Ялҡау – сәбәбен, бөтмөр юлын таба
Ҡала ерендә лә сабыйҙарына боронғоса итеп сәңгелдәк элеүселәр осрай. Кемдәрҙер уларҙы хуплай, икенселәр, заманса бәүелсәк-карауаттар юҡмы ни һеҙгә, иҫкелеккә йәбешеп ятырға, тип шелтәләй. Ысынында иһә, кешелек алға киткән һайын, быуаттар буйына һыналған милли йолаларҙың, ғәмәлдәребеҙҙең береһе лә буштан ғына барлыҡҡа килмәгәненә йышыраҡ инана барабыҙ. Яңыраҡ Америка ғалимдары бишектә бәүелеп үҫкәндәрҙең нервы-психик ауырыуҙарға бирешеп бармауын, ундай балаларҙың логик фекерләү ҡеүәте нығыраҡ үҫешеүе арҡаһында мәктәптә яҡшыраҡ өлгәшеүен иҫбатлаған. Баҡтиһәң, сабый әсә ҡарынында туғыҙ ай ғына ғүмерен үткәрә тиһәк тә, асылда ул бер күҙәнәктән тотош ҡатмарлы организмға әүерелеү мәле, биологик ваҡыт менән үлсәгәндә, үҫештең иң ҙур осорон алып тора. Яҡты донъяға килгәс, һыуҙа бәүелеп өйрәнгән бәләкәскә был донъяға яраҡлашыу бер ҙә рәхәттән түгел. Ә сәңгелдәктә бәүелеү баланың ер тулҡындарына көйләнеүгә күсеүен күпкә еңелләштерә икән.
Алдынғы ҡарашлы заман табиптары һаулыҡты һаҡлар өсөн мотлаҡ ҡаты, тигеҙ ерҙә йоҡларға тәҡдим итә. Магазинда һатылған артыҡ йомшаҡ түшәктәрҙең умыртҡа һөйәгенә зыяны хаҡында ишеткәнебеҙ бар. Кеше ҡатыла йоҡларға тейеш, тиҙәр. «Башҡорттоң урындығына еткән диван да, карауат та юҡ», – тип иҫәпләй Башҡортостан телевидениеһының «Тамыр» балалар каналының һәләтле режиссеры, Мәҙинә менән Әминә исемле ике матурҡайҙың әсәһе Айгөл Малбаева.
Айгөл тәүге белеме буйынса – дизайнер-рәссам. Бәпестәре икәү булып киткәс, бер бүлмәле фатирҙы барыһына ла уңайлы булырлыҡ итеп нисек йыһазландырырға, тигән һорау килеп тыуған. Һәр нәмәгә ижади күҙлек аша ҡарарға өйрәнгән һылыу күнегелгән кәртәләр менән мөрхәтһенмәгән. Иң тәүҙә ял бүлмәһен ишек төбө һәм аш-һыу бүлмәләре менән айырып торған диуарҙарҙы алып ташлатҡан. Иркенәйеп ҡалған майҙандың бер өлөшөндә ыҡсым итеп ризыҡланыу мөйөшө булдырған. Уны үҙ ҡулдары менән эшләнгән нәзәкәтле әйберҙәр менән биҙәгән. «Атайым таҡтанан ҙур ғына урындыҡ эшләп бирҙе. Урындыҡ көндөҙ ҡыҙҙарҙың уйын мөйөшө лә булып тора. Шунда уҡ китаптар һәм йомшаҡ уйынсыҡтар өсөн төрлө кәштәләр һәм һандыҡ та урынлаштырҙым. Тәҙрә эргәһенә ял итеү һәм ҡунаҡтар өсөн диван ҡуйҙыҡ», – ти Айгөл һылыу. Хужаларҙың үҙҙәре ҡайҙа йоҡлай икән һуң, тип уйлап та өлгөрмәнем, Айгөл урындыҡ аҫтында йәшеренгән тәгәрмәсле, киң ике кешелек карауатты тәгәрәтеп килтереп тә сығарҙы. Теләгән – юлын, теләмәгән сәбәбен таба, тигәндәй, башың эшләһә, сиселмәҫтәй тойолған мәсьәләне лә хәл итеп була бит бына. Фатир киңәйтеү ниәтен тормошҡа ашырыу бер көнлөк эш түгел, ә балалар үҫә, ихтыяждары ла күбәйә. Уларҙы һау-сәләмәт һәм зиһенле итеп үҫтереү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға аҡыл көсөн дә, фантазияһын да йәлләмәгән йәш әсәгә афарин!

Теги: