Һөйәкте йәштән һаҡла!
«Өнһөҙ эпидемия» – һөйәк тығыҙлығы кәмеүе сәбәпле, йыш ҡына уның һыныуы менән тамамланған ауырыу – остеопорозды табиптар шулай тип йөрөтә. Сөнки оҙаҡ йылдар буйы уның берҙән-бер билдәләре булып тиҙ арыусанлыҡ, арҡа һыҙлау тороуы мөмкин. Һәр йыл 20 октябрҙә Бөтә донъя остеопорозға көрәш көнө билдәләп үтелеүе лә был сиргә иғтибарҙың ни тиклем ҙур булыуы хаҡында һөйләй. Өфө Остеопорозға ҡаршы көрәш үҙәге етәксеһе, медицина фәндәре кандидаты Илфат Радмир улы Ғафаров менән әңгәмәбеҙ һиҙҙермәйенсә генә сәләмәтлектән яҙҙырған ошо ауырыу хаҡында.
– Остеопороз һөйәктә кальций кәмеүе арҡаһында барлыҡҡа килә. Инвалидлыҡҡа килтергән, үлем менән тамамланған сирҙәр араһында остеопороз, йөрәк-ҡан тамырҙары, яман шеш һәм шәкәр диабетынан ҡала, дүртенсе урында тора.
Хәүеф төркөмөнә күремдән ҡалған 50 йәштән өлкәнерәк ҡатын-ҡыҙҙар, шулай уҡ нескә һөйәкле, ырыуҙан иртә яҙған гүзәл заттар, яҡын туғандары остеопороздан интеккән, кальций һәм Д витамины етешмәгән, ҡояш нурын аҙ алған кешеләр инә. Йөрәк, тын юлдары сирҙәре, ревматизм менән сирләүселәр араһында ла был ауырыуға тарыусылар байтаҡ. Ул 45 йәштән уҙған ҡатын-ҡыҙҙың яртыһына янай, тиһәк, һис арттырыу булмаҫ.
– Бының сәбәбе нимәлә?
– Ҡатын-ҡыҙ организмында кальцийҙы һаҡлаусы гормондар кимәле олоғая килә кәмей. Йәш барыу менән репродуктив система өсөн яуаплы күкәйлектәр эшмәкәрлеге һүлпәнәйеүе арҡаһында гормондар үҙгәрә, һөйәк туҡымаһын барлыҡҡа килтереүсе матдәләр ҙә аҙая.
– Улай булғас, был сир йәштәргә янамай, тиергә була?
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа остеопороздың «йәшәреүе» күҙәтелә. Ул балаларҙа һәм үҫмерҙәрҙә бик йыш осрай. Һөйәк туҡымаһы тыумыштан һалына, егерме биш йәштәрҙә уның иң тығыҙ сағы һанала. Ләкин...
Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 10-сы һанында уҡығыҙ.

Альмира КИРӘЕВА әңгәмәләште.

Теги: