Уңыш сере
Мөхтәрәмә Усман ҡыҙы Мохтарова – ғүмерен полиграфия ћєм матбуғатҡа арнаған кеше. Тынғыһыҙ хеҙмәттә булыуҙарына ҡарамаҫтан, тормош иптәше Жәүит Ғосман улы менән һоҡланып туймаҫлыҡ баҡса үҫтергәндәр. Егермеләгән төрлө алманың исемдәрен хужабикә үҙе лә белеп етмәй. Сәскәләрҙең атамаларын әйтеп үтеү генә лә ярты журнал битен алыр ине. Һырғанаҡ, барбарис, айва кеүек емеш ҡыуаҡтарын орлоғонан сәсеп үҫтерә.
«Уңышты көҙ һанайҙар, тиҙәр. Минеңсә, былтырғы уңыштың быйылғыһына тиклем етеүенә ҡарап һынайҙар.
Баҡсасылыҡ менән мауығыуға кибеттәрҙәге юҡлыҡ килтерҙе. Һатып алынған картуф-сөгөлдөрҙөң сифаты насар булыуы сәбәпле яртыһын ташларға мәжбүр күптәр ул замандарҙа йәшелсәләрҙе үҙе үҫтерергә хыялланды. Бүлеп бирелгән һаҙлыҡ ерҙә иптәшем менән дәртләнеп эш башланыҡ. Һөнәребеҙ буйынса икебеҙ ҙә инженер, шуға әллә ни аптырап торманыҡ, канауҙар ҡаҙып, киптереп алдыҡ. Ҡариҙел йылғаһы аръяғында ятҡан Федоровка ауылындағы еребеҙҙе эшкәрткәс кенә, Осоргинола икенсе баҡсаға эйә булдыҡ. Бында ла ҙур йорт һалып, бөтә уңайлыҡтарҙы булдырҙыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иптәшем был донъянан иртәрәк китте, күпме ҡул көсө һалып төҙөгән донъябыҙҙың рәхәтлеген татып, ултыртҡан ағастарҙың емештәрен ейеп кенә йәшәргә лә йәшәргә ине лә бит... Хәҙер ике баҡсаға ла үҙем өлгөрөргә тырышам. Йыш ҡына балаларым һәм ейәндәрем менән киләм.
Йәшелсәләрҙән иң тәүҙә ҡуҙаҡлы ноҡот борсағы өлгөрә. Уны тәмләүгә, башҡалары етешә башлай. Үҫентеләрҙе лә үҙем әҙерләйем, һәр үҫемлектең үҙенсәлеген йылдар буйы өйрәнәм».
Мөхтәрәмә апайҙан бер нисә кәңәш:
Рукколаны агрил туҡымаһы менән ябып ҡына үҫтерәм, юғиһә уны бөжәктәр бик ярата, тиҙ үк ашап бөтөрәләр. Ысынлап та тәмле шул ул.
Йәшелсәләрҙе түтәлдең буйынан-буйына ултыртам. Арҡырыға сәсһәң, һыу һипкәндә орлоҡтары ағып төшөү ихтималлығы арта.
Барбаристы ҡышҡылыҡҡа туңдырып ҡуям. Компоты ифрат тәмле була. Ә ҡыуаҡтары «тере кәртә» булып беҙҙе саң-туҙандан, ят күҙҙәрҙән һаҡлай.
Сырмалсыҡ үләнен шулай бөтөрҙөм. Һуған-һарымһаҡ кеүек иртә алынған йәшелсәләрҙең урыны бушағас, шул ерҙе тәрән итеп ҡаҙып, барлыҡ тамырҙарын йыйып алам. Түтәлдәрҙең урыны йыл һайын алмашып торғас, ер өлөшләп таҙартыла. Шулай бөтә ерҙе урап сыҡҡас, хәҙер бына сырмалсыҡ беҙҙе «ташлап китте».

Теги: