Байрам ғына булып килә йөҙөп...

Байрам ғына булып килә йөҙөп... Драматик стилдә кейенгән ҡатын-ҡыҙға иғтибар итмәй мөмкин түгел. Улар күҙгә ташланып, башҡаларҙан айырылып тора. Ир-егеттәр – ҡыҙыҡһынып, ҡатын-ҡыҙҙар иһә бер аҙ көнләшеп тә, һоҡланып та баға.

Драматик стилгә өҫтөнлөк биргәндәр тәнде һығып йәки һылашыбыраҡ торған, ҡатмарлы тегелешле кейем һайлай. Биҙәлешкә ҙур иғтибар бүләләр, файҙаһыҙ, әммә матур деталдәре булған кейемдәрҙе үҙ итәләр. Туҡымаларҙан ялтыр, бер нисә төҫ ҡушылған атлас, барса кеүектәре лә, күн, йомшаҡ күн (замша), бәрхәт, тире һымаҡтары ла тап килә. Улар йыш ҡына аныҡ, асыҡ һүрәтле. Иң таралғаны – геометрик биҙәктәр йә йәнлек тиреһен, бигерәк тә леопардтыҡын хәтерләткән һүрәттәр төшөрөлгәне. Төҫтәр ҡуйы, күркәм, нәзәкәтле: зөбәржәттәй асыҡ йәшел, сейә көрән, ҡараһыу зәңгәр, ҡыҙыл йә аҡ менән аралаштырылған ҡара.

Байрам ғына булып килә йөҙөп...

Иғтибарҙы йәлеп итер аксессуарҙар ҙа күп ҡулланыла. Бәләкәс сумкалар, үтә ҡупшы йә семәрле киң ҡайыштар, ғәҙәти булмаған зауыҡлы эшләпәләр кейемгә ҡупшылыҡ өҫтәй. Барокко стилендәге эре, ауыр биҙәүестәр йыш ҡына ҡиммәтле, үҙенсәлекле аҫыл таштарҙан эшләнгән. Аяҡ кейеме нигеҙҙә осло үксәле. Биҙәнгәндә күҙҙәргә йә һутлы ҡыҙыл ирендәргә иғтибар бүленә. Драма стилендә кейенгән ҡатын-ҡыҙҙар ғәҙәттә оҙон ҡара сәсле була. Әммә был – ҡағиҙә түгел.

Былай сағыуҙарҙан-сағыу булыу һәр кемгә килешеп етмәүе лә ихтимал. «Драма гүзәле» өсөн кейемдең күҙгә ташланып тороуы ғына етмәй, бар булмышың, күңел торошоң менән ошо стилгә тап килеү кәрәк. Тышҡы ҡиәфәтең холоҡфиғелеңде сағылдырғанда ғына дөйөм аһәңлелек барлыҡҡа килә. Драматик стилгә ҡараған ҡатынҡыҙҙарҙың йөҙө камил: нәҙек кенә танау, баҙам кеүек оҙонса күҙҙәр, өрөнкө ирендәр. Барыһы ла тәбиғи, яһалма түгел.

Драма стиле йыш ҡына классикаға оҡшаған. Һылыуҡайҙар ғәҙәти генә тегелешле костюмды ла үҙенсәлекле итеп кейә белеүе менән айырыла. Драматика – һәр саҡ эргә-тирәләгеләрҙе таң ҡалдырыу, үҙенсәлеге менән шаҡ ҡатырыу, барыһының иғтибар үҙәгендә булырға теләү ул. Быға миҫал итеп тамашасылар, халыҡ алдында сығыш яһарға яратыусы Моника Беллуччи, Анджелина Джоли, Тина Канделаки кеүек билдәле кешеләрҙе атарға мөмкин.

Тирә-яғығыҙға иғтибарлап ҡараһағыҙ, был стилдә кейенергә яратыусыларҙың бихисап икәнлегенә инанырһығыҙ. Улар араһында «йондоҙҙар»ҙы ғына күрермен, тип уйлаусылар яңылыша. Сағыу, дәртле, үҙ-үҙенә ышанған, алдына аныҡ маҡсат ҡуйып, уға ирешә белгәндәр арабыҙҙа етерлек. Ябайлыҡҡа өйрәнгән Европанан айырмалы рәүештә, Рәсәй бындай зауыҡҡа ынтылған ҡыҙҙар менән дан тота. Көндәлек тормошта ла байрамса биҙәнеп-төҙәнеп йөрөргә яратабыҙ. Һеҙ ҙә ошо гүзәлдәр араһында икән, был бик яҡшы! Тик бар нәмәлә сама белергә генә онотмағыҙ, драма маскарадҡа әйләнмәһен. Бының өсөн көндәлек кейемдә сағыулыҡты еңелсә кәметеү ҙә етә.

Ҡауырһын мәрйен, асыҡ иҙеү, ҡыҫҡа итәк, үтә ҡупшы маникюр, ялтыр туҡымалар... Барыһын да самалап ҡулланып, көндәлек кейемгә йән өрөп була. Бындай үҙгәрештәр бер ҡасан да күңелһеҙ, яманһыу, эс бошорғос түгел. Киреһенсә, ҡиәфәтегеҙгә ҡабатланмаҫ серлелек өҫтәр. Һәр саҡ иғтибар үҙәгендә ҡалам, тиһәгеҙ, ҡыйыуыраҡ булығыҙ.
Айгөл КИРАНОВА.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook