Заман ҡаҙаныштарын ҡулланып

Заман ҡаҙаныштарын ҡулланыпҒаиләһендәге һәр кемдең сәләмәтлеген ҡайғыртҡан гүзәл зат йыш ҡына үҙенә ҡағылышлы сирҙәр – ҡатын-ҡыҙ ауырыуҙары хаҡында һөйләргә баҙнат итмәй, ғөмүмән, табипҡа барыуҙы һуҙа. Бөгөн был сирҙәргә тарыусыларға ҡеүәтле заман ҡаҙаныштары ярҙамға килеүен белеү уға үҙ һаулығын ҡыйыуыраҡ хәстәрләргә этәргес булыр, моғайын. Башҡортостан Республикаһы Мотлаҡ медицина страховкалауы төбәк фонды Үҙәк филиалының медицина экспертизаһы бүлеге табип-эксперты, медицина фәндәре кандидаты Светлана Рәйес ҡыҙы МИНҺАЖЕВА Дәүләт гарантиялары программаһы буйынса акушерлыҡ һәм гинекологияла күрһәтелеүсе юғары технологиялы медицина ярҙамы тураһында бәйән итә.

Акушерлыҡ һәм гинекология – юғары технологиялы медицина ярҙамы айырыуса киң ҡулланылған өлкә. Бөгөн ул илдең 205 махсуслаштырылған медицина ойошмаһында күрһәтелә. Заман ҡаҙаныштарын һәр ауырыу алырлыҡ итеп индереү һәм уларҙы күрһәтерлек белгестәрҙе уҡытыу бөгөнгө медицинаның өҫтөнлөклө йүнәлеше булып тора.

Төп йүнәлештәр
Был өлкәлә бөгөн кесе инвазив алымдарға, ағзаларҙы һаҡлаусы операцияларға, операциянан һуң туҡымаларҙың бер-береһенә йәбешеүен профилактикалауға, экстракорпораль аталандырыу (ЭКО), ҡан юғалтыуҙы булдырмаусы технологияларға ҙур иғтибар бирелә. Аналыҡ һәм түл биҙҙәре шешен, түлһеҙлекте, енси ағзаларҙағы кәмселектәрҙе дауалағанда операциялар ҡанһыҙ тиерлек, йәғни лапароскопия ысулы менән – бик бәләкәй тишектәр аша яһала. Миома төйөрҙәренә килгән ҡан йөрөшөн туҡтатыу (эмболизация), шулай уҡ МРТ күҙәтеүе аҫтында көслө ультратауыш ярҙамында миома туҡымаларын тарҡатыу, лапароскоп һәм гистероскоп тигән ҡорамалдар менән миомаларҙы алыу ҙа аналыҡты һаҡлаусы алдынғы операциялар иҫәбенә инә. Түлһеҙлекте диагностикалағанда, ялҡынһыныуҙарҙы дауалағанда ла лапараскопия алымы йыш ярҙамға килә.
Аналыҡ муйынтығындағы сирҙәрҙән радиотулҡынлы ҡорамал, хирургия лазеры һәм ваҡыт менән һыналған скальпель ярҙамында ҡанһыҙ, эргәләге туҡымаларға зыян килтермәй тиерлек арындыралар.
Ҡыҙ баланың һаулығын йәштән һаҡла
Ҡатын-ҡыҙ һаулығына нигеҙ йәштән һалына. Ҡыҙ балаларҙа һәм үҫмерҙәрҙә, сир табылған осраҡта, юғары технологиялар киң ҡулланыла. Ҡыҙҙарҙа, һирәкләп, енси ағзаларҙың, бәүел юлдарының тыу­мыштан булған кәмселеге осрай, быны дауаламағанда әсәлек бәхетен татый алмауҙары ихтимал. Уларға Дәүләт гарантиялары программаһына ярашлы, үтә ҡатмарлы тергеҙеү операциялары яһала.

Эҙе-йөйө лә ҡалмай
Медицинаның был тармағында эндоскопик хирургия мөмкинлектәре, махсус оптика ифрат киң ҡулланыу тапҡан. Мәҫәлән, гистероскопия үткәргәндә хирург эс ҡыуышлығын тишмәйенсә, ҡорамалдарын аналыҡ муйынтығы аша индерә, оптик зонд туҡымаларҙы әллә нисә тапҡырға ҙурайтып ҡарарға, тимәк, үтә ентекле өйрәнергә мөмкинлек бирә. Гисте­роскоп файҙаланып, мәҫәлән, энә күҙендәй теүәллек менән полиптарҙы алыу, синехияларҙы тарҡатыу, аналыҡтан килгән ҡанды туҡтатыу операциялары яһала.
Аналыҡ эсендәге һәм муйынтығындағы бик күп ауырыуҙарҙы дауалағанда гистерорезектоскоп тигән юғары технологиялы ҡорамал уңышлы ҡулланыла. Кесе инвазив операция еңсә аша үтеп эшләнә һәм бер ниндәй эҙ ҙә ҡалдырмай. Башҡортостанда гистероскопия ярҙамындағы операцияларҙы юғары оҫталыҡҡа эйә гинекологтар башҡара.

Ғазаплаған сирҙәр сигенә
Йыш осрай торған ауырыу – кесе оса ағзалары һәленеүен һәм төшөүен заманса алымдар ярҙамында дауалау хаҡында айырым туҡталып үтергә теләйем. Ошо сир төрлө кимәлдә 35 – 60 йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарҙың кәмендә 40 процентында күҙәтелә. Уларҙың күбеһе ауыртынып, ҡыйынлыҡ тойоп йөрөй, әммә табипҡа бармай. Ғүмергә ҡурҡыныс тыуҙырмаһа ла, ул ауырыу тормош сифатын насарайта, кәйефте төшөрә, ҡайһы бер осраҡта хеҙмәткә һәләтте юғалтыуға килтереүе бар. Медицинаның аҙаҡҡы ҡаҙаныштары менән «ҡоралланған» республика табиптары был йүнәлештә оҫталыҡ күрһәтеп, һоҡланғыс һөҙөмтәле операциялар башҡара.

Был ярҙамды алыу шарттары
Ҡатын-ҡыҙ ауырыуҙарын юғары технологиялар булышлығында дауалау, әйтеүемсә, Рәсәй Хөкүмәтенең Халыҡҡа бушлай медицина ярҙамы күрһәтеү Дәүләт гарантиялары программаһына ярашлы, медицина полисы буйынса ғәмәлгә ашырыла. Төп шарт – медицина күрһәткестәре булыу. Был ярҙамдан файҙаланыу өсөн йәшәү урыны буйынса ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына йәки гинекологҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Унан, юллама биреп, бөтә тейешле анализдар, тикшереү йомғаҡтары менән республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығындағы махсус комис­сияға консультацияға ебәрәләр. Күрһәткестәр булыу-булмау һәм дауалау өсөн медицина ойошмаһын һайлау хаҡындағы мәсьәлә улар менән хәл ителә. Медицина күрһәтмәләре раҫланһа, документтар билдәләнгән дауаханаға (клиникаға) оҙатыла.



Теги: Һаулыҡ - ҙур байлыҡ




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook