Йылды туйҙырыр көндәр

Йылды туйҙырыр көндәрТашҡабаҡтан әфлисунлы ҡайнатма
10 килограмм ташҡабаҡ, 1 әфлисун, 800-900 грамм шәкәр кәрәк.
Тышы бик ҡатып өлгөрмәгән ташҡабаҡтың уртаһын алабыҙ, әрсемәйбеҙ. Әфлисунды тышы менән бергә турайбыҙ, төштәрен алабыҙ. Ташҡабаҡ менән әфлисунды ит турағыстан үткәрәбеҙ. Шәкәр һалып, ғәҙәттәгесә ҡайнатма әҙерләйбеҙ, күбеген алабыҙ.

Татлы борос һәм алманан компот
1 килограмм татлы борос, 600 грамм алма, 2 литр һыу, 1 килограмм шәкәр, 20 грамм лимон кислотаһы кәрәк.
Орлоҡтарынан таҙартылған татлы боросто буйынан-буйына дүрт өлөшкә бүләбеҙ. Алманың уртаһын алып, киҫәктәргә бүләбеҙ, 2-3 минут эҫе һыуҙа тотоп алғас, һалҡын һыуҙа һыуытабыҙ. Ҡайнап сыҡҡан һыуға шәкәр, лимон кислотаһы һалып, 10 минут ҡайнатабыҙ. Борос менән алманы стерилләнгән банкаға һалып, өҫтөнә ҡайнар сироп ҡоябыҙ һәм ярты литрлы банканы – 10 – 15 минут, 1 литрлыһын – 15 – 20 минут, 3 литрлыһын ярты сәғәт стерилләйбеҙ һәм яҡшылап ҡаплап ҡуябыҙ.

Кишер, алма һәм керәндән турама
1 килограмм кишер, 1 килограмм алма, 100 грамм керән тамыры, маринад өсөн 1 литр һыуға 60 – 80 грамм тоҙ, 80 – 100 грамм шәкәр, 10 грамм 9 процентлы аш һеркәһе кәрәк.
Кишер менән керәнде йыуып таҙартабыҙ ҙа эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Әсе сортлы алманы әрсеп, уртаһын алабыҙ, шулай уҡ эре ҡырғыстан үткә­рәбеҙ.
Барыһын бергә болғатып, банкаға тултырабыҙ һәм өҫтөнә эҫе маринад ҡоябыҙ. Ҡапҡасын ҡаплап (бормай ғына) яй ғына утта стерилләйбеҙ. Ярты литрлы банкаға 10 – 12 минут, 1 литрлыһына 13 – 15 минут кәрәк. Шунан ҡапҡасын һауа инмәҫлек итеп ябып һыуытабыҙ.

Миләш менән маринадланған кәбеҫтә
1 килограмм кәбеҫтә, 200 грамм миләш, 2 ботаҡ эстрагон тәмләткесе, 3-4 киҫәк керән тамыры, 3 сейә япрағы, маринад өсөн 1 литр һыуға 1,5 стакан шәкәр, 1,5 ҡалаҡ тоҙ, 1 стакан алма һеркәһе кәрәк.
Кәбеҫтәне нәҙек кенә итеп турайбыҙ. Миләште 2-3 минут ҡайнар һыуҙа тотоп алабыҙ.
Тоҙ, шәкәр, һеркә ҡушылған һыуҙы ҡайнатып сығарабыҙ. Стерилләнгән банка төбөнә эстрагон, керән тамыры, сейә япрағы һалабыҙ, шулар өҫтөнә кәбеҫтәне миләш менән аралаштырып тултырабыҙ. Өҫтөнә ҡайнар маринад ҡоябыҙ. 1 литрлы банканы 20 минут стерилләгәс, һауа үтмәҫлек итеп ҡаплайбыҙ.

Татлы борос һәм йөҙөм емеше менән тоҙланған кәбеҫтә
6 килограмм кәбеҫтә, 1,5 килограмм кишер, 8 татлы борос, 1,5 килограмм төшһөҙ йөҙөм емеше, 1 килограмм алма, тәменсә тоҙ кәрәк.
Кәбеҫтәне нәҙек кенә итеп турайбыҙ ҙа тоҙ һибеп, ҡул менән иҙгесләйбеҙ. Кишерҙе эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ, татлы боросто туҡмаслап турайбыҙ. Алманы төштәренән таҙартып ваҡ киҫәктәргә бүләбеҙ. Кәбеҫтә, кишер, борос, алма, йөҙөм емешен бергә ҡушып болғатабыҙ. Эмалле кәстрүлгә һалып, кәбеҫтәнең һыуы өҫкә сығырлыҡ итеп ҡаплайбыҙ һәм ауыр нәмә менән баҫтырып ҡуябыҙ. Бүлмә йылылығында 2-3 көн тотабыҙ. Көнөнә бер нисә тапҡыр оҙон ағас таяҡ менән төбөнә тиклем үтәнән-үтә тишеп алабыҙ. Артабан һалҡын урында һаҡлайбыҙ.

Ҡышҡа тәмләткес
1-әр килограмм кишер, һуған, помидор, 300-әр грамм татлы борос, шәфәри үләне, сельдерей, әнис, 1 килограмм тоҙ кәрәк.
Йәшелсәләрҙе, тәмләткес үләндәрҙе яҡшылап йыуып, ваҡ итеп турайбыҙ. Кишерҙе ҡырғыстан үткәрәбеҙ. Тоҙ менән яҡшылап болғатабыҙ. Таҙа ҡоро банкаға һалып, пергамент ҡағыҙ йәки полиэтилен ҡапҡас менән ябабыҙ.
Ҡыш ашҡа, башҡа аҙыҡҡа ла ҡалаҡ­лап ҡына һалына, ризыҡты тоҙлау кәрәкмәй.

Әсе тәмләткес
Ярты килограмм әсе боросҡа 1 литр эремсек һыуы кәрәк.
Йәшел төҫтәге ҡырҡыу боросто йыуып турайбыҙ ҙа кәстрүлгә һалабыҙ. Өҫтөнә эремсек һыуы ҡоябыҙ һәм һүрән генә утта 1 сәғәт самаһы ҡайнатабыҙ. Ярты литрлы банкаларға тултырып, һауа үтмәҫлек итеп ябабыҙ. Һалҡында ул ярты йыл һаҡлана. Был соусты ҡаймаҡ менән ҡушып ит янына биреү яҡшы.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook