Сәләмәтлек – донъя бәрәкәте

Сәләмәтлек – донъя бәрәкәте Гүзәл заттың күңел торошо ла, ғаилә тормошо ла, иң оло һөйөнөс – әсәлек бәхетен кисереүе, тимәк, был донъяла төп тәғәйенләнешен үтәй алыуы ла уның ҡатын-ҡыҙ һаулығына бәйле. Баш ҡалабыҙҙың 22-се клиник дауаханаһы табибы, тәжрибәле гинеколог Гөлназ Нурғәлина ҡатын-ҡыҙҙың үҙ сәләмәтлегенә ҙур иғтибар биреүенең, уны һаҡлауҙың ни тиклем мөһим булыуы хаҡында бәйән итә.

... –Бөгөнгө экологияның гүзәл зат һаулығына иҫ киткес зыян килтереүен әйтеп үтергә теләйем. Миңә бер ни тиклем ваҡыт Бөрйән районында эшләргә тура килде. Ауыл ҡатыны менән ҡала ҡатынының сәләмәтлеге ныҡ айырылыуын шунда күрҙем. Йөклөлөк дауамында ал-ял белмәй эшләп – һыйыр һауып, мал ҡарап, һыу ташып, картуф утап йөрөгән әсәләрҙең шалҡандай балалар табыуының төп сере нимәлә? Ауыр эш файҙалы тимәйем, әлбиттә. Сер саф һауала, таҙа һыуҙа, химик ҡушылмаһыҙ ризыҡ ашауҙарында. Күп ҡала һылыуҙары иһә йөккә ҡалғандың башынан алып туғыҙ ай тиерлек дауаханала һаҡланып ятып та, сабыйҙары ауырыу тыуа. Бәләкәсте көткәндә генә түгел, ауырға ҡалырға әҙерләнгәндә үк әсәгә, һауаны алмаштыра алмаған хәлдә лә, һыу, ризыҡ таҙалығына бермә-бер иғтибарлы булыу кәрәк...

... Ғүмерҙәрендә ситтә бер бәйләнеше булмаһа ла, енси юл аша күсеүсе ауырыуҙарҙан һәм шул һөҙөмтәлә эрозиянан яфаланыусы ҡатындар бихисап икәнен билдәләп үтәм. Улар йөрөмтәл ирҙәренән ҡат-ҡат сир йоҡтороп, йәнә һәм йәнә дауаланып йәшәй. Бына ни өсөн был тәңгәлдә икәүеңә лә инсафлы булыу мотлаҡ. Ир-ат, вирус йөрөткән хәлдә лә, билдәләре, ғәҙәттә, беленеп бармай. Ҡатында сир асыҡланғанда, икәүеңә лә дауаланыу мәжбүри...
Альмира КИРӘЕВА әҙерләне.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се һанында уҡығыҙ.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook