Сирҙән бар ҡотолоу

Сирҙән бар ҡотолоу«Бөтә эсем аҫҡа төшөп барған кеүек. Һөйләүе лә уңайһыҙ инде», – тип оялып ҡына үҙ хәлен аңлата ауыл ҡатыны. Ғүмер буйы ауыр күтәреп, беләк көсөн һалып донъя көткән, алты балаға ғүмер биргән ханым эсе аҫҡа тартыуға түҙә алмайынса, уны бәйләп йөрөй башлағас ҡына беҙгә килгән. «Ирем менән арабыҙ ҙа шул арҡала боҙолдо», – тип өҫтәй ул ҡыҙарып. Үтә нескә, сетерекле һүҙ шул тотоп ҡына һөйләргә. Аналыҡ, аналыҡ еңсәһенең төшөүе йәки бәүел тотмау, бәҙрәфкә йыш йөрөү кеүек күңелһеҙ хәлгә тарымаған ҡатын-ҡыҙ һирәктер.

Оса һөйәге ағзалары төшөүе бәүел ҡыуығының тулыһынса бушамауына, оло ярау итеү боҙолоуына килтерә. Был ғүмер өсөн ҡурҡыныс түгел. Ләкин енси ағзалар һәленеүенән ҡатын-ҡыҙ ауыртына, ныҡ уңайһыҙлана, уның эшкә һәләтлелеге кәмей, енси әүҙемлеге түбәнәйә, ғөмүмән, кәйефе, йәшәү сифаты насарая.

Сирҙең башланғыс осоронда ҡатын-ҡыҙ бик борсолмай. Әммә күпмелер ваҡыттан һуң йүткергәндә, сөскөргәндә, хатта ҡысҡырып көлгәндә бәүел тотмауы, мул итеп бүлендек сығыуы уны хафаға һала. Тик сабыр зат зарланмай, табипҡа мөрәжәғәт итеүҙе йылдарға һуҙа, ғөмүмән, күңелһеҙлектәрҙән ҡотолоуҙың заманса алымдары булыуы хаҡында ишеткәне лә юҡ.

Бигерәк тә еңсәнең алғы тышсаһы төшөүе йыш таралыуын билдәләп үткем килә. Шул арҡала һейҙек ҡыуығы ла һиҙелерлек төшә, бәүел бүленеп сығыуы ауырлаша.
Ләкин был ауырыу билдәһе һейҙек тотмауҙан ғына тормай, ул көсәйгәндә оса ағзаларының бөтәһе лә төшөүе ихтимал. Еңсәнең артҡы тышсаһы төшөүе һөҙөмтәһендә арт юл мускулдарының бушауы, тура эсәк урынынан күсеп, еңсәгә инеп тороуы мөмкин, был иһә оло ярауҙы үтәгәндә ҡыйынлыҡтар тыуҙыра.

Ҙур ғазапҡа дусар иткән сирҙең сәбәптәрен барлап үтәйек әле. Оса һөйәге ағзаларының төшөүенә аналыҡты һәм аналыҡ еңсәһен тотоп торған мускулдарҙың һәм һеңерҙәрҙең йомшарыуы килтерә, быға иһә тоташтырғыс туҡыманың бушауы «ғәйепле». Баланан ауыр ҡотолған, күп бәпәйләгән, операция менән аналығы алынған, ырыуҙан ҡалған осорҙа эске енес ағзалары бәләкәсәйеп үҙгәргән ҡатын-ҡыҙҙарҙа был ауырыу йыш осрай. Тоташтырғыс туҡыманың тыумыштан «бушаҡ» булып, йәш барыу менән ундағы үҙгәрештәрҙең көсәйеүе лә сиргә этәргес була. Ҡайһы бер ҡатындарҙа еңсә һеңере бала тапҡанда, ауыр күтәргәндә өҙөлә.

Гинекологик ауырыуҙар менән яфаланыусылар араһында оса һөйәге ағзаларының төшөүе беренсе урында тора. 30 йәштән 60 йәшкә тиклемге ҡатындарҙың яҡынса 24 проценты, 60-ты үткәндәрҙең 50 проценттан ашыуы бәүел тотмауҙан интегә.
Һуңғы йылдарҙа Республика перинаталь үҙәгендә ошо ауыр сирҙе асыҡлау һәм дауалауға ҙур иғтибар бүленә. Дүрт йыл эсендә 38 йәштән 85 йәшкә тиклемге 600-ҙән ашыу ҡатын-ҡыҙ комплекслы тикшереү үткән. Ауырыуҙарҙың 92 процентында еңсәнең алғы тышсаһы төшөүе билдәләнде, шуларҙың 39 процентының оса һөйәге ағзалары һеңере зәғифләнгән. 31 процентында еңсәнең артҡы тышсаһына тура эсәктең инеүе, 5 процентында еңсә бүҫере асыҡланды. Тикшерелеүселәрҙең 6,6 проценты көсөргәнеш ваҡытында бәүел тотмауҙан яфалана.

Аналыҡ еңсәһе төшөүе башланғыс кимәлдә тип табылған ҡатындарға консерватив дауалау тәғәйенләнде, шулай уҡ гимнастика яһау, бассейнда йөҙөү, артыҡ ауырлыҡтан арыныу кәңәш ителде. Ә ауырыу көсәйгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың күбеһенә киң таралған ысул буйынса операция яһап, селтәр-имплант ҡуйылды. Көсөргәнешле мәлдә бәүел тотмауҙан интегеүселәргә ТОТ-ырғаҡтар ҡулланып операция яһалды. Һөҙөмтәләрҙе асыҡлау маҡсатында өс айҙан һуң, шунан ярты йылдан улар яңынан тикшерелде.

Үҙҙәрендә был сир башланыуын тойоусыларға: «Оялыуығыҙҙы ташлап, кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ!» – тиер инем. Акушер-гинекологтың, урологтың, проктологтың берлектәге тырышлығы һеҙгә үҙегеҙҙе яңынан һау-сәләмәт тойорға, тулы ҡанлы тормош менән йәшәргә ярҙам итер. Тик бының өсөн үҙегеҙҙең дә тырышлыҡ һалыуығыҙ, табип күрһәтмәләрен тайпылмай үтәүегеҙ кәрәк.
Рәүфә ЙӘНТИЛИНА,
Республика перинаталь үҙәгенең бүлек мөдире,
юғары категориялы акушер-гинеколог,
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы.



Теги: Рәүфә Йәнтилина Профилактика




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook