Һөйөү бүләк итеү өсөн яралған
Һинән алыҫта мин, Башҡортостан,
Матур исемең телем осонда...
Мостай Кәрим.
Матур исемең телем осонда...
Мостай Кәрим.
Санкт-Петербург ҡалаһында йәшәүсе күпселек яҡташтарым был һоҡланғыс ханым менән яҡшы таныш. Һүҙем – зауыҡлы, рухлы, алдынғы ҡарашлы замандашым, үҙ эшенең оҫтаһы, ижади шәхес Люциә Ғәфәр ҡыҙы Буканова хаҡында.
...Үҙендәге бөтмәҫ көс-ҡеүәтте, күңел киңлеген, йылылыҡты ҡайҙан ала ул? Илһам сығанағы, һөнәри уңыштарының, ғаилә бәхетенең сере нимәлә? Уның емешле, бай, тынғыһыҙ ғүмер юлына байҡау яһау ниндәйҙер кимәлдә ошо һорауҙарға ла яуап бирер, моғайын...
«Атай-әсәйемә мәңге рәхмәтлемен»
Люциә Ғәфәр ҡыҙы – күп быуатлыҡ тарихҡа эйә Юлдыбай ауылынан. Уның бала сағы, йәшлеге яҡташтарының дәртләнеп сиҙәм күтәргән, ауыл хужалығын үҫтергән осорға тура килә. Атаһы, ауылдың тәүге дипломлы агрономы булараҡ, был эштәрҙең уртаһында ҡайнай, «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергәне өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.
Люциә – ҙур, татыу, мөхәббәтле ғаиләлә иң өлкән бала. Апалы-һеңлеле алты ҡыҙ һәм бер ул атай-әсәйҙең дә, мәктәпкә барғас, уҡытыусыларҙың да ғорурлығы булып үҫә.
Ғаилә башлығы – Ғәфәр Шахмөхәмәт улы Буканов – Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашҡан яугир-уҙаман. Курск дуғаһындағы алышта ҡаты яралана, һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградлана. «Атайыбыҙ оло йәшкә еткәнсе һөнәренә тоғро ҡалып, уны намыҫ менән башҡарҙы, ауыл тормошонда бик әүҙем ҡатнашты. Парторг та булды, мәктәптең ата-әсәләр комитетын да етәкләне. Эште урын-еренә еткереү, теүәллек хас ине уға. Әсәйебеҙ Фатима Сафа ҡыҙы бар ғүмерен беҙгә, балаларына, арнаны. Үҙе лә иҫ киткес талантлы шәхес булараҡ, һәр беребеҙҙең һәләтен асыуға ҙур көс һалды. Уға тәбиғәттән йор аҡыл, ғәжәйеп хәтер, белем, эске мәҙәнилек бирелгән ине. Радионан яңы йыр ишетһә, уны шунда уҡ отоп алып, беҙгә өйрәтә. Әкиәттәрҙе лә көйләп-йырлап һөйләй торғайны. Шиғыр уҡырға, бейергә өйрәтеүсе лә әсәйем булды. Туған халҡымдың бай мәҙәниәтенә, сәнғәтенә һөйөү тап ана шул мәлдәрҙә һалынғандыр. Тормошомдағы барлыҡ уңыш-ҡаҙаныштарым өсөн атай-әсәйемә рәхмәтлемен», – тип ҡәҙерле кешеләрен оло ихтирам, һөйөү хистәре аша иҫкә ала Люциә ханым.
Букановтарҙың мөхәббәт һәм наҙға сорналып үҫкән ете балаһы ла, атай-әсәй васыятына тоғролоҡ һаҡлап, туғанлыҡ хистәренә тап төшөрмәй, һәр ҡайһыһы үҙ өлкәһендә һөнәренең оҫтаһы булып танылып, халҡына фиҙакәр хеҙмәт итә.
...Көндәрҙән бер көндө һылыу ҡыҙҙың йортона яусылар килеп төшә. Люциә әхирәте аша ата-әсәһенең ҡоҙалашыуға риза булыуын белеп ҡала һәм, эшенән һорап китеп, һеңлеләренән китаптарын, документтарын сығарып биреүҙе үтенә. Шулай итеп ул Өфөгә, Башҡорт дәүләт медицина институтына юллана. Әлбиттә, атай менән әсәй был ҡылығы өсөн башта асыулана, әммә йылдар үткәс, ҡыҙҙарының ҡыйыу аҙымын ғорурлыҡ менән иҫкә алыр була...
Ғаиләм – ҡәлғәм
Бәхетле ғаиләлә генә бәхетле балалар үҫә. Люциә Ғәфәр ҡыҙы менән Зөбәйер Харис улы үҙҙәрендәге бөтә матур сифаттарҙы балаларына ла бирә алған.
Ҡыҙҙары Гүзәл Зөбәйер ҡыҙы Иҙрисова атай-әсәй юлын лайыҡлы дауам итә. Ул – медицина фәндәре кандидаты, Рәсәй Паралимпия комитетының Паралимпия уйындарына әҙерләү буйынса бүлектең баш белгесе, Мәскәүҙә йәшәй. Гүзәл инглиз һәм ҡытай телдәрендә иркен аралаша, улдары Харис һәм Арслан менән әсәһе етәкләгән «Ирәндек» ансамблендә сығыш яһарға ла ваҡыт таба. 2014 йылда йәш табибә Сочиҙа үткән Паралимпия уйындарына әҙерлек эштәрендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн иҫтәлекле миҙалға һәм Рәсәй Президентының грамотаһына лайыҡ булды.
Айрат Өфө дәүләт сәнғәт институтын уңышлы тамамлап, бөгөн «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында директор урынбаҫары. Йәш сағынан продюсерлыҡ эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, «Араз» төркөмөн ойоштороп та билдәлелек яуланы, бөтә күңеле менән сәнғәт донъяһына ғашиҡ. Уның татыу, матур ғаиләһендә Рөстәм һәм Карина исемле балалар үҫә.
«Иремә, балаларыма, ейәндәремә рәхмәтлемен, улар мине һәр саҡ һөйөү, хәстәр менән солғап йәшәй. Шуға күрә тормошомдағы иң ҙур ҡаҙанышым – ғаиләм, тип һис икеләнмәйенсә әйтә алам. Ошо бәхетем өсөн Аллаһы Тәғәләгә рәхмәттәр уҡыйым», – йәшәүҙең йәмен, асылын бөтә тәрәнлегендә аңлаған, тормошто, кешеләрҙе яратҡан, һөйөп-һөйөлөп ғүмер иткән ханымдың һүҙҙәре был.
...Алыҫ Нева ярҙарындағы ят ҡалала үҙ кешегә әйләнгән, хеҙмәте менән хөрмәт ҡаҙанған, йөрәгендә тыуған Башҡортостанына, ғәзиз халҡына икһеҙ-сикһеҙ һөйөү йөрөткән, шул һөйөү сатҡыларын башҡаларға ихлас өләшеп, ғәм, сәм таратҡан сая Түңгәүер һылыуы бит ул беҙҙең Люциә Ғәфәр ҡыҙы!
Зөлфирә ХАНДОГА.
Санкт-Петербург ҡалаһы.
Санкт-Петербург ҡалаһы.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 8-се һанында уҡығыҙ.
Теги: Люциә Буканова Ҡатын-ҡыҙ