Ҡағыҙ «пәрҙәләр»

Бындай ҡағыҙ пәрҙәләр йәйге эҫелә баҡса өйөндә тәҙрәне ҡаплап ҡуйыу өсөн дә, фатир бүлмәһен тиҙ генә үҙенсәлекле итеп биҙәү өсөн дә, ҡояштың иң ҡыҙыу мәлендә ваҡытлыса элеп тороу өсөн дә йәтеш. Яңы өй туйлағандарға, донъяһын бөтәйткәнсе, ваҡытлыса бындай “жалюзи” элеп тороу айырыуса уңайлы. Ремонт эшләгәндә лә, бысратмаҫ өсөн пәрҙәләрҙе алып, обой киҫәгенән тиҙ генә әтмәләп ҡуйырға мөмкин. Бөгөн бындай пәрҙәне Гөлсөм ХӨСӘЙЕНОВА эшләп күрһәтте.

Обой киҫәге йәки ҡағыҙ, йыуан еп, ептең кимәлен тотоу өсөн төймә (фиксатор, ғәҙәттә, спорт кейемдәрендә була, туҡмалар кибетендә һатыла), ептең осона төймә йәки мәрйен, скотч, ике яҡлы скотч, оҙон линейка, ҡайсы, кәнсәләрҙә ҡулланылыусы ҡағыҙ тишкес йәки беҙ кәрәк.
Тәҙрәнең өлгөһөн үлсәйбеҙ. Обойҙы йәки ҡағыҙҙы тәҙрә арауығы менән бер киңлектә, ә оҙонлоғон 30 сантиметрға күберәк итеп ҡырҡып алабыҙ. Ҡағыҙҙы тигеҙ итеп гармун күрегеләй бөгөп сығабыҙ. «Күрек»тәрҙең киңлеге үҙегеҙҙең ҡарамаҡта, 2 – 5 сантиметр булһа, яҡшы. Бөкләнгән килеш ҡап уртанан тишәбеҙ. Тишектәрҙең сите ныҡлы булһын өсөн, артҡы яҡтан скотч йәбештерәбеҙ һәм улар аша епте үткәрәбеҙ. Өҫкө яҡтан епте бәйләп нығытабыҙ, ике яҡлы скотчты өҫкө «күрек»тең буйынан-буйына йәбештерәбеҙ. Ошонан тәҙрә өлгөһөнә йәбештерәсәкбеҙ. Ике яҡлы скотч урынына елем дә ҡулланырға мөмкин.Аҫҡы «күрек»тең бер яҡ ситенә, яртыһынан кәмерәк өлөшөнә, ике яҡлы скотчты йәбештерәбеҙ. Шунан, уртаға бөкләп, скотчҡа икенсе яғын йәбештерәбеҙ, һөҙөмтәлә «жалюзи»ҙың аҫҡы яғы ярымтүңәрәк рәүешен алырға тейеш.Епте бер аҙ ҡалдырып ҡырҡабыҙ. Еп кимәлен тотоусы төймәне кейҙерәбеҙ, осон мәрйен йәки төймә менән матурлап ҡуябыҙ. Әҙер ҡағыҙ пәрҙәне тәҙрәгә эләбеҙ. Оҙонлоғон үҙебеҙ теләгән кимәлдә күтәреп йәки төшөрөп ҡуйып була.

Гөлшат ИШБУЛАТОВА яҙып алды.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook