«Иҫке ауыҙ, яңы аш!..»

«Йәш үләнгә аяҡ баҫтыҡ!» Өләсәйҙәрҙең был һүҙендә тәрән мәғәнә ята. Балтырған, йыуа, ҡаҡы, ҡуҙғалаҡ, хатта кесерткән менән алабута ла аслыҡ йылдарында күптәрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам иткән. Бөгөн, кибет кәштәләре ҡыш та сит ил емеш-еләге менән тулғанда, был үләндәрҙе һанға һуҡмаған булабыҙ. Ә бит Ер-әсәнең үҙенән алған ҡеүәт менән тупраҡты тишеп сыҡҡан йәшеллектә беҙгә кәрәк булған әллә күпме витамин бар. Май айында ете төрлө үләндән ауыҙ итергә, балтырғандан өс тапҡыр аш бешерергә кәрәк, тигән боронғолар. Яңы «уңыш»ты өҙөп ҡапҡанда: «Иҫке ауыҙ, яңы аш, бөтә ауырыу, минән ҡас!» – тип әйтергә лә онотмағыҙ!

Өләсәйҙәрсә кесерткән ашы
Бер аш тәрилкәһе ту­лы кесерткән (өҫкө яп­раҡ­тары), 3 картуф, 3 йомортҡа, 1 стакан самаһы он, тәменсә тоҙ, борос, ҡаймаҡ, ҡатыҡ кәрәк.
Ҡайнап ултырған тоҙло һыуға картуфты турап һалабыҙ. Ул бешә тора, ә беҙ, онға 1 йомортҡа һытып, ыумас ыуабыҙ. Болғата-болғата ыумасты ашҡа һалабыҙ. Кесерткән япраҡтарын яҡшылап йыуып, бешекләйбеҙ (өҫтөнә ҡайнар һыу ҡоябыҙ). Тишекле сүмес ярҙамында йәки сәнске менән ипләп кенә япраҡтарҙы алып турайбыҙ. Кесерткән бешекләгән һыуҙы һурпаға өҫтәргә лә мөмкин. 2 йомортҡаны һытып, кесерткән япраҡтары менән болғатабыҙ һәм ашҡа һалабыҙ. 5 минуттан аш әҙер. Табынға тәменсә ҡаймаҡ, ҡатыҡ менән бирәбеҙ.

Көс өҫтәүсе турама
Баҡсала йәки кибеттә тапҡан төрлө сортлы, төрлө төҫтәге салат яп­рағы йәки бер услам ашарға яраҡлы үләндәр ҡатнашмаһы, 2-3 помидор, тәменсә сәтләүек, 1 балғалаҡ бал, тәменсә бәлзәм һеркәһе кәрәк.
Эре киҫәктәргә бүлен­гән помидор өҫтөнә йәшел япраҡтарҙы ҡул менән ваҡлап һибәбеҙ. Өҫ­төнә бал һалабыҙ, һеркә бөркәбеҙ, сәтләүек һибәбеҙ.

Бәпембәнәнҡайнатма
250 грамм бәпембә сәскәһе, 1,5 литр һыу, һәр литр шыйыҡсаға 750 грамм шәкәр, 1 лимондың һуты, 2 әфлисун кәрәк.
Әфлисунды йыуып, ҡа­бығы менән бергә нәҙек ит­еп турайбыҙ. Бәпембә сәскәләрен йыуып, таҫтамалда киптерәбеҙ. Ҡайнатма өсөн һары өлөшө генә алына. Кәстрүлгә сәскәләр­ҙе, әфлисунды һалып, һыу ҡоябыҙ һәм 1 сәғәт ҡайнатабыҙ. Һөҙәбеҙ һәм күлә­мен үлсәйбеҙ. 1 литр шыйыҡсаға 750 грамм иҫә­бенән шәкәр, лимон һуты өҫтәйбеҙ. Тағы 1 сәғәт ҡайнатабыҙ ҙа банкаларға тултырып ҡуябыҙ.

Ирәүәндән татлы бәлеш
500 грамм ирәүән һа­бағы, 1 әфлисун, 5 ҡалаҡ шәкәр, 250 грамм он, 1 ҡалаҡ һоло өлпәге, 50 грамм сәтлә­үек, 100 грамм аҡ май кәрәк.
Ирәүән һабаҡтарын турайбыҙ ҙа майлы табаға теҙеп сығабыҙ. Шунда уҡ әфлисундың һутын һығып һалабыҙ һәм 2 ҡалаҡ шәкәр һибәбеҙ. Ондо, 3 ҡалаҡ шәкәрҙе, һоло өлпәктәрен, йомшаҡ аҡ майҙы ҡушып, ыумас кеүек ыуып ҡамыр әҙерләйбеҙ һәм ирәүән өҫтөнә һибеп һалабыҙ. Өҫтөнә сәтләүек һибәбеҙ. 200 градус эҫе­лектәге мейестә 25 – 30 минут бешерәбеҙ.

Йәшел ҡоймаҡ
350 – 400 грамм төрлө үлән (шпинат, кесерткән, балтырған...), 100 грамм йәшел һуған, 2 стакан һөт, 2 йомортҡа, ярты балғалаҡ аш содаћы, тәменсә тоҙ, үҫемлек майы, ҡаймаҡ йәки әсегән һөт (сей ҡатыҡ) кәрәк.
Үләндәрҙе йыуып, бешекләйбеҙ ҙә ит турағыстан үткәрәбеҙ. Бар ризыҡты бергә ҡушып, ҡамыр әҙерләйбеҙ, үлән­дәрҙе лә шунда һалабыҙ. Артабан ғәҙәти ҡоймаҡ кеүек ҡыҙған майлы табала бешерәбеҙ. Табынға ҡаймаҡ йәки әсегән һөт менән бирәбеҙ.

Йыуалы турама
3-4 картуф, 3 ҡыяр, бер услам йыуа, бер услам йәшел тәмләткес үләндәр, тәменсә тоҙ, борос, лимон һуты, үҫемлек майы кәрәк.
Картуфты ҡабығы менән мейестә бешереп алабыҙ. Һыуынғас, әрсеп, эре киҫәктәргә турайбыҙ. Ҡыярҙы – ярымҡулсалап, йыуаны ваҡлап ҡырҡабыҙ. Тоҙ, борос һибәбеҙ. Лимон һутын үҫемлек майы менән яҡшылап болғатып, турама өҫтөнә һалабыҙ.

Гөлшат ҠУНАФИНА әҙерләне.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook