Ташкенттың төп башҡорто
Көндәлектә түгел, сәхнә кейемдәрендә лә милли нағыштарҙы, бигерәк тә ҡурай символикаһын ҡулланыусы ҡатын-ҡыҙҙар милләттәштәр араһында һирәк осрай. Шуға ла Интернетта ҡурай биҙәге һалып ҡаймаланған матур зәңгәр күлдәкле һылыу ҡатын иғтибарымды йәлеп итте. Ташкентта йәшәүен белгәс тә, бына бит, ситтәге тамырҙаштарыбыҙ ниндәй рухлы, тип уйланым. Ханымдың башҡорт булыуына тамсы ла шикләнмәнем. Шулай Интернет селтәре аша танышып киттек беҙ Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Феруза Халдарова менән.
«Ташкентта күбеһе мине башҡорт ҡыҙы тип уйлай, хатта үҙем менән бәхәсләшеүселәр ҙә осрай. Башҡортостан менән тамырҙарым да, йөрәгем дә бәйле. Атайым – үзбәк егете. Ә әсәйем – Ауырғазы районынан, мишәр ҡыҙы. Ҡорманай ауылындағы олатай-өләсәйемә бала саҡта йыл да йәйгелеккә ҡунаҡҡа барып йөрөнөм. Өләсәйем Ғәйниә Абдулла ҡыҙы Богданова, дүрт балаға ғүмер биреп, бар күңел йылыһын уларҙы тәрбиәләүгә арнаған. Олатайым Саҙретдин Сәғәтдин улы Богданов Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ине, ул танкист булған, һуғыштан яраланып ҡайтҡан. Ә әсәйем Римма Саҙретдин ҡыҙы ун һигеҙ генә йәшендә Үзбәкстандың Ахангаран ҡалаһына өләсәйемдең бер туған ағаһы янына сығып киткән. Ташкентта медицина училищеһын тамамлап, дауаханала эшләп йөрөгән сағында хеҙмәттәшенә тормошҡа сыҡҡан. Атайым ғүмер буйы хирург булды, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул яҡты донъяла юҡ инде. Ә әсәйем, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарашып, әле лә Ташкентта ғүмер кисерә.
Мин бәләкәйҙән йырларға яраттым. 1985 йылда Өфө сәнғәт училищеһына, вокал бүлегенә, уҡырға барҙым. Педагог Әлфиә Кәрим ҡыҙы Мәсәлимова класына икенсе курсҡа алдылар мине. Кафедра мөдире Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы Сәғитова училищела осратҡан һайын: «Халдарова, башҡортса һөйләшегеҙ», – тип әйтеп үтә ине. Үҙ-ара бик татыу, һәр береһе гәүһәргә тиң һәләттәрҙән торған төркөм булдыҡ беҙ. Вәхит Хызыров, Йәмил Әбделмәнов, Венер Камалов һәм башҡалар менән бергә уҡыу бәхете тейҙе. Әле лә бәйләнеш ептәрен өҙмәйбеҙ. Әйткәндәй, ноябрь аҙағында, «Үзбәкстан – уртаҡ йортобоҙ» тигән фестиваль сиктәрендә, Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған концерт ойошторабыҙ. Был сара инде йыл да үткәрелә килгән йолаға әүерелде. Быйыл унда сығыш яһау өсөн курсташым, ижадташ дуҫым Вәхит Хызыровтың да килеүе көтөлә.
Йәш саҡ бит ул – тормоштоң иң гүзәл мәле. Бөтә нәмәне ихлас ҡабул итеп, яҙмыштан ғүмер буйы тик сағыу һәм яҡты һөйөнсөләр генә алып йәшәрмен, тип ышанған ваҡыт. Тәү күреүҙән ғашиҡ булдым мин. Уның йылмайыуы йөрәгемә мәңгелеккә уйылды, тик беҙгә бергә булырға яҙманы. Ләкин шул мөхәббәтем минең артабанғы барлыҡ тәҡдиремде билдәләне, тиһәм дә, хата булмаҫ. Сөнки мин уны ғына түгел, уны бар иткән донъяны, Уралды, иҫ киткес бай күңелле башҡорт халҡын, уның телен, йолаларын һәм, әлбиттә, йырҙарын мәңгелеккә яраттым. Башҡорт телендә башҡарған тәүге йырым Рафиҡ Сәлмәновтың «Эҙләйем һине» тигән әҫәре булды. Өсөнсө курста уҡыған саҡта Рафиҡ ағайҙың юбилей концерттарында сығыш яһарға тип Әбйәлил районына барыуым, ундағы тәбиғәткә һоҡланып бөтә алмауым әле лә хәтерҙә.
Өфө сәнғәт училищећын тамамлағас, Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына йүнәлтмә бирҙеләр, әммә мин, уҡыуымды консерваторияла дауам итергә теләп, Ташкентҡа ҡайттым. Күп тә үтмәне, үзбәк йолалары буйынса димләп кейәүгә бирҙеләр. Никах алдынан ғына күрҙем уны. Бер-бер артлы ҡыҙҙарым тыуҙы, донъя мәшәҡәте баҫты. Ләкин күп тә үтмәй, иремде хөрмәт итһәм дә, ғаиләлә мөхәббәтһеҙ йәшәй алмаҫымды аңланым. Әлбиттә, ул мине ењел генє ебәрмәне, бәләкәй ҡыҙыма һигеҙ ай ғына булғанда айырылдым. Тәүҙә бик ауыр ине. Һуңғараҡ тормошҡа сығырға тәҡдим итеүселәр ҙә булды, ләкин күңелемдән тәүге мөхәббәтемә булған хистәрем юйылманы. Утыҙ йылға яҡын ваҡыт үтһә лә, һаман уны яратып йәшәйем. Ул инде күптән ғаиләле, һәйбәт ир, балаларына хәстәрлекле атай, уны башҡа борсоманым, ситтән күҙәтеп, бары тик бәхетле генә булыуын теләп йәшәйем. Башҡорт телен мин уға нимәлер иҫбат итергә теләп өйрәнмәнем. Яҙмышым гел үҙе шул юҫыҡҡа борҙо. Минең бит хатта тыуған көнөм 11 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы көнөндә.
Башҡортса йырҙар башҡарғанымды белгәс, Ташкенттағы башҡорттар мине яратты, ойошмаларына саҡырҙы, дуҫлашып киттек. Хәҙер инде оҙаҡ йылдар урындағы З.Вәлиди исемендәге башҡорт йәмғиәте рәйесенең мәҙәниәт буйынса урынбаҫары булып та эшләйем. Башҡортостан көндәрен, һабантуй, Наурыҙ һәм башҡа байрамдарҙы ойошторам, уларға сценарийҙар яҙам, сәхнәлә үҙем алып та барам. «Урал» башҡорт фольклор ансамблен етәкләйем. Байтаҡ йылдар йәкшәмбе мәктәбендә балалар өсөн башҡорт теле дәрестәре лә уҡыттым. Уларҙың бер нисәүһе һуңынан Башҡортостандағы юғары уҡыу йорттарына уҡырға инде. Тағы ла ҡумыҙҙа уйнарға өйрәндем. Ә һин иғтибар иткән ҡурайлы күлдәкте мин Башҡортостандың тыуған көнөнә арнап тектерҙем. Уның ҡурай нағыштары Сваровски таштары менән биҙәлгән. Башҡорт милли костюмдарым, уның элементтарын ҡулланған күлдәктәрем дә етерлек. Уларҙың һыҙмаларын үҙем уйлап сығарам, хыялдарымды тормошҡа ашырырға ярҙам иткән бик шәп тегенсем бар. Үзбәктәр ҙә, башҡорттар һымаҡ уҡ, хәҙер милли кейемде тик байрамдарҙа ғына кейә. Әммә беҙҙә көндәлек кейемгә милли кейем элементтары ҡушып ебәреү һуңғы ваҡыт бик модала. Шулай уҡ үзбәк орнаменты менән биҙәлгән шарфтар ҙа бөгөн бик популяр.
Рәсми мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Үзбәкстанда һигеҙ меңгә яҡын башҡорт йәшәй. Ташкенттағылары йыш ҡына бергә йыйылышып тора. Үҙем дә Башҡортостандың билдәле шәхестәре хаҡында тематик кисәләр үткәрергә яратам. Йыл һайын Үзбәкстанда үткән «Сәңгелдәк йыры» фестивалендә ҡатнашып, башҡорт бишек йырҙарын йырлайым.
Консерваториянан һуң Үзбәкстандың хор капеллаһына саҡырғайнылар, бөгөнгәсә шунда эшләйем. Үҙемдең репертуарымда төрлө халыҡтарҙың йырҙары булһа ла, иң күбе һәм яратып башҡарғандарым – башҡортсалары. Уларҙағы моң тәрәнлегенә, хислелегенә йырлаған һайын хайран ҡалам. Капеллабыҙҙа ла быйыл үзбәк тамашасыһы хөкөмөнә хор өсөн эшкәртелгән башҡорт халыҡ йыры «Түңәрәк күл»де сығарҙыҡ.
2010 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында делегат булараҡ ҡатнаштым. Ә 2011 йылда Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы исемен бирҙеләр. Өфөлә үткәрелгән халыҡ-ара башҡорт һәм татар телле йырсыларҙың «Туған тел» фестивалендә бөтә донъяға билдәле Роберт Юлдашевтың ҡурайына ҡушылып, башҡорт халыҡ йырын башҡарыу бәхете лә яҙҙы миңә. Мин уны тормошомдағы иң сағыу мәлдәрҙең береһе тип иҫәпләйем һәм бик ғорурланам.
Алда ла әйткәйнем инде, йышыраҡ башҡортса сығыш яһап йөрөгәс, Ташкентта бөтәһе лә мине башҡорт ҡыҙы тип иҫәпләй. Былтыр «Үзбәкстан – уртаҡ йортобоҙ» тигән фестивалдә «Үткән ғүмер»ҙе йырлап, ҡатын-ҡыҙҙар араһында иң яҡшы тауыш номинацияһында еңеүсе булдым.
Ҡыҙҙарым үҫте инде. Гөлназ былтыр кейәүгә сыҡты, үҙе әсәй булырға әҙерләнә. Йәмиләм Ташкент музыка лицейының фортепиано класын ҡыҙыл дипломға бөтөрҙө. Ул да беҙҙең «Урал» башҡорт фольклор ансамблендә йырлай. 2010 йылда, Башҡортостандың Нефтекама ҡалаһына «Дуҫлыҡ моңо» фестиваленә барып, дипломант булып ҡайтты. Әле хоҡуҡ белеме йүнәлеше буйынса университетта уҡый. Ташкентта рус мәктәптәре лә һаҡланып ҡалды. Балаларым шунда уҡыны, ләкин үзбәк телен дә камил беләләр.
Мин үҙемде ныҡ бәхетле кеше тип һанайым. Бынамын тигән ике балам өсөн уларҙың атаһына, мине йыр сәнғәте донъяһына алып сыҡҡан башҡорт вокал мәктәбенә, ғүмер бүләк иткән атай-әсәйемә, миңә иркен йәшәргә һәм ижад итергә мөмкинлектәр биргән Ватаныма, мәңгелеккә ҡанатлы, дәртле иткән, мине һөйөклө башҡорттарым менән бәйләгән тәүге мөхәббәтемә, хатта уның менән сәстәребеҙҙе бәйләргә бирмәй, уға ҡарата хистәремде мәңгегә саф килеш ҡалдырған, ҡайһы саҡта, миңә ҡарата ҡаты булды, тип үпкәләп тә алған яҙмышыма бөгөн бик рәхмәтлемен!» – ти ул.
«Һеҙ Үзбәкстандың төп башҡорто ла баһа», – тип шаярттым әңгәмәсемде. «Эйе шул, мине шулай тип йөрөтөгөҙ, миңә оҡшай!» – тип шатланды Феруза ханым.
«Һәр яҡта ла һеҙҙең кеүек төп башҡорттарыбыҙ күберәк булһын ине ул, үәт шул сағында ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең мәҙәни ойошмалары Ташкенттағы һымаҡ гөрләп торор ине, ысынлап та», – тинем яуап итеп. Быныһы инде шаяртыу түгел, ә Феруза ханым Халдарованың да, Үзбәкстан башҡорттары ойошмаһының да әүҙем эшмәкәрлегенә, дәртлелегенә ҡеүәт кенә итеүем!

Гөлнара БУРАНҠАЕВА.
Теги: