Төйнәп бирҙем бүләгемде...

Бүләктәрҙе туҡымаға төрөү Японияла уйлап табылған, тип һанала. Шулай ҙа хәтерегеҙҙәлер, беҙҙең өләсәйҙәр ҙә әйберҙәрҙе төйөнсөк, төргәк итеп йөрөтә торғайны. Мең йыллыҡ тарихы булған был сәнғәт төрө фурошики тип атала. Ул бик уңайлы – туҡыма үҙенә төрөлгән әйберҙең рәүешен ала, тотҡостарынан эләктереп алып китергә генә ҡала. Яйлы итеп уралған ҡарбузды тотоп барыуы ниндәй рәхәт икәнен күҙ алдына килтерегеҙ әле!

Һуңғы йылдарҙа тирә-яҡ мөхитебеҙгә зыян килтермәй торған нәмәләр киңерәк тарала бара. Киләсәге хаҡында уйланғандар оҙаҡ серемәй һаҡланыусан шыптырға ҡарағанда туҡыма сумкалар, ҡағыҙ һауыттарға өҫтөнлөк бирә. Фурошикиҙы ла ауыҙ тултырып “тәбиғи сумка” тип йөрөтә алабыҙ.

Япондар – ғөрөф-ғәҙәтенә тоғро халыҡ. Улар һәр нәмәне, шул иҫәптән аҙыҡ-түлекте лә, үҙҙәренсә төрөп йөрөтә. Хатта ноутбуктарҙы ла ғәҙәттәренә ярашлы урап бүләк итәләр икән. Ҡаты ҡағыҙға түгел, ә йомшаҡ туҡымаға төрөлгән бүләк үҙенсәлеклерәк тә күренә, йылыраҡ та ҡабул ителә торғандыр.
Бындай төйөнсөктәр йәйен йылға буйына ял итергә барғанда ла кәрәк-яраҡты һалып йөрөргә уңайлы. Артыҡ ҡиммәткә лә төшмәй, бының өсөн ялҡытҡан яулығыңды ғына ҡулланырға була. Ҡапыл ғына кейемеңә сумка тап килтерә алмағанда ла фурошики ярҙамға килә ала.

Туҡыма шаҡмаҡ итеп ҡырҡыла, бының өсөн яулыҡ ҡулланырға ла була. Уны әйберҙең ҙурлығына, ауырлығына ҡарап һайлайҙар. Артыҡ йоҡа туҡыма әйберҙе күтәрә алмауы бар, ә бик ҡалынын бәйләүе ҡыйыныраҡ, иң яҡшыһы – уртасараҡ ҡалынлыҡтағыһы. Ҡасандыр туҡымаһының төҫөнә, һүрәттәренә ҡарап, ҡайһы кибеттән алынғанын, уны тотоп барыусының ниндәй ғаиләгә ҡарағанын билдәләп булған. Хәҙер иһә һәр кем үҙ зауығына, теләгенә таяна. Бөгөн һеҙгә иң киң таралған ысулдарҙы күрһәтмәксебеҙ.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook