«Тормошто ярата белер кәрәк!»

...– Һеҙ уҡытыусы ғына түгел бит әле, ир ҡатыны, өләсәй ҙә...
– Тормош иптәшем Фәнғәт, үҙенең фәненән былайыраҡ, минең һөнәремде өҫтөн күрҙе. Өс тапҡыр тормошҡа сыҡтың, өсөһө менән дә бәхетлеһең, ни эшләйһең улар менән, тип һорайҙар минән. Иҫәп тигән әйбер булмаһа, бергә йәшәгән ирҙе хатта яратмағанда ла, хөрмәт итеп, ир итеп, ярҙамлашып йәшәргә кәрәктер. Фәнғәт ағайыңдың тәүҙә йырлаған йырына ғашиҡ булғайным. Аҙаҡ яҡташ та икәнен белдем. Беҙ уның менән бергә фән кандидаты, докторы исемдәрен яҡланыҡ. Мәскәүҙә, бар Ер шарынан йыйылған академиктар араһында баҫып, ул миңә оло рәхмәтен белдерҙе. Әҙәмдә иң беренсе кешелек сифаттары өҫтөнлөк итергә тейеш, яныңдағыны хөрмәт итә белмәйһең икән – мөхәббәт үлә. Бөгөн Фәнғәттең элекке ғаиләһе, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре менән аралашып, кәңәшләшеп йәшәйбеҙ. Уҡыусыларым менән дә тығыҙ аралашам, уларҙың уңышы – минең уңышым, емешем. Шуның менән бәхетлемен...
Мәрйәм ЗАКИРЙӘНОВА
әңгәмәләште.
әңгәмәләште.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы һанында уҡығыҙ.
Теги: