Алмиҙеү

Алмиҙеү
«Нимә тапһалар, шуны ҡуйып, стилләштерелгән, заманса түш биҙәүесе тип эшләп тағып йөрөүселәр күп хәҙер. Ҡайһы бере уларҙы, айышына төшөнөп тормай, хатта «селтәр», «һаҡал» тип тә атап ебәрә. Этнографик яҡтан ҡарағанда, төптө дөрөҫ түгел былай итеү. Һәр биҙәүестең үҙенсәлектәре, айырмалыҡтары бар. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың түш биҙәүестәрен рус телендә дөйөмләп «нагрудник» тип йөрөтһәк тә, уларҙың һәр береһе ҡулланылышы, тәғәйенләнеше буйынса айырыла. Журналда сыҡҡан был мәҡәләләр асыҡлыҡ индерергә, миллилегебеҙҙе һаҡлап ҡалырға булышлыҡ итһен ине», – ти башҡорт биҙәүестәре оҫтабикәһе Асия ҒӘЙНУЛЛИНА. Бөгөн ул алмиҙеү эшләү серҙәрен аса.

Алмиҙеү йәш ҡыҙҙарға ла, ҡатындарға ла килешә. Уны милли кейем менән кейергә лә, заманса күлдәккә яраштырырға ла мөмкин.
Алмиҙеү тегелеше менән һаҡалға оҡшаш, аҫҡы яғы түңәрәкләнеп тора. Ул селтәр, һаҡал кеүек ҙур түгел, еңелерәк тә. Был биҙәүес өсөн аҫылташ, сулпы талап ителмәй, бары мәрйен (коралл), тәңкә, ҡортбаш ҡулланыла. Иң тәүҙә беше ҡыҙыл туҡыманан өлгө менән үлсәп, ҡырҡып алабыҙ ҙа ҡатлап нигеҙен тегәбеҙ.

Беренсе алмиҙеү яҡ-яҡлап 2 ҡат мәрйен менән уратылған. Өҫкө яҡтан биш ҡортбаш тағылған. Ике яҡ ситенән дә дүртешәр ҡортбаш баҫылған. Ә уртала өс рәт итеп тәңкәләр беркетелгән. Көмбәҙләтелгәне айы­рыуса матур күренә. Ҙурыраҡ тәңкәләр аҫҡы яҡта урын ала. Ҡортбаш һәм тәңкә рәттәре араһына мәрйендәр теҙелгән.

Икенсе алмиҙеүҙә мәрйендәрҙең төрлөһө ҡулланылған. Биҙәүестең аҫҡы өлөшөндә мәрйендән теҙелгән селтәр урын алған. Өҫкө өлөшөндә шулай уҡ биш ҡортбаш беркетелгән, ике яҡ ситтән дә бишәр ҡортбаш төшә. Тәңкәләр дүрт рәт төшкән, шулай уҡ эрерәктәре – аҫтараҡ, вағыраҡтары өҫтәрәк урынлашҡан. Мәрйендәрҙең төҫө, формаһы төрлө булыуы биҙәүесте үҙенсәлекле итә.
Алмиҙеүҙең икеһе лә елкәлә төймә менән эләктерелә.
Гөлшат ИШБУЛАТОВА яҙып алды.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.



Теги: Милли биҙәк Биҙәүестәр




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook