ЕБӘК ЯУЛЫҠ ҺАЛАМ ИҢЕҢӘ...

Яулыҡ һәр дәүерҙә лә заманса күренә. Бөгөн бигерәк тә шаҡмаҡ рәүешендәгеһе модала, көнбайышта уны «карэ» тип йөрөтәләр. Йөҙҙө асҡан ебәк яулыҡ һәр ҡатын-ҡыҙҙа булырға тейеш, тигән фекерҙә дизайнерҙар. Образға үҙенсәлек, серлелек, нәзәкәтлек өҫтәгән был әйбер – көндәлек кейемде байытыуҙың иң еңел ысулы ла. Бары йәтеш итеп яурынға һалыу серҙәрен генә белеү кәрәк.
Стилист-имиджмейкер Зилә Сәфиуллина бөгөн уҡыусыларыбыҙға яулыҡты бәйләүҙең бер нисә алымын күрһәтә. Модель – Гөлгөнә Баһауетдинова.
Теги: