Көмөш шишмәләрҙән күскән моң

Көмөш шишмәләрҙән күскән моң
Алты йәшлек кескәй Зөлфирәгә атаһы, район үҙәгенә барғанында, сәскәле генә биҙрәләр алып ҡайтып бирә. Эй ярата ҡыҙсыҡ биҙрәләрен! Атаһы яһап биргән көйәнтәһенә шуларҙы элеп, шишмәнән һыу ташырға әүәҫләнеп ала. Үҙе бер туҡтауһыҙ көйләп йөрөй. Кескәй ҡыҙҙың йырлай-йырлай һыу ташыуын күҙәткән күрше Мирғәзәм ағай: «Ниңә гел йырлайһың да йөрөйһөң? Арыйһың бит», – ти. «Йырламай түҙеп ҡара!» – ти ҙә артабан көйләп китеп бара ҡыҙсыҡ.
Әлбиттә, ул ваҡытта хозур тәбиғәтле Балтас ҡыҙы Зөлфирә Фәрхетдинова Мәскәүҙең иң мәртәбәле уҡыу йорттарының береһендә белем аласағын, ҙур сәхнәләрҙә билдәле операларҙы башҡарасағын, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, абруйлы педагог-профессор булып таныла сағын күҙ алдына ла килтермәгәндер. Ул бары тик тыуған ауылы Маты янынан урғылып сыҡҡан шишмәләрҙең сылтыр сыңына, таллыҡтарҙа берен-бере уҙҙырып һайраған һандуғастар моңона һоҡлана, ошо матурлыҡтан, илаһилыҡтан күңелендә яралған моңдо эсендә тыйып тота алмай, үҙ алдына йырлай ҙа йырлай.
Әйткәндәй, «Маты» һүҙе ғәйнә баш ҡорттары телендә «шишмәләр сыҡҡан урын» тигәнде аңлата икән. Зөлфирә ханым менән әңгәмәбеҙ уның ана шул көмөш һыулы шишмәләр төйәгендә үткән бала саҡ хәтирәләренән башланып китте.
– Күмәк балалы ғаиләлә, ун баланан етәүебеҙ үҫеп буй еткерҙек. Атай-әсәйебеҙ беҙгә бер ваҡытта ла, шулай эшләгеҙ, былай эшләгеҙ, тип өйрәтеп ултырманы. Үҙ миҫалында, үҙ үрнәгендә тәрбиәләне. Әсәйем Ғәйнитаб иҫкиткес күркәм холоҡло, тыйнаҡ кеше булды. Ә атайыбыҙ Әғләм алдынғы ҡарашлы, зирәк зиһенле ине. Махсус уҡымаһа ла, техниканы яҡшы белде. Теген машинаһында ябай кейем-һалым ғына түгел, толоп, тундар ҙа тегә торғайны. Үҫеп етеп, үҙ аллы тормош башлаған һәр балаһына ҡайҙандыр табып, етмәгән өлөшөн үҙе йыйып, теген машинаһы йүнләп бирҙе. Колхоз рәйесе машинаһын гел атайымдан ҡаратып, йүнәттереп алыр ине. Ауылыбыҙға радио килеп еткәс, атайымды радиоселтәр өсөн яуаплы итеп ҡуйҙылар. Ул гел генә мине лә эйәртә. Алданыраҡ барабыҙ ҙа, Өфө тапшырыуҙары башланғансы, атайым мине йырлата...
«Йырсы булыу теләге, профессиональ сәнғәткә илтер юлдың башы шул мәлдәрҙә яралдымы икән?» – тием Зөлфирә Әғләм ҡыҙына.
