БЕЙСӘЛӘР ЯҒАҺЫ – ХӘСИТӘ

БЕЙСӘЛӘР ЯҒАҺЫ – ХӘСИТӘКүкрәккә тағыла торған был биҙәүес – арҡыры яға, ҡайһы райондарҙа хәситә тип йөрөтөлә. Абруйлы, дәрәжәле ҡатын-ҡыҙҙар, бейсәләр кейгән уны. Үҙенсәлеген Асия ҒӘЙНУЛЛИНА асып һала.

«Был затлы биҙәүес элек ҡиммәтле биҙәкле тауарҙан эшләнгән, йыш ҡына барса ҡулланғандар. Алғы яғына тәңкә, мәрйен, ҡиммәтле таштар, төймә, муйынсаҡтар беркетелеп ҡуйыла. Арҡаһы ла шулай уҡ биҙәлә йәки яҫы бау – ләмкә генә ҡулланырға мөмкин. Ул саҡта инде 2-3 сантиметр киңлегендәге туҡыма таҫмаға тәңкәләр тағыла.

Арҡыры яға, ғәҙәттә, һул яурынға һалына, аҫҡа төшөп, бил тапҡырында төймәгә эленә йәки тегеп ҡушыла. Әммә ҡайһы бер төбәктәрҙә, киреһенсә, уң яурынға һалынып, һул яҡтан билгә төшөп торғаны ла осрай. Яурын башында киңлеге 4-5 сантиметр булһа, аҫҡы яҡта 12 – 25 сантиметрға етә.
Хәситәнең икенсе төрө таҫма рәүешендә эшләнә. Уға шаҡмаҡ, өсмөйөш, трапеция, ромб рәүешендә айы- рым-айырым кеҫә кеүек төшөп торған биҙәктәр тегелә.

Арҡыры яғанан өҫтә тәңкәле, аҫылташлы йәки мәрйенле алмиҙеү тағырға мөмкин».
Гөлшат ҠУНАФИНА яҙып алды.



Теги: Милли биҙәк Биҙәүестәр




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook