ептән генә хасил матурлыҡ

ептән генә хасил матурлыҡ
Бөгөн бәйләү һәм үреүҙең ниндәй генә ысулы юҡ! Шуларҙың береһе фриволите төйөндәр ярҙамында селтәр үреүҙән ғибәрәт. Ул йылдан-йыл үҫешә, күптәрҙең төп шөғөлөнә әйләнә бара. Ҡул эшенең был төрөнә ҙур, ҡатмарлы ҡорамалдар ҙа талап ителмәй. Үҙенсәлекле биҙәктәрҙең төп өлөштәре булып дуғалар һәм дүңгәләктәр тора. Башлыса ошо ике элементтан иҫ киткес нескә селтәрле әйберҙәр ижад ителә: ашъяулыҡтар, яғалар, муйынсаҡтар, алҡа-һырғалар, кейемдең биҙәкле өлөштәре... Бөгөн фриволите оҫтаһы Айгөл ШӘЙӘХМӘТОВА алҡа һәм беләҙек эшләргә өйрәтә.


Эш өсөн беҙгә мамыҡ еп, 60 мәрйен бөртөгө, алҡа һәм беләҙек өсөн махсус ҡаптырмалар, фриволите өсөн махсус һоҫа, ҡайсы, ырғаҡ, энә кәрәк була.

Алҡа. 4 метр еп үлсәп алабыҙ. Епте һаплап, 20 бөртөк мәрйен кейҙерәбеҙ. Шунан энәне алып ҡуябыҙ, епте һоҫаға урайбыҙ.
Артабан епте һул ҡулға бер ҡат урайбыҙ, һоҫанан килгән «эшсе» яғы өҫтә тора. Епте күтәрәбеҙ, һоҫаны аҫтан индереп, өҫтән сығарабыҙ, һоҫа яғынан епте тартабыҙ, төйөн әйләнергә тейеш. Төйөндө баш бармаҡ янына килтерәбеҙ. Тура ярымтөйөн килеп сыға. Хәҙер һоҫаны өҫтән индерәбеҙ ҙә аҫтан сығарабыҙ, һоҫа яғынан епте тартабыҙ. Кире ярымтөйөн булды. Тура һәм кире ярымтөйөн бергә фриволите төйөнөн барлыҡҡа килтерә.

Ошо рәүешле 14 төйөн яһайбыҙ. Шунан һоҫа яғынан епте тартып, дүңгәләк эшләйбеҙ. Еп тартылмаһа, артыҡ тығыҙ төйнәгәнһегеҙ, киренән һүтеп ҡабатларға тура килә, шуға эш барышында епте тартҡылап тикшереп барырға мөмкин.

Бер мәрйенде дүңгәләк эргәһенә күсерәбеҙ. Артабан тағы 14 төйөн төйнәп, киләһе дүңгәләкте эшләйбеҙ, мәрйендәрҙе күсереп барабыҙ. Шул рәүешле 21 дүңгәләк була. Инде епте нығытабыҙ ҙа артынан ҡырҡабыҙ. Ҡаптырманы урталағы дүңгәләккә эләктерәбеҙ.
Алҡаның икенсе һыңарын да тап ошолай үрәбеҙ.

ептән генә хасил матурлыҡ
Беләҙек. Ул шулай уҡ 20 мәрйен һәм 21 дүңгәләктән тора. Аҙағынан ике осондағы дүңгәләктәргә махсус ҡаптырмалар кейҙерелә.
Бына күҙҙең яуын алырҙай биҙәүестәр әҙер. Барыһын эшләүгә бер нисә сәғәт етә. Ошо уҡ ысулдарҙы файҙаланып, муйынсаҡ та үрә алаһығыҙ. Бөгөн өйрәткән биҙәүестәр фриволите нигеҙенә төшөнөргә ярҙам итер. Артабан төрлө һыҙмаларҙы ҡулланып, ҡатмарлыраҡ әйберҙәргә тотона алырһығыҙ.
Гөлшат ҠУНАФИНА яҙып алды.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.





Теги: Фриволите




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook