«ҮҘЕГЕҘГӘ БӘХЕТЛЕ БУЛЫРҒА РӨХСӘТ ИТЕГЕҘ!»

«ҮҘЕГЕҘГӘ БӘХЕТЛЕ БУЛЫРҒА РӨХСӘТ ИТЕГЕҘ!»
«Өфөнөң иң зауыҡлы һәм ҡупшы ҡыҙы» – танылған стилист, «Мәликә» имидж-студияһы етәксеһе Айгөл Ғәйнетдинованы шулай тип атайҙар. Бик нескә эш – кейем һайлауҙа уға ышанып, үҙҙәренең иң матур сифаттарын күрһәткән, күңел донъяһын балҡытҡан кешеләр араһында сәйәсмәндәр ҙә, эшҡыуарҙар ҙа, артистар ҙа, студенттар ҙа, ябай хужабикәләр ҙә бар. Социаль селтәрҙә матурлыҡ, мода, зауыҡ, мәҙәнилек тураһында бик тә фәһемле, бер үк ваҡытта ифрат мауыҡтырғыс яҙмаларын уҡып, уның менән яҡындан танышыу теләге тыуҙы. Ике юғары белемгә эйә ҡыҙҙың – һоҡланғыс скрипкасы һәм хоҡуҡ белгесенең бөтөнләй башҡа йүнәлештә уңыш ҡаҙаныу тарихы уҡыусыларыбыҙға ла ҡыҙыҡлы булыр, тип уйлайбыҙ.

Яҙмалары ғәжәйеп тәрәнлек һәм йәштәрсә еңеллек, эске әҙәп һәм шул уҡ ваҡытта заманса ҡыйыулыҡ менән һуғарылған һылыу ниндәй ғаиләлә үҫкән, тиһегеҙме? Айгөл данлыҡлы ҡурайсы, ауыҙ-тел ижадыбыҙ гәүһәрҙәрен киләсәк быуынға ҡалдырыу өсөн арымай-талмай эшләүсе фольклорсы Юлай Ғәйнетдиновтың ҡыҙы булып сыҡты.

– Бала сағым серле ҡурай моңо аҫтында үтте. Беҙҙә сәнғәт әһелдәре йыш ҡунаҡ булды, бигерәк тә атайымдың остазы, мәшһүр Әҙһәм Исҡужиндың килеүен ярата инем. Йыр-моңобоҙға, рухи хазиналарыбыҙға һөйөү бәләкәйҙән һәр күҙәнәгемә һеңгән, – тип һөйләй Айгөл. Тәрәнлек һәм бай мәҙәни мираҫыбыҙҙы ҡәҙерләү уға атаһынан күсһә, әсәһе Гүзәл ханым ҡыҙында сабый саҡтан нәзәкәтлек һәм зауыҡ тәрбиәләй.

– Әсәйем, наҙлы ҡала ҡыҙы, матурлыҡтың әҙәпле булырға тейешлеге тураһында ҡабатлай торғайны. Кейем ярҙамында асылымды сағылдырырға ынтылыу унан килә. Биш йәшлек сағымда ул заманда алтынға бәрәбәр «Бурда» журналын алып ҡайтыуы иҫемдә. Икәүләп ҡыуана-ҡыуана уны ҡат-ҡат ҡарайбыҙ. Миңә иң оҡшағаны аҡ туй күлдәге кейгән кәләш һүрәте булды. «Тик ни эшләп ул ҡыҙыл туфли кейгән икән? Төҫө тура килмәй ҙә!» – тип аптырайым. Әсәйем сабыр ғына яуап бирә: «Иренендәге иннекте ҡара – ҡыҙыл бит. Шуға тап килтергән». Шулай итеп, кескәй генә деталдәр ярҙамында иғтибарҙы тартырлыҡ, иҫтә ҡалырлыҡ образ тыуҙырыу хаҡында тәүге дәресте ҡыҙына Гүзәл ханым бирә.

Ата-әсәһенең үҙен музыка мәктәбенә урынлаштырыуын Айгөл яҙмышындағы мөһим ваҡиға тип атай. Донъя музыка сәнғәтенең иң гүзәл өлгөләренә ғашиҡ ҡыҙ артабан Заһир Исмәғилев исемендәге сәнғәт инсти- тутына инеп, уны тик «бишле» билдәләренә тамамлай. Талантлы һылыу ижад юлын Милли оркестрҙа дауам итә.

– Оркестр менән сит илдәрҙә гастролдәрҙә йөрөгәндә музыкант дуҫтарыма кейем һайлаша инем, бөтә коллективты кейендергәнмендер. Беҙҙә ул ваҡытта кибеттәр ярлы, ә Европа илдәрендә әйберҙең йәнең теләгәне бар. Хоҡуҡи белем алып, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратында эшләгәндә лә урынлы, зауыҡлы кейенә белеүҙең ни тиклем ҙур әһәмиәткә эйә булыуына инандым. Кейем йыш ҡына кешенең үҙе генә түгел, тотош халҡы хаҡында һөйләй. Мәҫәлән, сит илдәрҙән килгән ҡунаҡтарҙың кейеменә ҡарап, уларҙың халҡының мәҙәниәтен, хатта холҡон-тәбиғәтен күҙ алдына килтерә торғайным, – тип дауам итә Айгөл. – Икенсе бәпесемде табып, декрет ялында ултырғанда бәләкәйҙән мине оҙатып килгән мауығыуымдың нисек төп эшмәкәрлегемә әйләнеүен һиҙмәй ҙә ҡалдым. Матурлыҡҡа ынтылыуым, мода йүнәлештәрен өйрәнеүем үҙем өсөн генә түгел, башҡаларға ла бик ҡыҙыҡлы булып сыҡты – үҙ стилдәрен булдырыуҙы һорап, башта таныштарым, унан уларҙың таныштары мөрәжәғәт итә башланы.

Мәскәүҙә, Миланда билдәле остаздарҙа уҡып ҡайтып, Айгөл 2013 йылдың ғинуарында үҙ имидж-студияһын асып ебәрә, уға Мәликә ҡыҙының исемен ҡуша.
«ҮҘЕГЕҘГӘ БӘХЕТЛЕ БУЛЫРҒА РӨХСӘТ ИТЕГЕҘ!»
– «Кейемеңә ҡарап ҡаршы алалар» тигән әйтем бер заманда ла әһәмиәтен юғалтмай. Ауыҙыңды асып һүҙ әйткәнсе кеше ҡиәфәтеңде баһалап, һинең хаҡында үҙ фекерен булдырып өлгөрә. Хәл иткес осрашыуға барыусы эшлекле уҙаман, етди сығышҡа әҙерләнеүсе сәйәсмән, егете менән тәүге тапҡыр күрешергә ашҡынған гүзәлкәй – тормоштарындағы мөһим ваҡиға тәүге минуттарҙа улар тыуҙырған тәьҫоратҡа бәйле буласағын аңлап, тап шул мәлдә балҡып ҡалырға теләй, – тип һөйләй Айгөл.

Кисәге студенткалай күренгән нескә был ҡыҙ дүрт йыл эсендә бик күптәргә үҙ стилен табышып, уңышҡа өлгәшергә ярҙам иткән. Ошо йылдарҙа осрашҡан кешеләрҙең тарихтарын йөрәге аша үткәргән һылыу кейем һәм ҡиәфәткә ҡарата ҡалыплашҡан фекерҙе үҙгәртеүҙең күп ваҡыт тотош яҙмышты үҙгәртеүе хаҡында китап яҙырға хыяллана. Стиль, уныңса, ябайлыҡтан ҡатмарлы төшөнсәгә, унан йәнә ябайлыҡҡа илткән юл. Тик был ябайлыҡ инде икенсе кимәлдә буласаҡ. Ул ябайлыҡ артында – яҡшы зауыҡ. Үҙе менән эскерһеҙ кеше – аһәңле көй кеүек, кейеме лә шул көйгә ауаздаш, ти ул.

Маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ, ихтыяр, эшһөйәрлек – үҙенә мөрәжәғәт итеүселәрҙә ҡыҙ шул һыҙаттарға һоҡлана: «Халыҡҡа һөҙөмтә мөһим, ә һөҙөмтәгә нисек килеүеңде бик һирәктәр белә. «Ауылдан» – «баш ҡалаға», «белгестән» – «ойоштороусыға», «өйрәнсектән» – «һөнәрсегә» – кешеләрҙең ошо юлды ни рәүешле үтеүе – иң ҡыҙығы. Миңә уларға был юлда ярҙамлашыу оҡшай».

Айгөлдөң башҡорт ҡатын-ҡыҙының булмышы тураһында уйланыуҙары ла бик үҙенсәлекле: «Улар үҙҙәренең ни тиклем сибәр икәнлеген аңлап та етмәй, тип уйлайым. Ләкин сит илдәрҙә ҡыҙҙарыбыҙға «экзотика» тип таң ҡалыуҙары юҡҡа түгел бит. Эске әҙәп, мәҙәнилек, сафлыҡ, сабырлыҡ камил йөҙ һыҙаттарында сағылып, уларҙы арбағыс гүзәл итә. Матурлыҡтарын баҫалҡылыҡ артына йәшермәһендәр ине ҡыҙҙарыбыҙ. Уларға: «Күнегелгән кейемдәрҙе ситкә ҡуйып, бай эске донъяғыҙҙы күрһәтерлек стиль табырға тырышығыҙ, башҡаларҙан айырылып тороуҙан ҡурҡмағыҙ. Күркәмлеген белгән ҡатын-ҡыҙҙан тын ышаныс, бәхет ипкене һирпелә, быны тойоп, уға бүтәндәр тартыла. Үҙегеҙгә матур, бәхетле булырға рөхсәт итегеҙ!» – тип әйткем килә».

Егәрле һылыуҙың эшмәкәрлеге «Мәликә» студияһы менән генә сикләнмәй. Ул модалағы йүнәлештәр хаҡында ижади курстар үткәрә, телевидениела, матбуғатта төрлө проекттарҙа ҡатнаша. Мәҫәлән, UTV каналында «Ҙур ҡала стиле» проекты авторы булараҡ сығыш яһаған, «Йәшәү рәүеше» программаһында стиль йөкмәткеһен тыуҙырыусы ла – ул. «Стольник» журналының фэшион-директоры вазифаһында был баҫмаға баш ҡалабыҙҙың билдәле шәхестәре тураһында мәҡәләләр әҙерләй.

Саялыҡ, хатта айбарлыҡ талап ителгән өлкәлә эшләһә лә, Айгөл тәбиғәтендәге тыйнаҡлыҡты һаҡлап ҡалған. Уңыштары – ғүмер буйы үҙ өҫтөндә эшләү, образлы фекерләүҙе үҫтереү, һәр кемгә ижади, яратып ҡарауы емеше. Хеҙмәттәренә реклама бирмәй, кешеләр уны үҙҙәре эҙләп таба, ә бер килгәне ғүмерлек дуҫҡа әйләнә.

– Стиль сәнғәтен иң юғары кимәлгә күтәреп, донъяла танылыу яулаған, сикһеҙ һоҡландырған шәхестәр – Анна Винтур, Том Форд, Карин Ройтфельд, Джованна Батталья тураһында уйланғанда: «Уларҙың яндарында кемдәр булған, ҡанаттарын кемдәр өрөп бәйләгән, шатлыҡтарын кемдәр уртаҡлашҡан икән?» тигән һорау тыуа, – ти Айгөл. – Һәм мине матурлыҡҡа ғашиҡ иткән, әле лә гүзәлдәрҙән-гүзәл булып ҡалған әсәйемә, «Бер һүҙең дә буш булмаһын!» тип өйрәткән атайыма, һәр эшем килеп сығасағына ышанған тормош юлдашым Арсенға, мине көн дә илһамландырыусы биш йәшлек ҡыҙым Мәликәгә һәм ун йәшлек улым Азаматҡа рәхмәттәр уҡыйым...
Альмира КИРӘЕВА.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook