ҮҘ АСЫЛЫҢА ӨЛГӘШЕҮ
Үҙеңә тәғәйен юлды, йәшәү асылын табыу еңел түгел. Ҡайһы берҙә эҙләнеүҙәргә ярты ғүмереңде бағышларға, яҙмыштың әсе ел-дауылдарын татып, күңелеңде мең һыҙланыуҙарға, инаныуҙарға дусар итә-итә үҙеңде яңынан асырға ла тура килә шул. Яҙҙың үҙе кеүек һылыу, наҙлы, ялҡынлы йөрәкле Зилә Аксенова ла кешеләргә ярҙам итеүҙе хәстәрләгән изге ғәмәлгә тотонор алдынан байтаҡ тормош һынауы үтә. Әлеге көндә «Сәләмәт ғаилә» медицина үҙәге эшмәкәрлеген етәкләгән егәрле ханымдың тормош фәлсәфәһе һәр кемде уйланырға мәжбүр итеүе, хыялдарға ышандырыуы менән фәһемле.
...– Массаждың тән һаулығы ғына түгел, күңел бөтөнлөгө өсөн дә файҙаһы ҙур. Хәҙер инде был өлкәлә тәжрибәле белгес, эшегеҙҙе яратып башҡарған оҫта булараҡ, уның дауалау ҡөҙрәтен нисек баһалайһығыҙ?
– Был дауаның үҙенсәлеге шунда: табип ҡул көсөн, белемен генә түгел, күңел йылыһын да, имләү һәләтен дә ҡуллана. Һиҙгер ҡул һыҙланған урынды тиҙ тойомлай. Тәндә һәр ағзаның торошон билдәләгән нөктәләр була. Улар аша йоғонто яһап, дөйөм һаулыҡты нығытырға, организмды шлактарҙан таҙартырға, йәшәртергә, тирене шымартырға, күңелде тынысландырырға мөмкин. Массаж эшләгәндә һәр кемде иғтибарлы тыңлайбыҙ, теге йәки был еренең ауыртыу сәбәбен аңлатабыҙ. Тәбиғәттә һәр ауырыуға дауа бар, тиҙәр. Сәләмәт туҡланыу, физик күнекмәләрҙең файҙаһы, дөрөҫ ял итеү хаҡында кәңәштәр бирәбеҙ. Хатта уйҙың, күңел торошоноң тән һаулығына туранан-тура йоғонтоһон әйтеп бирһәң, кеше үҙенән-үҙе күҙгә күренеп үҙгәрә, уның тән һәм йән сәләмәтлеге нығына, йәшәрә, күңеле күтәрелә, ҡанаттары үҫә!
– Һауығыу һәм йәш һаҡланыу өсөн тағы ниндәй яңы алымдар тәҡдим итәһегеҙ?
– Һылыуҙарҙың күбеһе ябыҡтырыу сифатына эйә «кедр мискәһе»н һайлай. Шифалы үлән төнәтмәһенең иҫ киткес хуш еҫе һәм дауалы боҫо – күп ауырыуҙан алмаштырғыһыҙ сара. Ә табип-остеопатыбыҙ быуындарҙы урынына ултыртып, организмдағы тотҡарлыҡтарҙы сығарыуға булышлыҡ итә, матдәләр алмашыныуын көйләй. Боронғо имселәр кеүек, эсте «һылап» дауалай. Шулай уҡ беҙҙең медицина үҙәгендә ортопед, невролог, косметолог ҡабул итә. Белгестәребеҙ белемен даими камиллаштыра. Бер йыл элек Францияла һәм донъя кимәлендә күренекле белгес Жоэль Сиокконың алымдары буйынса битте йәшәртә торған яңы массаж үҙләштереп ҡайттым. Тире туҡымаларына тәрән үтеүсе скульптуралы (буккаль) массаж хатта пластик операцияларҙы алыштыра: бит тиреһен йәшәртә, йыйырсыҡтарҙы кәметә, ҡан һәм лимфа йөрөшөн яйға һала, тештәрҙе, ауыҙ ҡыуышлығын нығыта. Ул биттән алып муйын-күкрәккә тиклем һәм стериль бирсәткәләр ярҙамында ауыҙ ҡыуышлығы эсенән яңаҡтарға яһала. Биттәге нөктәләрҙең тәьҫире аша дөйөм организмда һауыға. Был үҙенсәлекле массаждың һөҙөмтәһе тәүге сеанстан уҡ күренә.
Ай ярымлыҡ балаларҙан алып оло апай-ағайҙарға тиклем төрлө массаж эшләйбеҙ.
– Ғаилә бәхете ҡатын-ҡыҙ зирәклегенә, һәр ғәмәлде ыңғайға юрап, тормош карабын дөрөҫ юҫыҡҡа көйләй белеүенә бәйле, тиҙәр. Бәхет хаҡына гүзәл зат үҙ күңел һыҙланыуын битлек аҫтына йәшерергә тейешме?
– Һылыу зат борондан ғаилә ҡиммәттәрен, усаҡ йылыһын, өй ҡотон һаҡлаусы булып иҫәпләнгән. Ҡатын-ҡыҙ бәхетле икән, уның тирәһендәгеләр ҙә үҙен бәхетле, тыныс тоя. Эйе, ҡайһы ваҡытта үҙебеҙҙең насар кәйефте, күңел төшөнкөлөгөн битлек аҫтына йәшерергә мәжбүрбеҙ. Шул уҡ ваҡытта ауыр уйҙарға өҫтөнлөк бирмәһәң, уларҙың, ҡара томандай, яйлап таралып бөтөүе ихтимал бит. Битлек ул саҡта яман кәйефте аҙҙырыуға юл ҡуймай. Насар ҡылыҡтан ҡотҡара кеүек. Әммә оҙаҡҡа һуҙылған яһалмалылыҡ, үҙ-үҙеңде алдау бер ҡасан да яҡшыға килтермәй. Был осраҡта үҙҙәрен тәбиғи тотҡан балаларҙан өлгө алырға кәрәктер, тип уйлайым. Бәләкәстәр үҙ уйҙарын, ысын хистәрен йәшермәй, сабыйҙарса ихласлыҡ менән сағылдыра белә. Уларҙың ысынбарлығын тойоп, аңларға, ҡурсаларға теләк уяна. Унан бит йәшәйешебеҙҙә бөтә нәмә үҫеш ҡанундарына бәйле. Хатта ябай ғына мөнәсәбәттәр ҙә. Әйтергә кәрәк, мөхәббәттә лә, тормошта ла, эштә лә, ижадта ла яһалмалылыҡ – үҫеште тотҡарлаусы йәмһеҙ күренеш. Йыш ҡына ул ауырыуҙарға дусар итеү ҡурҡынысы менән дә янай...
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө һанында уҡығыҙ.

Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.

Теги: