Ҡыуау яман шеште ҡыуа

...Ҡыуау ҡайын һутының бар шифаһын үҙенә туплай. Унда калий, цинк, тимер, көмөш, полисахарид кеүек органдар эшмәкәрлегенә бик кәрәкле матдәләр бар. Ошондай тәбиғи дауа менән ҡулланмау үҙе гонаһ. Ҡайын ороһоноң ҡайнатмалары һәм төнәтмәләре яман шештең бөтә төрҙәренә лә ҡаршы ҡулланыла. Чаганан эшләнгән дауалар организмды витаминдар менән байытып, ауырыуға ҡаршы көрәшергә көс бирә, эсәктәрҙәге микрофлораны яйлай. Шуға уны хирургик операциялар алдынан курс менән эсеп алыу ҙа яҡшы. Ундағы ҡуҙғалаҡ, ҡырмыҫҡа, һеркә кислоталары, полисахаридтар, ҡаты күҙәнәклектәр, ыҫмала ауыртыныуҙарҙы баҫа, аппетитты аса. Бигерәк тә ул яуыз сир башланып торғанда метастазаларҙы туҡтатырға булышлыҡ итеүе менән ҡиммәтле...

...Һаңғырау бәшмәк составындағы эргостерин тире һәм ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарынан, веналарҙа ҡан йөрөшө тотҡарланғанда шифа. Шулай уҡ ул ҡалҡан биҙҙәре сирҙәрен, миоманы, дисбактериозды, гепатит һәм бөйөрҙө дауалағанда ла яҡшы һөҙөмтә бирә. Уны организмдан хлор һәм фтор берләшмәләрен сығарыу өсөн дә файҙаланалар. Тромбофлебит ҡутырҙарына бәшмәктең йәш итен дә, саңын да һалып бәйләйҙәр...
Күреүегеҙсә, күп осраҡта эшкә лә һаналмаған ябай ғына бәшмәктәрҙән дә бик күп файҙа күрергә була. Хазина – аяҡ аҫтында, һаулығыбыҙ – үҙебеҙҙең ҡулда!
Гөлнара БУРАНҠАЕВА.
Материалдың тулы вариантын журналдың 10-сы (2018) һанында уҡығыҙ.
Теги: Һаулыҡ - ҙур байлыҡ