Балыҡсы ашы
Балыҡсы ашы
400 грамм ваҡ балыҡ (этеш, алабуға һ.б.), 200 грамм һыла, 200 грамм шамбы, 5 картуф, 1 баш һуған, шәфәри тамыры, бөртөклө борос, тәмләткестәр, тоҙ, йәшел тәмләткес үләндәр, 2 литр һыу кәрәк.
Балыҡтарҙы таҙартабыҙ. Ваҡ балыҡты марля киҫәгенә бәйләп, ҡаҙанға һалабыҙ. Һалҡын һыу ҡоябыҙ һәм утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, туралған шәфәри тамыры, бөтөн килеш һуған, тоҙ һалып, һүрән утта 1 сәғәт самаһы ҡайнатабыҙ. Ваҡ балыҡтарҙы алабыҙ, һурпаһын һөҙәбеҙ. Туралған картуф, киҫәктәргә бүленгән эре балыҡты һалып, 15 минут бешерәбеҙ һәм уттан алабыҙ. Табынға йәшел тәмләткес үләндәр менән бирәбеҙ.
Анар һуты менән шешлек
1 килограмм һөмбаш балығына 1 ҡалаҡ хмели-сунели тәмләткесе, 50 грамм кинза ∆лєне, 1 стакан анар һуты, 2 ҡалаҡ зәйтүн майы, тоҙ, ҡара борос кәрәк.
Балыҡты йыуып, таҙартабыҙ, итен тиреһе һәм ҡылсыҡтарынан айырып алабыҙ. Киҫәктәргә бүләбеҙ. Кинзаны ваҡлап турайбыҙ, тоҙ, тәмләткестәр, үҫемлек майы, анар һуты һалып яҡшылап болғатабыҙ. Ошо маринадҡа балыҡ киҫәктәрен һалып, бутайбыҙ һәм ике сәғәткә ҡуйып торабыҙ. Шунан шешлек таяҡтарына теҙеп, ҡайнар күмер өҫтөндә бешерәбеҙ, ҡалған маринадты ваҡыты-ваҡыты менән балыҡ өҫтөнә бөркөп торабыҙ. Табынға йәшелсәләрҙән әҙерләнгән турама менән биреү отошло.
Балсыҡ һәм ҡом менән
Усаҡ яғабыҙ. Балыҡты йыуып, таҙартабыҙ, тик тәңкәләрен ҡалдырабыҙ – һуңынан улар балсыҡ менән ҡубып төшөр. Балыҡты тоҙ менән ыуабыҙ, эсенә балдаҡлап туралған башлы һуған, бөртөклө ҡара борос, лавр япрағы һалабыҙ. Шунан балыҡҡа 3-4 сантиметр ҡалынлығында балсыҡ һылайбыҙ. Усаҡтағы күмерҙең яртыһын ситкә шылдырабыҙ, балыҡты һалып, шул күмер менән ҡаплайбыҙ һәм өҫтөнә усаҡ яғабыҙ. 25 – 30 минуттан балыҡ бешеп сыға. Балсыҡ һылар алдынан балыҡты кәбеҫтә, дегәнәк, кесерткән, ҡарағат япраҡтарына урарға мөмкин, был саҡта инде бешереү ваҡыты оҙағыраҡ, 40-50 минут тәшкил итә.
Икенсе ысул. Ҡом өйөмө өҫтөндә усаҡ яғабыҙ. Күмерен ситкә алып торабыҙ, шунан алда әйтелгәнсә әҙерләнгән балыҡты, ҙур япраҡҡа йәки еүеш таҙа ҡағыҙға төрөп, эҫе ҡомға күмәбеҙ. Өҫтөнә яңынан усаҡ яғабыҙ. 20-30 минуттан балыҡ әҙер була.
Рәшәткәлә көмрө балыҡ
1 көмрө балыҡ, 1 лимон, 1 ҡалаҡ майонез йәки ҡаймаҡ, балыҡ өсөн тәмләткестәр, тоҙ, борос, күңелегеҙгә ятҡан үләндәр кәрәк.
Балыҡты таҙартабыҙ, эре киҫәктәргә бүләбеҙ. Лимондың һутын һығып алабыҙ, тоҙ, тәмләткестәр, майонез ҡушып болғатабыҙ. Ошо маринадта балыҡты ярты сәғәттәй тотабыҙ ҙа, барбекю рәшәткәһенә теҙеп, ҡайнар күмер өҫтөндә бешерәбеҙ. Көймәһен өсөн ваҡыты-ваҡыты менән әйләндереп торорға кәрәк. Көмрө балыҡ бик ҡоро булып бешмәһен өсөн, уны үҫемлек майы менән майлап тороу яҡшы. Башҡа балыҡтарҙы майламағанда ла була.

Гөлшат ҠУНАФИНА әҙерләне.
Теги: