СЕРЛЕ СИР
Барлыҡҡа килеү сәбәптәре аҙағынаса өйрәнелеп бөтмәгән, асыҡлауы ауыр булған эндометриоз бөгөн ҡатын-ҡыҙ сирҙәренең иң серлеһе һанала. Түлһеҙлеккә килтергән ауырыуҙар араһында ул икенсе урында тора. Өфө ҡалаһы 22-се клиник дауаханаһының гинекология бүлеге табибы Гөлназ НУРҒӘЛИНА башлыса бала табыу йәшендәге ҡатындар араһында киң таралған был ҡатмарлы сир хаҡында һөйләй.
Эндометриоз аналыҡтың лайлалы тышсаһы күҙәнәктәренең «тейешле булмаған» урындарға (көпшәгә, күкәйлектәргә, еңсәгә, хатта эсәктәргә) күсеүенән ғибәрәт.
Күп ҡатын-ҡыҙҙың был сир ваҡытында күрем осоро боҙола, күрем ваҡытында, унан һуң улар һыҙлана, күкрәк башынан ыуыҙ һымаҡ шыйыҡса бүленә. Эндометриоз менән яфаланыусыларҙың 35 – 45 процентында түлһеҙлек асыҡлана.
Ауырыу, нигеҙҙә, гормональ тигеҙлек боҙолоу менән бәйле. Нәҫелдән күсеүе лә ихтимал. Мәҫәлән, бер әсәнән тыуған биш ҡыҙҙың уның менән сирләүен беләбеҙ. Күптән түгел ғалимдар гүзәл заттың ул ауырыуға әүәҫлеген билдәләүсе махсус генетик факторҙарҙы асыҡланы.
Шулай уҡ иммунитет төшөүе лә был сырхауға сәбәпсе булыуы бар – сирҙәргә ҡаршы тороусанлыҡ юғары осраҡта, организмдың һаҡлау көсө аналыҡтан ситкә күскән эндометрий күҙәнәктәрен юҡ итә.
Эндометрий туҡымаһы ситкә эләккән саҡта икенсе ағза туҡымаһына әйләнеүе лә сирҙең бер сәбәбе булып тора.
Эндометриоз барлыҡҡа килеүгә
*йөклөлөктө өҙөү;
*насар экология;
*организмда тимер етмәүе;
*енес ағзаларында операциялар (баланы ярып алыу, аналыҡ муйынтығын көйҙөрөп дауалау);
*һимереү;
*енси ағзаларҙың ялҡынһыныуы;
*аналыҡта спираль булыуы
*бауыр насар эшләүе йоғонто яһауы мөмкин.
Сир йыш ҡына эске һәм тышҡы енси ағзаларҙы ғына түгел, һейҙек юлын, эсәктәрҙе, хатта үпкәне лә зарарлай. Бер үк ваҡытта ул енси системала ла, башҡа ағзаларҙа ла табылған осраҡтар бар.
Эндометриоз билдәләре төрлө булғанлыҡтан, хатта табиптар үҙҙәре лә уны ҡайһы ваҡыт оҙаҡ асыҡлай алмай. Билдәләрҙең сағылышы сирҙең таралыу кимәленә, башҡа ауырыуҙар булыу-булмауға һәм ҡатын-ҡыҙҙың күңел торошона бәйле.
Ғәҙәттә, гүзәл зат эстең аҫты, бил тирәһе ауыртыуға зарлана. Күрем ваҡытында һыҙланыу көсәйә, уны баҫыу өсөн күптәр был осорҙа дарыу эсергә мәжбүр. Енси яҡынлыҡ мәлендә киҫкен ауыртыу булыуы ихтимал. Күрем көндәре оҙая, ҡан күберәк килә. Йыш ҡына аналыҡ миомаһы булыуы хәлде ҡатмарлаштыра.
Билдәләре бер нисек тә күренмәгән эндометриоз да осрай. Үҙҙәрендә был ауырыу булыуын белмәйенсә, оҙаҡ йылдар түлһеҙлектән яфаланған байтаҡ ҡатындар, дөрөҫ диагноз ҡуйып, тейешле дауа алғандан һуң, әсәлек бәхете кисерә.
Бөгөнгө медицина был сирҙе төрлө алымдар – анализдар, ультратауыш тикшереүе, кесе инвазив хирургия ярҙамында асыҡлай. Унан оҙайлы гормондар ҡабул итеп тә, операция ярҙамында ла дауалайҙар. Дауалау яҡшы һөҙөмтәләр бирә. Эндометриоз башланып ҡына торғанда физиотерапия, энә менән һауыҡтырыу, һөлөк һалыу бик файҙалы.
Ҡатын-ҡыҙ тормошонда етди ҡатмарлыҡтар тыуҙырыусы был сиргә дусар булғанда әүҙем йәшәү рәүеше алып барыу кәңәш ителә. Физик күнекмәләр эстрогендар кимәлен кәметә, ә был иһә эндометриоздың үҫешен тотҡарлай. Күрем ваҡытында тампон ҡуйыу хупланмай, сөнки ҡандың тәбиғи ағымы тотҡарланыуы аналыҡ күҙәнәгенең көпшәләргә күсеүенә сәбәпсе була. Сифатлы туҡланыу мөһим. Көндәлек ризыҡтарҙың яртыһын йәшелсә-емеш тәшкил итһен, ҡәһүә, сәйҙе кәметеү зарур.
Эндометриоз асыҡланған һылыуҙарға: «Күңел төшөнкөлөгөнә бирелә күрмәгеҙ, маҡсатлы, тайпылмай дауаланғанда, бөтәһе лә яҡшы буласаҡ!» – тип әйткем килә.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се һанында уҡығыҙ.

Альмира КИРӘЕВА яҙып алды.

Теги: