Кейеҙ тылсымы

Кейеҙ тылсымы
…Әкиәт урынына олатаһы тарихтарын тыңлап үҫә Зилә. Әсәһенең атаһы Яхъя Күжәхмәтов телдәр, ҡыҙыҡһыныусан ейәнсәрен етәкләй ҙә урман-тауҙарға, ҡырҙарға алып китә. Бүгәсәү һуғышы, аҡтар-ҡыҙылдар хаҡында һөйләй, халыҡ йырҙары тарихын ер-һыу атамаларына бәйләп бәйән итә, сос ҡыҙыҡайҙың хәтеренә һалып ҡалдырырға тырыша. Тик ҡыҙыҡай бик бәләкәй була шул, күп нәмәләр иҫендә ҡалмай. «Их, саҡ ҡына ҙурыраҡ булмағанмын, әллә күпме нәмәне яҙып алыр инем, – ти Зилә Лира. – Ни тиклем мәғлүмәт киткән олатайым менән! Шәғәле Шаҡмандың ҡәберен табыуҙа ла уның ярҙамы ҙур булған»... Тарихҡа һөйөү бәләкәс ҡыҙҙың йөрәгенә шулай иртә һалына. Дүртенсе синыфта таратҡан әсбаптар араһынан тарих китабын һайлай ҙа йотлоғоп уҡып бөткәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Ҡыҙығып китеп, китапхананан барлыҡ кластарҙың тарих китаптарын йыйып, 10-сы синыфтыҡына тиклем уҡып сыға.

Теманы һөйләргә баҫтырһа, туҡтата алмай бер була уҡытыусы, етер, беҙ әле ул тиклем төптән уҡымайбыҙ, ти, ә Зилә белгәнен һөйләп ҡалырға тырыша...
Икенсе яратҡан дәресе йыр була. Яңы көй отоп килә лә класташтарына өйрәтә. «Әйҙәгеҙ, бөгөн ошоно ҡабатлайыҡ!» – тип таҡтаға сығам да һүҙҙәрен яҙа башлайым. Уҡытыусы ла юл ҡуйған бит әле! Ихласлап шул мин һайлаған йырҙарҙы йырлай торғайныҡ. Шул саҡтағы батырлығыма үҙем дә аптырап ҡуям хәҙер... – тип хәтирәләргә бирелә Зилә апай. – Ғаиләбеҙ музыкаль булды беҙҙең. Әсәйем баянда, гармунда, мандолинала уйнай. Әсәйемдең ағаһы, Ҡәһир, ете музыка ҡоралында үҙе уйнарға өйрәнгән. Ғүмер буйы клубта эшләгән. Ул оҫта рәссам да булған»...

Кейеҙ тылсымы…«Ошо бер йыл эсендә нимә генә баҫманым. Йәшерен-батырын түгел, ҡулым ипкен минең шундай эштәргә. Ҡайҙалыр саҡырһалар, нимә алып барырға, тип аптырап тормайым. Кейеҙ иҫкермәй, йыуһаң, яңы ғына баҫҡан кеүек була ла ҡуя. Пластилин кеүек ул, йәнең ни теләһә, барыһын әүәләргә мөмкин. Кейеҙҙе боҙоп булмай, – тип һөйләй Зилә Лира яңы мауығыуы хаҡында. – Һатыуға кейемдәрҙе ике яҡлы итеп баҫам. Кеше ҡиммәт аҡса түгеп ала икән, ике әйбер алған кеүек булһын. Заманса биҙәктәрҙе лә ҡулланам, халыҡ орнаменттарын да. Тәҙрәгә ҡорған баҫа башлағайным, әле ҡулым һынып, эшемде туҡтатып торҙом. Мәҙәниәт йорто күп ваҡытты ала, һәр эште еренә еткереп башҡарырға күнеккәнмен шул. Ысынында, тик кейеҙ менән генә шөғөлләнгем килә». Түңәрәккә ололар ғына түгел, балалар ҙа йөрөй, хәҙер ҡунаҡтарға ла кейеҙ баҫыу тураһында ғорурланып һөйләйҙәр, күрһәтәләр. Ике бала, Рәсәй күләмендәге бәйгелә ҡатнашып, икенсе урынды алған. Һәр уҡыусым эшендә минең дә көсөм бар, тип ғорурланам»...
Гөлшат ҠУНАФИНА.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.

Әбйәлил районы.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө (2018) һанында уҡығыҙ.



Теги: Зилә Лира




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook