Йәшлек көндәлеге
Зәйнәб БИИШЕВА
12 июль
Тороп арлы-бирле иткәнсе халыҡтың «еләк күп» тип маҡтауҙарына ҡыҙығып, еләклеккә сығып киттем. Ауыл осона сыҡҡас та, өйөм-өйөм еләк япраҡтары араһында ҡыҙыл бөртөктәр ҡаршыланы. Туғай тулы еләк йыйыусылар. Бөтөн кеше сыға ла алыҫҡа еләккә китә. Улар араһынан атлай алманым. Ваҡ өйөмдәрҙәге ҡыҙарып ултырған еләктәрҙе ташлап, алыҫҡа китеүҙе күңел оҡшатманы. Бер урында аунап, туйғансы еләк ашаным. Минең янға 4-5 йәшлек бер көтөү бала-саға еләк ашарға килде. Уларҙың ҡай берҙәре менән килешеп алдым. Миңә үҙҙәренең өй хәлдәрен, атаһының күлмәк алып ҡайтыуын, иртән әсәһе менән ҡартатайҙарына ҡунаҡҡа барасаҡтарын һөйләнеләр. Бик иркенләп маҡтандылар – тыңланым, бер аҙ һөйләштем, һөйләттем. Арығас, ялға ҡарт йыуан тирәктең төбөнә ултырып уҡып, бер аҙ йырланым да ҡайтып киттем. Юлымда ҡыҙыл еләктәр һаман күңелемде ҡытыҡлап барҙы. Мин артыҡ туйғанға уларға илтифат итмәнем.
13 июль
Иртә менән ат егеп, волосҡа, Ҡ. ауылына, сығып киттем. Мин барғанда пионерҙар йыйылған, мәктәп алдында көтә инеләр. Балаларҙы алып, һыу буйына сығып киттем. Унда бер аҙ занятие уҙғарып, уйын уйнап, тағы шундай нәмәләр менән көн үткәргәндән һуң, төш етер алдынан ауылға ҡайттыҡ. Балалар таралды. Китапханаға кереп, гармун уйнап көн үткәрҙем. Төш ауғас, ҡайтып киттем. Башҡа эш юҡ. Еләк ашарға сығып киттем. Икәү булғанға, тағы ла алыҫҡараҡ атларға, тағы ла күберәк ашарға тура килде. Йөрәк болғана башлағас, яр буйына барып, балыҡтарға ҡарап ултырҙыҡ. Ҡояш түбәнләп, матур, рәхәт йылылыҡ менән ҡосаҡлағас, әкрен генә ҡайтып киттек.
14 июль
Көн ғади эштәр менән генә үтеп, ҡояш байыны.
15 июль
Кооперативҡа тауар килгән тип ишеткәс, тағы Ҡ. ауылына сығырға булдым. Ике кешегә йәйәү барыу күңеллерәк булыр төҫлө ине. Ауыл халҡы, ат егәйем, тиһә лә, йәйәү барыуҙы хуп күрҙем. Сығып киттек. Көн матур, юл ҡыҫҡа булды. Беҙ барыуға кооперация йорто халыҡ менән шығырым тулған, һис яҡын барырлыҡ түгел. Ул ҡәҙәре халыҡты көтөп, тауар алғанса, бик күп ваҡыт үтте. Ҡайтырға сыҡтыҡ. Күк йөҙөн ҡап-ҡара болоттар ҡаплаған. Йәшен йәшнәй, күк күкрәй. Ярты юлға етеүгә ямғыр ҡоя башланы. Ҡыуыш ҡороп, ҡарама ағасына бесән һалып ултырғас, ямғыр артыҡ һыулай алманы. Күк күкрәү, йәшен йәшнәү, атыу – барыһы ла үҙ урынында тәбиғәткә дәһшәт бирҙе, күңелгә йәшерен ҡурҡыу һалды. Артыҡ оҙаҡ ағас араһында ултырырға күнмәнем. Ямғыр булһа ла, аҙыраҡ тымғас та ҡайтырға сыҡтыҡ. Юл бысраҡ. Чеүәкләр аяҡтан һурылды. Халыҡ, беҙҙең кеүек һыуланып, ағас аҫтында ултырып сыҡҡан. Ҡайһыһы – бесәндән, ҡайһыһы еләктән, ҡарағаттан ҡайта. Ҡайтҡас, тамаҡҡа ашаным да уранып ятып йоҡланым. Йоҡо тәмле булды. Уянғанда кис төшкән ине.
16 июль
Иртән тороп, арлы-бирле итеүгә ауылға кинокартина килде. Кино ҡуйыусы иптәш менән кооперацияға, волосҡа почтаға, Ҡ. ауылына барып ҡайттыҡ. Ат менән йөрөгәнгәме, тиҙ ҡайтылды. Ҡайтҡас, көн буйы ауылда йөрөп билет һатылды. Кис матур ғына фильм ҡараныҡ. Иртәгәһенә ул иптәште һағынып көтөп, сәғәт киске биш булды. Бар икән донъяла йоҡлаусылар, тинем. Ул тороп киткәнгә хәтле, кис булды. Ул көн шулай үтте.
17 июль
Иртә тороп, машинала әйберләр тегергә киттем. Кис төшөр алдынан, һиңә кешеләр килгән, тип ҡайтарҙылар. Ҡайттым. Бына шатлыҡ! Бергә уҡыған иптәшләр! Улар менән еләккә, ҡарағатҡа барып йөрөнөк. Төн ауылда оҙаҡ һөйләшә алырлыҡ. Иптәшләрҙе күреү ҙур шатлыҡ булды.
18 июль. Күңел һыҡраныуы
Иптәшләр ҡайтып китте. Мин ауылдағы иптәшемә ултырып, баҙарға киттем. Баҙарҙа йөрөйһө килмәне. Әллә ниңә рух төшөнкө. Һис ниҙе күрәһе, һис кем менән һөйләшәһе килмәне. Ваҡ-төйәк алғас та, ҡайтып киттек. Мине бөгөн уятмағыҙ, тинем дә өйгә кереп яттым. Шул ҡәҙәре кәйеф түбән, күҙҙе асып та ҡарағы килмәй. Аунап-һаташып, көн буйы яттым. Тороуға кис булған, һалынмаған аш, яғылмаған мунса өлгөргән. Рух бер аҙ күтәрелде, ләкин шунда ла күңел һаман ҡарар тапмай. Өй халҡы менән бер аҙ ғәҙәттәгесә шаян һүҙләр һөйләшеп ултырған булдым да сығып киттем. Һыу буйына барҙым. Ундағы матурлыҡтар, киске саф һауа, сылтырап аҡҡан һыу, яр буйлап үҫкән ағастарҙың һыуға төшкән күләгәләренән хасил матур картиналар – барыһы ла бик ғади, ҡоро, рухһыҙ нәмәләр булып күренә. Күңелдән ниндәйҙер бер урында ошо тормоштан ризаһыҙлыҡ, үкенеү уянды. Бынан бер ай элек әллә ниндәй өмөттәр менән янып та, ахырҙа әрнеп, һыҡранып һөйләргә мәжбүр булған, шул һүнгән көйө ошоға хәтле шым ғына ағып килгән күңелдә тағы ла әрнеү уянды. Ул һыҡранды. Күҙләр төнгө тынлыҡҡа сумған. Айһыҙ төндөң офоҡ нуры менән яҡтыртылған һыу өҫтө ҡара... ә күңелдә... Әй, хыял! «Барыһы бушҡа!.. Әгәр минең был уҡыу йортон бөткәс тә белем алырға, тағы күп уҡырға, шуның арҡылы алдағы ҙур теләктәргә етергә тигән хыялдарым да, башҡалары ла аяҡ аҫтында тапалһа, мин ошондай тын ауылда бер уҡытыусы булған булып, шым ғына көндәр үткәргән булырмынмы? Ни хәтле ҡыҙғаныс хәл! Тағы уҡыу, күп нәрҫәләр күреү, тағы башҡалар – барыһы бушҡа, бушҡа!» – тигән шомло уйлар ҡабатланды.
Йөрәк әкрен генә тулҡынланды. Бер минутта ошо тормошто ташлап, билгеһеҙ бер тормошҡа ташланаһы, уның ҡайнаған бер ерендә булаһы килде. Кинәт гармун тауышына һиҫкәнеп киттем. Минең дуҫым гармун менән яныма килгән. Ул матур уйнай. Мин бер генә минут та кешеләрҙе күрәһем килмәһә лә, бер аҙ ултырҙым. Гармунға эйәреп, бер-ике өҙөк йыр йырланым:
Йәш йөрәгем яна бер туҡтамай,
Белмәйем уның ниңә янғанын?
Йырҙар йәмһеҙ сыҡты.
Гармунда уйнаусылар бөтөнләй күҙҙән юғалған кеүек булды. Һәсән (Һәй (Хәй) ниҙер әйтте, ҡайтыу яғына боролдом. «Зәйнәб, туҡта, бергә ҡайтайыҡ әле», – тигән һүҙ генә бер аҙ туҡтарға мәжбүр итте. Гармун тынды. Бер һүҙһеҙ әкрен генә өй яғына атланыҡ. Киске һалҡынса ел мине оҙатып ҡалды. Бер аҙ ваҡыт лампа яҡтыһы менән үткәрҙем.
19 июль
Көн дә ямғыр булып, халыҡтан бесән сапҡанды яҡлап килеп, бөгөн көн матурланғанға бөтөн кеше бесәнгә китте. Беҙ ҙә бесән йыйырға сыҡтыҡ. Кис булды. Өйгә ҡайтыуға ҡояш байыуға яҡынлашты.
Комсомол ячейкаһының саҡырыу ҡағыҙында «Иртәгә бөтөн комсомолдарҙы субботникка саҡырабыҙ. Туйөмбәт комсомолдары, бөгөн әҙерләнеп килегеҙ» тиелгән. Ҡайтып ашығыс бер ат егеп, дүрт кеше ултырып сығып киттек.
Көйгә булғас, бер аҙ арытҡан, күбә күбәләп арыған ҡулдар бер аҙ ауырта. Ҡалырға ярамай тип, артыҡ теләк булмаһа ла, сығып киттем.
Ҡ. ауылы – яҡын ер, ҡояш байығас сыҡһаҡ та, ҡараңғы төшөүгә барып еттек. Кис күңелле үтте. Ҡазан, Мәскәү, Ырымбурҙан радиоконцерт тыңланыҡ. Комсомолдарҙың ғомуми йыйылышы булып, унан һуң гармун менән бер аҙ уйнап ултырғас, фатирға беҙгә таралдыҡ.
20 июль
Иртә ике ат менән яланға сығып киттек. Комсомолдар «ячейка файҙаһына – гәзит-журналдар алдырыу өсөн» бесән сапты. Беҙ, комсомолдар, уларҙың тамаҡтарына әҙерләнек. Көн ифрат дәрәжәлә күңелле үтте.
Эштән ял итергә туҡтаған ваҡытларҙа гармун, мандолин тауыштары яланды яңғыратты. Эштә комсомолдар дәррәү икәнлектәрен күрһәттеләр. Кис булды. Ҡояш байышын ҡалын ҡап-ҡара болот ҡапланы. Күп тә үтмәне, ҡаты күк күкрәп, күк йөҙө йәшен йәшнәүләр менән тулды. Болоттар ишелеп ҡайнашты. Беҙ ҙә эште бөтөрөп, атларға тейәлеп Ҡуйлы ауылына юлландыҡ. Беҙ ҡайтып етеү менән сиктән тыш ҡаты ямғыр яуҙы. Ҡайта алманыҡ. Кис клубҡа йыйылып, бер аҙ уйынлар уйнап, фатирға ҡайтып киттек.
21 июль
Беҙ торғанда ҡояш яңы ҡалҡҡан. Ер өҫтө һыу менән тулы, йылғалар аға. Йәйәүләп ҡайтырға сыҡтыҡ. Ҡайтып етеүгә көн дә яҡтырыбыраҡ ҡалды. Йылғалары ҡороманылар. Һыуланып ҡайтып, бер аҙ ял иткәндән һуң, эшкә киттем. Кисәге төнгө ел-дауыл күбәләрҙе осороп, төбөнә һыу өйгән. Бөтөн кеше күбәләрҙе таратып киптерә. Беҙҙең дә шул уҡ эш менән көн үтте. Кис менән бик оҙаҡ ваҡ-төйәк әңгәмәләр ҡорҙоҡ. Төнгө тәбиғәт бөтөн тирә-яҡты үҙенең тынлыҡ юрғанына ураны. Тик ара-тирә ҡысҡырып ебәргән ҡош, йылҡы көтөүсеһенең һыҙғырған-йырлаған тауыштары ғына ишетелеп китә лә тына.
22 июль
Көн буйы ҡырҙа бесән бакуйҙары менән күбәләр араһында күңелле үтте. Кис менән көн бер аҙ болотланы. Бөтөн халыҡ йоҡоға төрөндө. Беҙ уның менән, Эйек ярының иң бейек еренә барып, һыу ағышына ҡараныҡ. Ул гармун уйнаны. Төн болоттары тағы ла ҡуйырҙы. Тәпәшәк кенә булып, һоро болотлар шомло ҡатлауҙар, ярҙарға күк йөҙөндә йөҙҙө. Һыу өҫтө ҡараһыу-һор төҫкә кереп шымған хәлдә әкрен генә алға үрмәләй. Һоро болотлар тағы ла түбәнләп, беҙҙе яҡындан әйләндерҙеләр ҙә, әкрен генә ваҡ бөртөктәр һибәләргә тотондо. Ямғыр бөртөктәре, ағас япраҡларын өҙлөкһөҙ шыптырҙатып, төндө тағы ла әллә ниндәй тәрән шомлолоҡ, күңелгә билгеһеҙ ҡурҡыуҙар һала торған хәлгә килтерҙе. Беҙ был һоро тынлыҡтан ҡотолоу өсөн әкрен генә өй яғына атланыҡ. Ул мине оҙатҡас, үҙе лә ҡайтырға сыҡты. Һүҙһеҙ, тын минуттар менән юғалды.
23 июль
Ямғыр яуҙы, эшкә барып булманы. Көндөң яртыһын туғайҙа муйыл, ҡарағат, еләк ашап үткәрҙем. Иртә менән волосҡа барып килдем. Төштән һуң туғайҙа булдым.
24 июль
Төшкә ҡәҙәре кәбән ҡойоп, төштән һуң ат менеп йөрөп, кәртә-ҡураларҙы ҡарау һәм башҡа шундай өй-донъя мәшәҡәттәре менән үтте. Кисен аяҙ, матур булып, ситтән генә ҡарап ай көлдө.
Беҙ уның менән янға бер-ике иптәш алып, күптән алға ҡуйылған теләк буйынса, йылҡы көтөүсеһе янына, уның матур моңло йырҙарын тыңларға киттек. Ул малдарын өйөрөп йөрөй ине. Беҙ матур ғына ергә ултырып, уның йырлауын үтендек, үҙебеҙҙең фәҡәт шуның өсөн килеүебеҙҙе һөйләнек.
Ул беҙҙең янға килеп, бер аҙ һөйләшкәндән һуң, мылтығына таянып, бер-бер артлы «Буранбай», «Шәүрәкәй», «Ашҡаҙар» йырҙарын һыҙҙырҙы. Уның уртаса ҡалынлыҡтағы, урғылып сыҡҡан оҙон көйҙәре Эйек һыуы буйлап һәлмәк кенә яңғырап ағылды. Уның мылтығына таянған хәлдә талған күҙҙәре әллә ҡайҙарға баҡҡан. Янында һис кем булғандай, моң менән төрөнгән, ярһыу йөрәк менән йырланған йырҙары уның бөтөн, бөтөн тормошон һөйләп торған кеүек булды. Оҙаҡ йырланы, унан тынды. Ултырып, бер аҙ хәлен, донъя яңылыҡтарын һөйләне. Үҙенең бынан бер нисә йыл элек кенә ҡурайсы, гармунсы булып, хәҙер уларҙы ҡулына тотоп та ҡарамауын, тормош ҡыйынлыҡтары менән баҫыла барыуын әйтте. Төнгө тормош, уның тынлығы, бүреләр килеүе, малдарҙың ҡурҡып таралып бөтөүе, тағы ла шундай төнгө үҙгәрештәр тураһында һөйләне. Уның күккә ҡарап атҡан мылтыҡ тауышы бөтөн тирә-яҡты тулҡынландырып, яңғырап таралды.
Беҙ ҙә тын ултырған ерҙән ҡурҡып тертләүҙән көлөшөп алдыҡ.
Ул малдары янына китте. Беҙҙең килеүгә үҙенең ҡыуанғанын әйтте. Беҙ ҡайтырға сыҡтыҡ. Уның йырлаған тауышы һаман тирә-яҡҡа таралды, һаман яңғыраны.
Беҙ ауылға кергәндә, мылтыҡ тауышын ишетеп өргән эттәр әле лә тынмаған, береһен-бере эйәртеп иренмәҫтән өрәләр. Һарғылт нурға сорналып ярты ай тауҙарға йәшенде. Беҙ ҙә үҙ өйҙәребеҙгә таралдыҡ. Төнгө тынлыҡ урынында ҡалды.
25 июль
Иртә менән мине «Ул», баҙарға барайыҡ, тип килеп уятты. Йоҡо шул хәтле тәмле, йөрөгө килмәй, бармайым, тип ҡалдым. Бер аҙ ятҡас, өйгә еңгәкәй кереп: «Зәйнәб, баҙарға барһаҡ, яҡшы булыр ине, ала торған нәмәләр ҙә бар», – тигәс, мин дә йыйынырға тотондом. «Еңгә, бар, уға әйт, атты алып килһен, беҙҙең ат менән барайыҡ, йәме», – тинем. Ул, атты алып килеүгә, йыуынып, ашап өлгөрҙөм. Беҙ иң һуңғы баҙарсы булып киттек.
Баҙарҙа ваҡ-төйәк эш менән оҙаҡ ҡына йөрөгәс, ҡайтып киттек. Төштән һуң ваҡ-төйәк өй эштәре менән үтте.
26 июль
Төшкә хәтле яңғыҙ ваҡ-төйәк эш һәм бер аҙ йоҡлап алыу менән көн үтте. Ҡыр эшенә сыҡмағас, ауыр, күңелһеҙ ине. Минең аҡыллы дуҫҡайым да йәштәр араһына, өмәгә китеү сәбәпле, килә алмай. Тик уның төшкә ҡайтҡанда булһа ла килеп китеүе күңелде бер аҙ тынысландырҙы. Шул ваҡ эштәр менән булғанда Хәлимә апайҙар килеп, бер аҙ тороп китте. Уларҙың: «Еләк күп, Уралға, боронғо башҡорт йәйләүҙәренә, еләк йыйырға барабыҙ, шуға һеҙгә әйтергә килдек. 28 июль беҙгә килегеҙ, һеҙҙе лә алабыҙ», – тиеүҙәре минең йөрәкте ярһытты. Бесән бөтөүгә әле оҙаҡ икәнде хәтерләп, бер аҙ борсолһам да, өмөттө өҙмәнем. 28-ендә барып етергә вәғәҙә биреп ҡалдым.
Ҡояш байыр саҡта ат егеп, дуҫҡайым менән ултырып сығып киттек. Ул минең сабындарымды күрһәтте. Беҙ ҡайтҡанда күк йөҙө томанһыу болот менән ҡапланып, көн ҡараңғыланғайны. Уның менән еләккә барыу тураһында һөйләшкәс, 27-һендә эштәрҙе бөтөрә һалып, 28-ендә ат менән Уралға юлланырға булдыҡ.
27 июль
Беҙҙең бөтөн пландарҙы ямғыр боҙҙо. Эш башҡара торған көн булыуға ҡарамаҫтан, бөтөн ерҙе диңгеҙ итеп ҡуйған ямғыр эшһеҙ тик ятырға мәжбүр итте. Көн үтте. Ҡалын болоттар менән уралып кис булды. Бөтөн халыҡ төнгө тынлыҡта талды. Беҙ бөгөн ғәҙәттәгесә тағы бик күп әңгәмәләр менән ярты төн үткәрҙек. Ҡай берҙәре үлә яҙып көлөргә мәжбүр иткән кеүек, ҡайһы берҙәре матур ғына булып, «эх, балалыҡ!» тип, һағындырып та ҡуйғылай.
Үҙебеҙҙе тикшереүгә, үҙебеҙгә баһа ҡуйырға һүҙ барып тоташты. Ул: «Зәйнәб, һин дә, мин дә бик аҡыллы булдыҡ, ахыры. Нисә йылдар бергә йөрөү, бергә уйнау, һаман да шул бер туғандар кеүек татыулыҡ. Сафлыҡҡа аҙ ғына ла кер төшөрмәнек. Әгәр беҙҙең урында башҡалар булһа, белмәйем, нишләрҙәр ине? Беҙ ныҡ та, саф та булдыҡ», – тине. Мин дә уға ҡарайым, уны маҡтап алдым. «Һин дә бик ҙур роль уйнап, саф күңелле, аҡыллы булдың. Нисә йылдар, балалыҡ, йәшлек ғүмере бергә үтте. Һинән әҙ генә насар һүҙ, яман ҡараш, насар хәрәкәт күрмәнем. Әгәр һиндә ундай нәмәләр һиҙелә ҡалһа, мин күптән һинең дуҫың булыуҙан ҡасыр инем инде», – тинем мин.
(Аҙағы. Башы 1-се һанда.)
Теги: Зәйнәб Биишева