– Бәлки, шулайҙыр ҙа, – тип тыйнаҡ ҡына ризалаша ул. – Мәктәпкә барғас, байрамдарҙа йырланым, үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгенә ихлас йөрөнөм. Унынсыны тамамлағас, йырсы булыу теләге менән Өфөгә килеп, музыкаль педагогия училищеһына уҡырға индем. Вокал буйынса тәүге уҡытыусым – билдәле йырсы Рәйсә Ғәлимуллина. Нисек дөрөҫ йырларға тәүләп унан өйрәндем. Шулай уңышлы ғына беренсе курсты тамамлап йөрөгән саҡ. Бер ваҡыт училище ла дөйөм фәндәрҙең береһенән уҡытҡан йырсы Рамаҙан Йәнбәков туҡтатты ла: «Һылыу, Мәҙәниәт министрлығына Мәскәүҙән уҡытыусылар килгән. Талантлы йәштәрҙе йыйып, уҡырға алып китәләр. Бәхетеңде һынап ҡара әле», – тине. Рамаҙан ағайҙың кәңәшен тотоп барҙым һәм, йырлағанымды тыңлағас, уҡырға алдылар. Шулай итеп, Мәскәүҙең Гнесиндар исемендәге Дәүләт музыкаль педагогия институты студенты булып киттем. Изге кәңәше өсөн Рамаҙан ағайға ғүмер буйы рәхмәтлемен. Шулай уҡ Мәскәүҙәге уҡытыусым Александра Тимофеевна Москаленконы һәр ваҡыт оло хөрмәт тойғоһо менән иҫкә алам. Ике йыллыҡ әҙерлек курсын тамамлап, институтҡа имтихан тапшырыр алдынан ауырып киттем. Остазым мине Мәскәү янындағы дачаһында йәшәтеп, бер ай буйы дауаланы, ҡабул итеү һынауҙарына әҙерләне.
Әлбиттә, күмәк балалы ғаиләнән сыҡҡан ауыл ҡыҙына баш ҡалала уҡыу еңелдән булмай. Башҡалар янында кәм-хур булып күренмәҫ өсөн матур итеп кейенгеһе лә килә. Юғалып ҡалмай Зөлфирә, данлыҡлы Ҙур театрҙың костюмдар цехына эшкә төшә, шунда уҡ лифтер ҙа була. Уҡыуҙан һуң тиҙ генә дәрестәрен әҙерләй ҙә театрға йүгерә. Ә унда айырым бер мөғжизәле донъя! Күптәр хыял иткән Ҙур театрҙа көн һайын тиерлек опера йә балет ҡарап, күңел офоҡтарын киңәйтә, сәхнәлә барған күп кенә операларҙағы партияларҙы ятлап ала. Йөрәгендә театрҙағы илаһи мөхиткә, мөғжизәүи көскә эйә сәхнәгә ҡарата оло һөйөү тап шул мәлдәрҙә уяна ла инде...
Институттан һуң Зөлфирә Фәрхетдинова Өфөгә ҡайта, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында ижад юлын башлай. Дәртләнеп, һөнәрен яратып эшләй ул.
– Тормош юлымда гел яҡшы кешеләр осрап торҙо. Минең уңыштарымда, хыялыма ирешеүемдә һис шикһеҙ уларҙың да өлөшө ҙур. Мәғәфүр Хисмәтуллин, Баныу Вәлиева кеүек оло быуындың мәшһүр йырсылары менән бер сәхнәлә йырлауҙы яҙмыштың бүләге тип ҡабул иттем. Ғөмүмән, опера һәм балет театрында ижад иткән осором – тормошомдоң иң аҫыл, емешле йылдары ул, – ти йырсы.
Ысынлап та, һис икеләнмәйенсә шулай тип әйтерлек шул. Утыҙ йылдан ашыу театрҙың төп солисткаларының береһе булыу, донъя кимәлендә билдәле операларҙан партиялар башҡарыу, Рәсәйҙең барлыҡ ҙур ҡалаларында, сит ил сәхнәләрендә сығыш яһау, абруйлы конкурстарҙа ҡатнашып, уңыштар яулау – былар барыһы ла тап ошо мәлгә тура килә.
– Ролдәремдең һәр береһе күңелемдә һаҡлана. Айырыуса яратып башҡарған партияларым да бихисап. Бизеның «Ынйы эҙләүселәр» операһында – Ләйлә, Вердиҙың «Травиата»һында – Виолетта, «Риголет то»ла Джильда һәм башҡалар. Ә инде әсә телендә үҙ моңоңдо яңғыратыу – бәхет тә, яуаплылыҡ та. Заһир Исмәғилевтың «Салауат»ында – Әминә, «Ҡоҙаса» музыкаль комедияһында – Наза, Хөсәйен Әхмәтовтың «Замандаштар»ында – Бибинур, «Нәркәс»ендә Нәркәс партияларын күңел һалып, яратып башҡарҙым. Хөсәйен Фәйзулла улы кеүек бөйөк талант эйәһе менән тығыҙ бәйләнештә эшләүем дә – яҙмыш бүләге. Ул минең тауышымды үҙ итә ине. Данлыҡлы композиторҙың байтаҡ ҡына романстарын, йырҙарын беренсе булып башҡарыу бәхете тейҙе.
Ғөмүмән, Зөлфирә Фәрхетдинова репертуар һайлауға бик талапсан, яуаплы ҡарай. Уның киң диапазонлы лирик-колоратур сопраноһы башҡорт, татар, рус, сит ил сәнғәтенең классик өлгөләрен дә, халыҡ йырҙарын да берҙәй аһәңле, үҙенсәлекле яңғырата. Улар Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһының алтын фондын тәшкил итә, байтаҡ йырҙары Рәсәй радиоһы өсөн дә яҙылған. Йырсы бөгөн дә репертуарын байытыуҙан, яңыртыуҙан туҡтамай.
– Һуңғы йылдарҙа талантлы композитор Айрат Ҡобағошов менән ныҡлы ижади хеҙмәттәшлек булдырҙыҡ. Уның йыл миҙгелдәренә арналған йырҙары үҙе бер сағыу гөлләмә булып ижадымды балҡытып ебәрҙе. «Көҙгө моңдар», «Ҡышҡы моңдар» романстарына бик матур видеоклиптар төшөрҙөк. Профессиональ сәхнәнән китһәм дә, йыр сәнғәтенән айырылмайым, – ти ижади эшмәкәрлеге хаҡында Зөлфирә апай.
Эйе, йырсының сәхнәләге ғүмере сикле. Әммә Зөлфирә Әғләм ҡыҙы кеүек тынғыһыҙ заттар хаҡлы ялға сығып, тыныс ҡына ята аламы һуң?! Юҡ, әлбиттә. Һәр ваҡыт хәрәкәттә булған бөтмөр, тырыш ханым ең һыҙғанып өр-яңы өлкәгә – юғары музыкаль белемгә эйә педагогтар әҙерләү эшенә тотона. Уның был уй-ниәте М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты етәкселеге тарафынан да яҡлау таба һәм ул 1998 йылда коммерция нигеҙендәге тәүге төркөмдө йыйыуға өлгәшә. Киләһе йылына инде бюджет төркөмө лә үҙ ишектәрен аса. Яңы бүлеккә бина юллау, уҡытыусылар туплау, матди базаны нығытыу – барыһы ла музыкаль белем биреү кафедраһының тәүге мөдире Зөлфирә Әғләм ҡыҙының нескә иңдәренә төшә. Студенттарының уңыштарына, төрлө конкурс-фестивалдәрҙә яулаған ҡаҙаныштарына ихлас күңелдән һөйөнә педагог. Үҙе лә үҫештән ситләшмәй, педагогия фәндәре буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай, профессор дәрәжәһенә эйә, юғары музыкаль белем биреүгә арналған бихисап методик ҡулланмалар авторы. Уның изге уй-маҡсаттарынан нигеҙ алған бүлек ошо осорҙа ике меңдән ашыу йәш таланттың ҡанаттарын нығытып, оло тормош юлына сығарған, улар араһында музыка уҡытыусыларынан тыш, музыкаль-компьютер технологияһы, хореография сәнғәте белгестәре лә бар.
Тормошто яратып йәшәгән кешеләрҙең йөҙҙәренән дә, күҙ ҡараштарынан да ниндәйҙер йылылыҡ, яҡты нур бөркөлөп торғандай. Ошо яҡтылыҡтан, йылылыҡтан башҡалар ҙа йөрәгенә ҡуҙ, күңеленә им ала. Һөйөклө әсәй, ышаныслы тормош юлдашы булған Зөлфирә ханымдың да яҡындары, ҡояш нурына тартылғандай, уға һыйына. Тормош иптәше Фидаи Ғәйфулла улы Бакиров сәнғәттән алыҫ өлкә кешеһе, ул – Өфө дәүләт авиация-техник университетында кафедра мөдире, техник фәндәр докторы, әммә тап уны Зөлфирә Әғләм ҡыҙы «минең иң тәүге, иң ғәҙел баһа биреүсем» тип һанай. Өҙҙөрөп гармунда уйнаған, хәләл ефетенең ижадтағы, хеҙмәт юлындағы һәр аҙымын ҡурсалап, яңы башланғыстарын ҡеүәтләп торған кешене сәнғәттән алыҫ тип әйтеү дөрөҫ тә түгелдер. Бөгөн Зөлфирә Фәрхетдинова башҡарыуындағы башҡорт халыҡ йырҙарынан, композиторҙарыбыҙ әҫәрҙәренән торған видео-концерттарҙы Интернет киңлектәре аша бөтә донъя ҡарай, тыңлай ала. Был да Фидаи Ғәйфулла улының хеҙмәте. Ҡыҙҙары Дәлиҙә лә әсәһенең ижадын ҙурыраҡ киңлектәргә сығары уға булышлыҡ итә. Ул – сит телдәр буйынса белгес, әле Берлинда йәшәй. Германияла ҡәҙерлеһенең концерттарын ойоштороуға булышлыҡ иткән. Ә инде игеҙәктәр – алты йәшлек Эрнест менән Роза – бәхетле өләсәй менән олатайҙың көтөп алған иң ҡәҙерле ҡунаҡтары.
– Бөгөнгө заманда илдәр араһындағы сиктәр бер ни түгел. Даими аралашабыҙ, скайп аша һөйләшәбеҙ. Улар ҡунаҡҡа ҡайта, беҙ барып торабыҙ. Иң мөһиме – йорт-еребеҙ имен, донъялар тыныс булһын, – был балаларын, уларҙың киләсәген ҡурсыған әсәнең һүҙҙәре.
- Ғүмер юлымда һәр саҡ әсәйемдең йәшәү ҡиммәттәренә таяндым. «Балам, Хоҙай Тәғәлә һәр кемде үҙ ризығы менән яралта, бер ваҡытта ла кеше ризығына үрелмә», – тигән һүҙҙәре тормошомда девиз кеүек булды. Бында «ризыҡ» тигәнде киңерәк мәғәнәлә, «кеше өлөшө» тип аңларға кәрәктер. Шөкөр, кеше өлөшөнә төшмәйем, үҙ юлымдан барам, үҙ йырымды йырлайым... – былары инде сәнғәт тип аталған илаһи ҙа, ҡатмарлы ла өлкәгә тиҫтә йылдар буйына тоғро хеҙмәт иткән йырсының, тормош һынауҙары алдында бөгөлөп төшмәгән, барына шөкөр итеп, ҡәнәғәт булып йәшәй белгән ҡатын-ҡыҙҙың фекере.
...Көйәнтәһенә сәскәле биҙрәләрен элеп, шишмәнән һыу ташыған сағындағылай, бөгөн дә йырлауҙан туҡтамай ул. Шуға ла йәшәүе йәмле, донъяһы ҡотло. Бәрәкәтле Балтас еренең көмөш һыулы шишмәләренән күскән моң сылтырап ағылһын да ағылһын, тип теләргә генә ҡала.
Гөлдәр СӘЛИХОВА.[right][/right]



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook