрен махсус энә менән тығыҙландыралар. Энәләге һырҙар («тештәр», «киртектәр») йөндөң сүстәрен эләктереп ала һәм бер-береһе менән сыуалта, сейәлтә. Фелтинг өсөн йөндө лә, махсус энәне лә ҡул эштәре өсөн кибеттәрҙә табып була.
Беҙгә ерән һәм аҡһыл көрән төҫтәге йөн, поролон йәки губка, фелтинг өсөн энә, тимерсыбыҡ, бәләкәс уйынсыҡ өсөн әҙер күҙҙәр йәки мәрйендәр, атлас таҫма, еп, тегеү энәһе, ҡайсы кәрәк буласаҡ.

Эш барышы.
Алсаҡ маймылҡай
1. Иң тәүҙә уйынсыҡтың башын эшләйек. Ерән йөндән бер шәлкем алып, бармаҡтар менән тартҡылап йөндөң сүстәрен сыуалтабыҙ ҙа усҡа һалып шар «әүәләйбеҙ». Әҙерләмәне поролонға һалабыҙ, әйләндерә-әйләндерә фелтинг энәһе менән төрлө яғынан сәнсәбеҙ. Энә йөн шәлкеменә тура мөйөш яһап инергә тейеш. Йөн шары тығыҙланып, беҙгә кәрәк форманы алғансы шулай дауам итәбеҙ.
Фелтинг энәһе бик осло була, бармаҡтарығыҙҙы һаҡлағыҙ, ипләп тотоноғоҙ.

2. Тимерсыбыҡтан маймыл кәүҙәһенең, ҡойроғоноң, алғы һәм артҡы тәпәйҙәренең каркасын эшләйбеҙ. Тимерсыбыҡтың остарын тоҡанлап ҡуябыҙ. Маймылдың ҡойроғон тәпәйҙәренән саҡ ҡына оҙонораҡ итеп ҡалдырайыҡ.

3.Ҡойроҡ һәм тәпәйҙәр өсөн әҙерләнгән тимерсыбыҡты йөн менән уратабыҙ (сырмайбыҙ). Поролон өҫтөндә фелтинг энәһе ме нән шулай уҡ тигеҙ итеп сәнскеләп тығыҙлайбыҙ.

4. Ҡойроҡ һәм тәпәйҙәр өсөн әҙерләмәләрҙе маймылдың кәүҙәһе каркасына беркетәбеҙ.

5. Маймылдың кәүҙәһе каркасын йөн менән урайбыҙ, шулай уҡ энә менән тығыҙлайбыҙ. Артабан йөндө өҫтәп торабыҙ, тығыҙлай барабыҙ. Кәүҙә оҙонса түңәрәк рәүешенә ингәнсе шулай дауам итәбеҙ.
Алсаҡ маймылҡай

6. Маймылдың башын кәүҙәһенә тоташтырабыҙ, тоташҡан еренә йөн сүстәрен урайбыҙ ҙа фелтинг энәһе менән тығыҙлап беркетәбеҙ.

7. Саҡ ҡына йөн алып, маймылдың ҡолаҡтарын эшләйбеҙ ҙә башына беркетәбеҙ.

8. Аҡһыл көрән йөн алып, маймылдың моронон, ҡорһағын һәм ҡолағының эсен эшләйбеҙ.

9. Алғы һәм артҡы тәпәйҙәренең осон аҡһыл көрән йөн менән уратып сығабыҙ, шулай уҡ фелтинг энәһе ярҙамында тығыҙлап беркетәбеҙ.

10. Күҙҙәр һәм танау беркетәбеҙ. Ауыҙын эшләйбеҙ.

11. Атлас таҫманан бант эшләп, маймылға тағабыҙ. Итәк тегергә йәки муйынына шарф урарға ла була.

Бына алсаҡ ҡына маймылыбыҙ әҙер. Был уйынсыҡты өлкәндәр менән бергә балалар ҙа эшләй ала. Тик осло энә менән уларҙың яңғыҙын ҡалдырмау хәйерле. Маймыл Яңы 2016 йылды ҡаршыларға әҙер!



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook