Ҡышҡылыҡҡа – йәй тәме
Баллы борос
Төрлө төҫтәге һутлы татлы борос өсөн 1 литр һыуға 200 грамм бал,100 грамм алма һеркәһе, 1 ҡалаҡ тоҙ кәрәк була.
Боросто йыуып, буйға оҙонсалап ҡырҡабыҙ. Тоҙ, бал, һеркәгә һыу ҡойоп, ҡайнатып сығарабыҙ. Стерилләнгән банкаларға татлы боросто тығыҙ итеп тултырабыҙ ҙа тоҙло-баллы һыуҙы боросто ҡаплағансы ҡоябыҙ. Өҫтөн ҡапҡас менән ябып тороп, 1 литрлыҡ банкаларҙы – ярты сәғәт, ярты литрлығын 20 минут стерилләйбеҙ. Ҡапҡастарҙы һауа инмәҫлек итеп ябып, банкаларҙы әйләндерәбеҙ һәм урап ҡуябыҙ. Һыуытабыҙ.
Алма һәм татлы борос менән кетчуп
1,5 килограмм бешкән ҡыҙыл томатҡа 1-әр килограмм алма, татлы борос, һуған, 1 стакан 8 процентлы аш һеркәһе, 100 – 150 грамм шәкәр, 30 грамм тоҙ, 10 бөртөклө ҡара борос, 6 бөртөклө хуш еҫле борос кәрәк.
Томат, һуғанды, уртаһы алынған алманы киҫәктәргә бүләбеҙ, татлы боросто орлоҡтарынан таҙартып турайбыҙ. Бер нисә ҡалаҡ һыу һалып, иҙелгәнсе бешерәбеҙ, көймәһен өсөн болғатып торабыҙ. Иләк аша үткәрәбеҙ. Тәмләткестәрҙе марляға төрөп төшөрәбеҙ һәм һүрән генә утҡа ҡуябыҙ. Туҡтауһыҙ болғатып торабыҙ, һыуы осоп, кәрәкле ҡуйылыҡҡа еткәнсе яй ғына ҡайнатабыҙ.
Тоҙ, шәкәр, аш һеркәһе өҫтәйбеҙ. Улар ирегәс, эҫе килеш йылытылған банкаларға һалып ҡаплайбыҙ һәм һыуытабыҙ.
Үҙ һутында бешкән борос
5 килограмм итле татлы борос, 1 ҡалаҡ тоҙ, 2 ҡалаҡ аш һеркәһе, 2 ҡалаҡ үҫемлек майы кәрәк.
Боросто йыуып киптерәбеҙ йәки таҫтамал менән ҡоротабыҙ. Бөтөн килеш майлы табаға урынлаштырып, мейескә ҡуябыҙ. 160 градус эҫелектә 40 минут самаһы, йомшарғансы бешерәбеҙ. Алып, тиресәһен таҙартабыҙ, орлоғон алабыҙ. Ҡайнаған йылы һыу менән сайҡатабыҙ ҙа тишекле сүместә һыуын һарҡытабыҙ.
Банкаға боросто тығыҙлап тултырабыҙ, тоҙ һибеп барабыҙ, өҫтөнә һеркә ҡоябыҙ. Литрлы банкаларҙы 40 минут стерилләйбеҙ. Һауа үтмәҫлек итеп ҡаплағас, банкаларҙы әйләндереп, урап ҡуябыҙ.
Ҡышҡа борщ
2,5 килограмм кәбеҫтә, 600 грамм помидор, 800 грамм ҡыҙыл сөгөлдөр, 500 грамм кишер, 7 баш һуған, 5 татлы борос, 10 балғалаҡ тоҙ, 1 ҡалаҡ шәкәр, 1,5 стакан үҫемлек майы, 1 стакан 9 процентлы аш һеркәһе, 10 бөртөк ҡара борос, 4 лавр япрағы кәрәк.
Кишер менән сөгөлдөрҙө эре ҡырғыстан үткәреп, аҙ ғына үҫемлек майында 15 минут ҡыҙҙырып алабыҙ. Ҡалған йәшелсәләрҙе ваҡ итеп турайбыҙ һәм, бөтәһен бергә ҡушып, 1 сәғәт дауамында быҡтырабыҙ. Стерилләнгән банкаларға тултырып, һауа үтмәҫлек итеп ябабыҙ һәм урап ҡуябыҙ. Аҙаҡ һыуыҡта һаҡлайбыҙ.
Консерваланған йәшел борсаҡ
Йәшел борсаҡ, маринад өсөн 1 литр һыуға 1 ҡалаҡ тоҙ, 1 ҡалаҡ шәкәр, һәр банкаға 1,5 балғалаҡ 6 процентлы аш һеркәһе кәрәк.
Ҡуҙаҡтарынан тирелгән борсаҡты һалҡын һыу менән йыуып, кәстрүлгә һалабыҙ һәм, борсаҡтарҙы ҡапларлыҡ ҡына итеп һалҡын һыу ҡойоп, уртаса утҡа ҡуябыҙ. 15 – 20 минут бешерәбеҙ, был ваҡытта һыуы осоп бөтә. Әҙер стерилләнгән банкаға борсаҡты эҫе килеш һалабыҙ, 1 сантиметр самаһы тултырмай ҡалдырабыҙ. Һәр банкаға һеркә һалып, эҫе маринад ҡоябыҙ. Банканы ҡалын полиэтилен киҫәге менән ҡаплап, резинка менән нығытабыҙ ҙа яҡшылап төрәбеҙ. Һыуытҡыста һаҡлайбыҙ. Дөрөҫ эшләгәндә, банканы ҡаплаған шыптыр эскә тартылырға тейеш.
“Батшабикә өсөн” ҡайнатмаһы
1 килограмм ҡара емеш, 4 стакан шәкәр, 200 грамм грек сәтләүеге, тәменсә дәрсен (мотлаҡ түгел) кәрәк.
Ҡара емеште йыуып, төштәрен алабыҙ һәм киҫәктәргә бүләбеҙ. Өҫтөнә шәкәр һибеп, һуты сыҡҡансы ултыртып торабыҙ. Шунан яй ғына утта сәғәт самаһы ҡайнатабыҙ, күбеген алып торабыҙ. Сәтләүекте таҙартып, бик ваҡ итмәй генә бүлгеләйбеҙ һәм ҡайнатмаға әҙер булырҙан 10 минут алда һалабыҙ. Дәрсенде лә ошо ваҡытта һалырға мөмкин. Стерилләнгән банкаға һалып, яҡшылап ябып һаҡлайбыҙ.
Ҡыяр – алма һутында
Ҡыяр, 1 литр яңы һығып алынған алма һуты, 1 ҡалаҡ тоҙ, 10 сантиметр оҙонлоғонда 3 ҡарағай ботағы кәрәк.
Тәүҙә ҡыярҙы бер нисә секунд ҡына ҡайнар һыуҙа тотоп алабыҙ. Ҡарағай ботаҡтарын банка төбөнә һалабыҙ ҙа ҡыяр тултырабыҙ. Ярты литр һыуға тоҙ, алма һутын һалып ҡайнатабыҙ һәм ҡыяр өҫтөнә ҡоябыҙ. 2-3 минуттан һутлы һыуҙы кире кәстрүлгә ҡойоп, ҡайнатабыҙ һәм яңынан ҡыяр өҫтөнә ҡоябыҙ. Тағы бер ҡабатлайбыҙ ҙа һауа үтмәҫлек итеп ҡапҡасын ябабыҙ. Банканы әйләндереп, урап һыуытабыҙ.
Өлгөргән ҡыярҙан тәмләткес
3 килограмм ныҡ өлгөргән ҡыяр, ярты килограмм башлы һуған, 3 теш һарымһаҡ, ярты стакан тоҙ, 1 стакан шәкәр, 1 стакан үҫемлек майы, 3 ҡалаҡ 30 процентлы аш һеркәһе кәрәк.
Ҡыярҙы – шаҡмаҡлап (бик ҡалын булһа, тышын әрсергә мөмкин), һуғанды ярымҡулсалап турайбыҙ, һарымһаҡ иҙәбеҙ. Барыһын бергә һалып, шәкәр, тоҙ һибәбеҙ, һеркә, үҫемлек майы ҡоябыҙ. Яҡшылап болғатып, һыуыҡҡа ҡуйып торабыҙ. Икенсе көндө алып, утҡа ҡуябыҙ һәм, ҡайнап сыҡҡас, 5 минут тотабыҙ. Стерилләнгән банкаға һалып, яҡшылап ҡаплап ҡуябыҙ.
Ҡышын рассольник, солянка, турамалар өсөн ҡулланырға бик йәтеш.
Йәшелсә-емештән ассорти
Ваҡ ҡыяр, помидор, татлы борос, йөҙөм емеше, алманың күләме бер самараҡ алына, 2-3 теш һарымһаҡ, 1 баш һуған (ҡыҙыл булһа, бигерәк матур була), шәфәри, әнис үләндәре, 1 лавр япрағы, 2 бөртөклө ҡара борос, 2-3 сейә япрағы, 1 балғалаҡ иҙелгән керән, маринад өсөн 1 литр һыуға 2-3 ҡалаҡ шәкәр, 1,5 ҡалаҡ тоҙ, 1 балғалаҡ лимон кислотаһы, 1-2 ҡәнәфер бөрөһө кәрәк.
Помидорҙың тиреһен бер нисә урындан тишәбеҙ, татлы боросто орлоҡтарынан таҙартып, 4 – 6 өлөшкә бүләбеҙ, алманың уртаһын алып 4 – 8 өлөшкә ҡырҡабыҙ, эрерәк булһа, ҡыярҙы ла бер нисә өлөшкә бүлергә мөмкин. Стерилләнгән банка төбөнә йәшел үләндәрҙе, тәмләткестәрҙе һалып сығабыҙ ҙа еләк-емеште, йәшелсәләрҙе тултырабыҙ. Өҫтөнә ҡайнар маринад ҡоябыҙ. Ҡаплап тороп, 1 литрлы банкаларҙы 20-30 минут стерилләйбеҙ һәм эҫе килеш һауа үтмәҫлек итеп ябабыҙ.
Һырғанаҡтан желе
1 килограмм һырғанаҡ, 1 килограмм шәкәр кәрәк.
Кәстрүлдең төбөнә саҡ ҡына, 0,5 сантиметр ҡалынлығында һыу һәм һырғанаҡты һалабыҙ. Ҡапҡасын ябып, яй ғына утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, 5 минут утта тотабыҙ ҙа еләктәрҙе иләк аша үткәрәбеҙ. Шәкәр ҡушып болғатабыҙ. Ҡайнау хәленә еткерәбеҙ ҙә стерилләнгән банкаларға тултырабыҙ һәм яҡшылап ҡаплайбыҙ.

Гөлшат ИШБУЛАТОВА әҙерләне.
Теги: