Эй зифа ла буйҙарың, билең нескә тал...

Эй зифа ла буйҙарың, билең нескә тал... Күбебеҙ уйлағанса, зифа буйлы ҡыҙҙар ХХ быуатта ғына популяр булып китмәгән. Эйе, тулы янбашлы һәм ҙур күкрәкле ханымдар һәр ваҡыт юғары баһаланған – меңәр йылдар буйы ҡатын-ҡыҙҙың туғыҙ ай буйы йөрөтөп, сәләмәт бала таба алыу мөмкинлеге тәүге урында тор­ған. Әммә Боронғо Мысырҙа гүзәл­дәрҙе үтә ябыҡ итеп төшөргәндәр, антик идеалдар ҙа хәҙерге 90-60-90 мода ҡанунына яҡын. ХVIII һәм XIX быуаттарҙа төшөрөлгән портреттарҙан да беҙгә ябыҡ, корсет кейгән йәш ҡыҙҙар ҡарай. Александр Пушкиндың ҡатыны Наталья Гончарова ла бал ҡортондай нәҙек билле итеп һүрәтләнгән.

Шулай, буй-һындың үтә нескәлеге, хатта донъя рәхәтенән ваз кисеп ябығыу үткән йөҙ йыллыҡтың 60-сы йылдарында айы­рыуса киң тарала. Билдәле модель Твигги ҡатын-ҡыҙҙың матурлығы тураһындағы фекерҙе тулыһынса үҙгәртте. Ә 90-сы йылдарҙа билдәле Кейт Мосс миллиондар өсөн өлгө булып торҙо. Кейт Мосс ябыҡ ҡына түгел, ҡаурый һымаҡ еңел һәм бына-бына осоп китер кеүек тойола, ҡайһы саҡ килбәтһеҙ ҙә күренеп китә. Шул уҡ ваҡытта ул һәр саҡ яңылыҡ аса, сағыу һәм иҫ киткес кейенә. Был моделгә киң шифон блузаны ҡыҫҡа ғына шорты менән яраштырып кейһә лә килешә, дизайнерҙар ижад иткән кейемдә лә ул зауыҡлы, ҡупшы күренә.

Эй зифа ла буйҙарың, билең нескә тал... Бөгөнгө йондоҙҙарҙан зифа буйы менән апалы-һеңлеле Олсендар, Ки­ра Найтли, Оливия Палермо, Викто­рия Бекхем, Кэндис, Рейчел Зоуи маҡтана ала. Ә Деми Мур һәм Анже­лина Джоли кеүек Голливуд йондоҙ­ҙары иһә олоғайған һайын һомғолла­на барған кеүек. Бөгөн уларҙың осло тубыҡтарын һәм зифа аяҡтарын фотоға төшөрөр өсөн бөтә донъяның папарацциҙары “һунар” итә. Мадонна ла бик бәләкәс үлсәмле кейем кейә.
Ябыҡлыҡҡа мода дауам итә, тиергә лә була. Шуға ла меңәрләгән ҡатын-ҡыҙҙың артыҡ ауырлыҡтан ҡотолоу өсөн тирләп-бешеп спорт залдарында ваҡытын уҙғарыуын да, тәмлекәстәрҙән баш тартыуын да аңларға була. Шул уҡ ваҡытта икенсе гүзәлдәрҙең кәүҙәһен бер аҙ ғына ҡалынайтыу хаҡында хыялланыуы уларҙың төшөнә лә инмәйҙер.
Бик ябыҡ булыу ҙа еңелдәрҙән түгел. Бындай ҡыҙҙарға ла һәр кейем килешеп бармай. Ҡыҫҡа буйлы ҡаҡса ғына ҡыҙыҡай джинсы салбар кейһә, үҫмер ҡыҙҙы хәтерләтә, ә күлдәкте дөрөҫ һайламаған хәлдә, әсәһенең кейемендәге мәктәп уҡыусыһы булып күренеүе бар. Оҙон буй иһә тағы ла нәҙегерәк күрһәтә.
Эй зифа ла буйҙарың, билең нескә тал...
Әммә кейем ярҙамында артыҡ ябыҡлыҡты йәшереп, ҡиәфәткә нәзә­кәтлек өҫтәргә була. Тағы ла бер өҫтөнлөк – татлы ашауҙан тыйылыу кәрәкмәй!
Был кәңәштәр ябыҡ ҡыҙҙарға гүзәл һәм ҡупшы булып күренергә ярҙам итер.
1. Иң төп кәңәш – үҙегеҙҙең ябыҡ­лығығыҙҙы тағы ла нығыраҡ күрһә­тергә ынтылмағыҙ. Аяҡтарығыҙҙың матурлығы һәм билегеҙҙең нәҙеклеге күҙгә салынмай ҡалмаҫ, ә бына осла­йып күренеп торған ерҙәрҙе ҡапларға кәрәк. Мәҫәлән, осло умрау һөйәге һәм терһәктәрегеҙҙе күрһәтеп йөрөү килешмәҫ. Ҡыҫҡа еңде терһәкте ҡап­лап торғаны менән алыштырығыҙ. Тәрән декольте һәм оҙон V хәрефе­ләй муйын уйымы ла “итлерәк” тәнгә килешә. Ә инде тәрән булмаған нәзә­кәтле генә түңәрәк йәки “кәмә” уйымы һеҙҙе зауыҡлы нескә зат итеп күрһәтер.
2. Асыҡ төҫтәге кейем һайлағыҙ. Һеҙ бик бәхетле – күп ҡатын-ҡыҙҙар аҡ, асыҡ көрән һәм башҡа аҡһыл төҫтәрҙе һайлап ҡына кейергә мәж­бүр, ә һеҙгә иһә өҫтәмә күләм ҡамасауламай. Ҡара төҫтөң бер-ике үл­сәмде кәметеүен дә иҫтә тотоғоҙ. Шулай ҙа шкафығыҙҙа дөрөҫ һайланған ҡара күлдәккә урын бүлергә мөмкин.
3. Ҡыҫҡа шорты тик пляжда кейергә йәтеш, итәктең дә самаһыҙ ҡыҫҡаһы һеҙҙең өсөн түгел. Ләлә сәскәһеләй итәк йәки “итәк-ҡәләм” һеҙҙең аяҡтарығыҙҙың матурлығын аса, шул уҡ ваҡытта янбаш тирәһенә ҡатын-ҡыҙҙарға хас күләмде өҫтәргә ярҙам итер.
4. Артыҡ тар әйбер килеш­мәй. Һығып торған джинсы салбар үҫмер ҡыҙға әйләндерә, ә беҙҙең маҡ­сат бөтөнләй икенсе түгелме? Тар салбарҙы оҙон футболка йәки туника менән кейеү отошло. Ә иң яҡшыһы – кәүҙәгә тап килгән джинсыға өҫ­төнлөк биреү. Бындай салбар бер ҡасан да моданан сыҡмай, уны башҡа кейем менән яраштырыуы ла еңел.
5. Бик киң салбар (бигерәк тә һуңғы йылдарҙа киң таралған “шаро­вары”), “ярғанат” еңле свитер йәки пончо ҡаҡса ҡатын-ҡыҙҙа кейем элгесендә эленеп торғандай күренеүе мөмкин – ундай нәмәләргә ҡыҙыҡ­мағыҙ.
Эй зифа ла буйҙарың, билең нескә тал... 6. Кейемде ҡатлап кейеү ҙә кәрәк­ле күләм өҫтәр. Мәҫәлән, бер топты икенсеһе өҫтөнән кейергә мөмкин. Ике ҡат топ аҫтынан эске кейемегеҙ ҙә кү­ренеп тормаҫ. Водолазка өҫтөнән туника кейергә мөмкин. Тик бик мауығып кит­мәгеҙ, кәбеҫтә түгелһегеҙ бит, һәр нәмәлә сама белегеҙ.
7. Вертикаль һы­ҙыҡлы кейем һеҙ­ҙең өсөн түгел, уның ҡарауы, шаҡ­маҡ, борсаҡ кеүек башҡа һүрәттәр, ар­ҡыры буйҙар ҙа бик килешә. Ял мә­лендә диңгеҙ стилен һайлап, тельняшканы бер төҫмөрҙәге итәк йәки салбар менән яраштырып кейергә мөмкин. Бик таралған сәскә­ле нағыш та киле­шәсәк, иң мөһиме – һүрәттәр артыҡ ҙур булмаһын, юғи­һә улар араһында үҙегеҙ юғалып ҡа­лырһығыҙ.
8. Шарф, яулыҡтарҙы рәхәт­лә­неп ҡулланығыҙ. Матур итеп бәйләнгән яулыҡ һәр саҡ муйынды биҙәй, икенсенән, үҙенә иғтибарҙы ала.
9. Күләмле кеҫә кеүек нәмәләрҙән ҡурҡмағыҙ.
10. Аяҡ кейемен дөрөҫ һайлағыҙ. Осло, бейек күтәр­мәле түгел, өҫкө яҡтан киң үксәһе аҫҡа табан бик тарайып киткән туфли һәм танкетка – һеҙҙең “дуҫ”. Һәр хәл­дә лә, нәзәкәтле һәм ҡупшы аяҡ кейеме алығыҙ. Тупаҫ итек һәм башҡа бик ҙур аяҡ кейемдәре нәҙек кенә аяғы­ғыҙҙа бик көлкөлө күренеүе бар.
Иң мөһиме – шуны иҫе­геҙҙә тотоғоҙ: үҙегеҙҙе нисек бар – шулай яратығыҙ.

Наилә ИҪӘНОВА.


Редакциянан. “Glance” ҡатын-ҡыҙҙар өсөн дизайнер кейемдәре магазины тәҡдим иткән әйберҙәрҙе “Башҡортостан” гәзите хәбәрсеһе Ҡарлуғас Ишемғолова кейеп күрһәтте.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook