Текә таҡыя

Текә таҡыяБашҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының ярымшар рәүешендәге традицион баш кейеме – таҡыяны йәш ҡыҙҙар, ҡатындар байрамда һәм туйҙа кейгән. Милли кейемдәр, биҙәүестәр оҫтаһы Асия ҒӘЙНУЛЛИНА был һанда текә таҡыя менән таныштыра.

Текә таҡыяның нигеҙе кейеҙҙән, йөн туҡыманан, ҡаты киндерҙән тегелгән. Ул биш йәки алты өлөштән тегелә. Ярымшар рәүешендәге башлыҡтың түбәһе өҫкәрәк күтәрелеп тора. Ситтәре сикә тапҡырынан алып икенсе сикәгәсә елкә яғынан уҡалар менән әйләндереп эшләнә. Ал яғы ғына асыҡ ҡала. Уҡа өсөн бер генә буй мәрйен төшөрәбеҙ ҙә, тәңкә йәки суҡ таҡҡас, энәне кире шул уҡ мәрйендәрҙән кире үткәрәбеҙ. Оҙонлоғо 15 – 17 сантиметр булыуы мөмкин.

Текә таҡыяға тотошлай көмөш тәңкә баҫып сығырға була. Икенсе ысул – тулыһынса мәрйендәрҙе селтәрләп ҡаплайҙар. Иң ҡиммәтле баш кейемдәре иһә аҫылташтар, мәрйендәр менән биҙәлә.

Түбәһенең иң өҫтөндә көмбәҙ тора. Көмбәҙләтеп аҫылташтар һәм мәрйендәр менән биҙәргә лә була.
Гөлшат ИШБУЛАТОВА яҙып алды.


Текә таҡыя




Теги: Биҙәүестәр Милли биҙәк




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook