СӘЛӘМӘТ БАЛА – ИЛ ҠЕҮӘТЕ

...Балаларҙың сырхау тыуыуының етди сәбәптәренең береһе булып йод һәм фолий кислотаһы етмәү тора. Әсә ҡарынында ятҡанда, бәләкәй саҡта был матдәләргә ҡытлыҡ кисереү ҙурайғас аҡыл, физик, енси үҫеш йәһәтенән артта ҡалыу ҡурҡынысы менән янай...
...Хәҙерге заман ғилми тикшеренеүҙәре шуны раҫлай: бәпес яралмаҫ борон уҡ йод һәм фолий кислотаһы ҡабул итеү тыумыштан үҫеш кәмселектәрен, үҙәк нервы системаһындағы тайпылыштарҙы булдырмау өсөн беренсел мөһим сара булып тора. Сөнки баланың үҫешенә нигеҙ йөклөлөктөң иң тәүге мәлендә, 4-6-сы аҙнала, йәғни әсә табипҡа мөрәжәғәт итеп, унан кәңәш алғансы уҡ, һалына. Әлеге мәлдә республикала ауырлы ҡатындарҙың тик 3-4 проценты ғына әсә булырға планлаштырғанда һәм йөклөлөктөң тәүге 6-8-се аҙнаһында йод һәм фолий кислотаһы ҡабул итә...
Альмира КИРӘЕВА яҙып алды.
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се һанында уҡығыҙ.
Теги: