Арҡалыҡ

Арҡалыҡ өсөн ҡыҙыл буҫтау туҡыма (башҡа төҫтәге туҡыма ла ярай), энә, еп, ҡайсы, мәрйен, тәңкә, ҡортбаш, сәйлән, сулпы кеүек биҙәү әйберҙәре кәрәк була. Төймәләр, ҡәнәфер бөрөһөн ҡулланырға ла мөмкин.

Маңлайсаны башҡа кейәбеҙ ҙә маңлайҙан елкәгә тиклемге араны үлсәйбеҙ. Түбәлектең оҙонлоғон шулай билдәләйбеҙ, ә киңлеге маңлайса менән бер тигеҙ йәки берәй сантиметрға нәҙегерәк булыуы ла бар. Ситтәрен бөгөп сыҡҡас, ике яғынан маңлайсаға беркетеп ҡуябыҙ. Түбәлектең ҡап уртаһынан тәңкә менән үтергә мөмкин, сәйләндәрҙән түңәрәк, ромб рәүешендә биҙәктәр яһарға, ҡортбаш, мәрүәт баҫырға ла була. Ике йәки дүрт тишекле төймә лә йәмләй, аяҡлы төймә генә килешмәҫ. Түбәлекте ике өлөштән дә эшләйҙәр: бер таҫма маңлайҙан елкәгә табан булһа, икенсеһе ике яҡ сикәне тоташтыра. Был саҡта икенсе таҫма аҫта ҡала, уны биҙәгәндә яҫыраҡ әйберҙәр ҡулланыла.

Маңлайсанан 3-4 буй сикәлек төшөрәбеҙ. Уның өсөн епкә сәйләндәр, мәрйендәр эләбеҙ, осона суҡтар йәки тәңкәләр ҡуябыҙ. Сәйләндәр менән аралаштырып ҡәнәфер тәмләткесен таҡһаң, хуш еҫе сығып тора. Күҙ ситенән 2 бармаҡты һалабыҙ ҙа тәүге сикәлектең урынын билдәләйбеҙ. Һуңғыһы иһә ҡолаҡ эргәһендә урын ала. Алҡа-һырғалар таҡҡанда ҡамасауламаҫ өсөн ҡолаҡ тапҡыры буш ҡала. Сикәлектәр яурындарҙан саҡ ҡына аҫҡа төшөп, умрау һөйәгенә етеп тора. Оҙонлоҡтары бер тигеҙ булһа ла ярай, алдағыһы – ҡыҫҡараҡ, артабан оҙонайып барырлыҡ итеп тә эшләргә мөмкин. Иң мөһиме – зауыҡлы һәм уңайлы булһын.
Гөлшат ҠУНАФИНА яҙып алды.
Теги: Милли биҙәк Биҙәүестәр