Сәскәләй генә итәк

Сәскәләй генә итәк
Ниндәй генә ҡыҙыҡайҙың балерина йә принцесса кеүек кейенгеһе килмәһен! Ҡатлы-ҡатлы сәхнә кейемен хәтерләткән итәк хаҡында бәләкәстәрҙең барыһы ла хыялланалыр. Ә бит бындай әйберҙе тегеүҙең һис ауырлығы юҡ. Бары кескәй ҡыҙсыҡты ҡыуандырыу теләге, саҡ ҡына ваҡыт кәрәк. Өфө ҡалаһында йәшәүсе Әлиә Имаева бөгөн беҙгә пачка-итәк тегеүҙең иң еңел ысулын өйрәтмәксе.


...«Һәр әсәй ҙә ҡыҙын сәскәләй матур йөрөтөргә теләйҙер. Өлкән ҡыҙым Азалия тыуғас, шатлығымдың сиге булманы. Уны ғүмерендәге тәүге Яңы йыл байрамына ла үҙенсәлекле итеп кейендерергә уйланым. Тик алты айлыҡ балалар өсөн тап килгән, шул уҡ ваҡытта ҡупшы булған, күңелгә ятҡан ғына күлдәк таба алманым. Матур булһа, туҡымаһы шау синтетика, сабыйға ундайҙы кейҙерге килмәй. Шунан уға үҙемсә фатиндан итәк тегергә булдым. Ул да тәбиғи туҡыма түгел, әлбиттә, әммә юлын таптым: бәпесемә кизе-мамыҡ водолазка, колготки кейҙерҙем. Бына шулай өйрәндем был шөғөлгә», – тип һөйләй Әлиә. Әйтергә кәрәк, быға тиклем ҡул эштәре менән һис ҡыҙыҡһынмаған була йәш әсә. Бер тәмен белеп алғас инде, бәләкәсенә төрлө биҙәүестәр ҙә яһай башлай һәм әкренләп ҡул эшенә ылыға. Тора-бара әхирәттәре, таныштары тап шундайҙы эшләп биреүен үтенә, оҫтарып киткәнен үҙе лә һиҙмәй ҡала. Бөгөн, икенсе бәпесе менән өйҙә ултырғанда, был шөғөлө аҡса ла килтерә икән. Инде биш йәшлек Азалия төрлө костюмдарҙы, образдарҙы һүрәт итеп төшөрөп күрһәтә, ә әсәһе уны атҡарып сығыу юлын эҙләп «баш вата». Ике йәшлек Валерия ла ижади эш менән ҡыҙыҡһына.
Сәскәләй генә итәк
1-2 йәшлек балаларға итәк өсөн 1,5 м киңлегендә 2,5 м фатин туҡымаһы (фатин – селтәрле еңел полиэстер туҡыма), 2 – 2,5 см киңлегендәге резинка, 1,5 м самаһы һуҙылып торған спандекс ебе, ҡайсы, еп, биҙәр өсөн мәрйендәр кәрәк...
Гөлшат ҠУНАФИНА яҙып алды.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се һанында уҡығыҙ.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook