Һаҡ булығыҙ, мәкерле вирус!

Һаҡ булығыҙ, мәкерле вирус!4 март – Кеше папилломаһы вирусына ҡаршы бөтә донъя көрәш көнө
Бөгөн бик мәкерле вирусҡа – Кеше папилломаһы вирусына ҡаршы бөтә донъя көрәш көнө үткәрелә.

Уның 150-нән ашыу төрө билдәләнгән. Айырыуса ҡурҡыныс төрҙәре аналыҡ муйынтығының, еңсәһенең, енси ағзаның, ауыҙ ҡыуышлығының яман шешенә килтерә. Кеше папилломаһы вирусын йоҡторған күптәрҙә сирҙең бер билдәләре лә беленмәй, ләкин уларҙың ауырып китеүе бар, шуға күрә хәүеф төркөмөнә ҡарайҙар.

Ҡурҡыныс вирусты кешеләрҙең нисә проценты йөрөтә? Уның арҡаһында үрҙә һанап үтелгән яман сирҙәргә дусар булмаҫ өсөн ни эшләргә? Ҡыҙҙарға ошо вирусҡа ҡаршы вакцинация яһатыу һөҙөмтәлеме? Гүзәл зат һаулығы хаҡындағы файҙалы яҙмалары менән уҡыусыларыбыҙ күңелен яулаған авторыбыҙ, “Ҡатын-ҡыҙ һәм ир-ат һаулығы” клиникаһы табибы, юғары категориялы гинеколог Рәүфә Йәнмырҙа ҡыҙы Йәнтилина март һаны биттәрендә шул турала һөйләйәсәк.




Теги: Һаулыҡ - ҙур байлыҡ




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook