Туңдырма
Йәйге селләлә туңдырма һатылған туңдырғыс-һандыҡтар янынан кеше өҙөлмәй. Ниндәй генәһе юҡ тәмлекәстәрҙең! Шулай ҙа үҙең әҙерләгәне тағы ла тәмлерәк, хуш еҫлерәк, хәүефһеҙерәк...
Һары сейәле туңдырма
500 грамм һары сейәгә (черешня) 2 стакан 30 процентлы һөт өҫтө, 2 стакан 20 процентлы ҡаймаҡ, 1 – 1,5 стакан шәкәр, 2 ҡалаҡ лимон һуты кәрәк.
Һары сейәне йыуып, төштәренән айырып алабыҙ ҙа иләк аша үткәрәбеҙ йәки блендер менән иҙәбеҙ. Шәкәр һалып болғатабыҙ.
Һөт өҫтөнә ҡаймаҡ ҡушып туғыйбыҙ. Яҡшы күперһен өсөн улар бик һалҡын булырға тейеш, хатта бер аҙға туңдырғысҡа ҡуйып торғанда ла була. Лимон һутын өҫтәйбеҙ.
Барыһын бергә ҡушып болғатабыҙ ҙа 3-4 сәғәткә туңдырғысҡа ҡуябыҙ. Боҙло булып туңмаһын өсөн, ярты сәғәт һайын алып, тағы күпертәбеҙ һәм кире ҡуябыҙ. (Был барлыҡ туңдырмаларға ла ҡағыла, махсус ҡоролма булғанда иһә барыһын да инструкцияла яҙылғанса эшләйбеҙ). Бөтөнләй ҡатмаҫ элек махсус һауыттарға йәки стакандарға һалып, таяҡсалар ҡуябыҙ һәм туңып сыҡҡансы тотабыҙ.
Ошо ысул буйынса башҡа еләк-емеш менән дә туңдырманы әҙерләүе еңел.
Пломбир
Майлылығы 30 проценттан кәм булмаған 400 миллилитр һөт өҫтө, 150 миллилитр һөт, 150 – 170 грамм шәкәр, 3 йомортҡа һарыһы, бысаҡ осонда ғына ванилин (мотлаҡ түгел) кәрәк.
Һөттө утҡа ҡуябыҙ, ҡайнап сығырға торғанда ғына уттан алып, 30-40 градусҡаса һыуытабыҙ. Йомортҡа һарыһына шәкәр, ванилин һалып, ағарғансы күпертәбеҙ. Болғата-болғата һөттө ҡоябыҙ һәм һүрән генә утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнатмайбыҙ, туҡтауһыҙ болғатып тороп, ҡуйыртабыҙ. Болғатҡан ҡалаҡты алып, бармаҡ менән һыҙып ҡарағанда, эҙе асыҡ ҡалһа, әҙер тигән һүҙ. Һыуытабыҙ.
Һөт өҫтөн блендер менән яҡшылап күпертәбеҙ ҙә һөт-йомортҡа ҡатнашмаһына өҫтәйбеҙ. Яҡшылап болғатҡас, туңдырғысҡа ҡуябыҙ, шулай уҡ ваҡыты-ваҡыты менән алып болғатып торорға онотмайбыҙ.
Бик еңел әҙерләнгән туңдырма
250 миллилитр һөт, 250 миллилитр20 процентлы һөт өҫтө, 4-5 ҡалаҡ шәкәр кәрәк.
Барыһын бергә ҡушып, бик яҡшылап туғып күпертәбеҙ ҙә туңдырғысҡа ҡуябыҙ. Шулай уҡ ярты сәғәт һайын алып болғатырға онотмайбыҙ. Әҙер туңдырманы йәнегеҙ теләгән емеш-еләк, сәтләүек, ҡайнатма менән биҙәп тәмләргә була.
Алмалы туңдырма
1 килограмм алма, 3 лимон, 1,5 стакан шәкәр онтағы алына.
Алманы әрсейбеҙ, төштәренән таҙартабыҙ һәм ҡайнар һыуға һалып алабыҙ. Ваҡ ҡырғыстан үткәрәбеҙ, лимон һуты, шәкәр онтағы һалып яҡшылап болғатабыҙ. Һауыттарға һалып туңдырабыҙ.
Ошолай уҡ башҡа емеш-еләктән дә әҙерләргә була.
Эремсектән туңдырма
500 грамм эремсек, 1 банка ҡуйыртылған һөт, 1-2 балғалаҡ какао онтағы кәрәк.
Бар ризыҡтарҙы бергә ҡушып, яҡшылап болғатабыҙ ҙа, һауыттарға һалып, туңдырғысҡа ҡуябыҙ.

Гөлшат ҠУНАФИНА әҙерләне.
Теги: