Ҡатын-ҡыҙҙың ХХI быуат сире
Эндометриоз тигән ҡатмарлы сирҙе бөгөн әүҙем, йәш ҡатындарҙың ХХI быуат сырхауы тип йөрөтәләр. Гинекологик ауырыуҙар араһында, ялҡынһыныуҙарҙан һәм аналыҡ миомаһынан ҡала, өсөнсө урында «торған», түлһеҙлеккә килтергән был ауырыу нимәнән ғибәрәт, унан нисек һаҡланырға, билдәләре, эҙемтәләре ниндәй? Даими авторыбыҙ, журналыбыҙҙың былтырғы лауреаты, юғары категориялы табип-гинеколог Рәүфә Йәнмырҙа ҡыҙы ЙӘНТИЛИНА шул турала һөйләй.
Уның менән кемдәр сирләй?
Эндометриоз аналыҡтың лайлалы тышсаһы күҙәнәктәренең «туҙынып», «тейешле булмаған» урындарға күсеүенән ғибәрәт. Улар енси ағзаларҙа – көпшәлә, күкәйлектәрҙә, еңсәлә генә түгел, эсәктәрҙә, ҡорһаҡ стенкаһында, һейҙек ҡыуышлығының лайлалы тышсаһында, хатта үпкәлә, бөйөрҙә, башҡа ағзаларҙа ла «тамыр йәйергә» мөмкин.
Был сирҙән башлыса бала табыу йәшендәге ҡатындар – 45 йәшкә тиклемгеләрҙең өстән бер өлөшө яфалана. Көсөргәнешле тормош, йыш ҡына ирҙәр тартаһы йөктө йөкмәү, «карьера яһайым, аяҡҡа баҫам» тип, әсә булыуҙы кисектереү, йәғни ҡатын-ҡыҙ тәбиғәтен баҫыу һаулыҡта ана ошо рәүешле сағыла ла инде. Ауырыу шулай уҡ күрем циклы тотороҡланыу ваҡытында үҫмер ҡыҙҙарҙың 10 процентында, ырыуҙан ҡалған – климакс осорондағы ҡатындарҙың 2-5 процентында күҙәтелә.
Күҙәнәктәр ниңә «туҙғый»?
Сирҙе тыуҙырған сәбәптәрҙе һанап китәм:
*гендарҙың боҙолоуы
*гормональ үҙгәрештәр
*иммунитет ҡаҡшауы
*нәҫелдән әүәҫлек
*гинекология ауырыуҙары
*аналыҡ эргәһендә урынлашҡан ағзаларҙағы сирҙәр
*тәүге баланы һуң табыу
*мускулдарҙың бушаҡлығы
*ҡалҡан биҙе ауырыуҙары
*хәмер эсеү һәм тәмәке тартыу кеүек алама ғәҙәттәр
*насар экология
* аналыҡ төҙөлөшөндәге кәмселектәр.
Эндометриоз билдәләре
Сирҙең төрлөсә сағылыуы йыш ҡына диагноз ҡуйыуҙы ҡатмарлаштыра. Тәүге мәлдә ауырыу бер нисек тә беленмәҫкә мөмкин һәм даими тикшерелеп тороу ғына уны асыҡларға ярҙам итә.
Әммә эндометриоз үҫешеүен дөп-дөрөҫ итеп күрһәтеүсе билдәләр ҙә бар.
*Оса һөйәге буйлатып эс, бил ауыртыуы – шуларҙың береһе. Ауыртыу бер урында ғына булырға ла, бөтә янбаш, эс буйлап таралырға ла, һис туҡтамай үҙен белдереп торорға ла мөмкин. Йыш ҡына һыҙланыуҙы эндометриоз үҫешкән ағзаларҙағы ялҡынһыныу уята.
*Ауырыуҙарҙың 40-60 проценты күрем килгәндә һыҙланыуға зарлана. Бигерәк тә күремдең тәүге өс көнөн улар ауыр кисерә.
*Оҙайлы күрем.
*Күрем ваҡытында күп ҡан юғалтыу. Был аҙ ҡанлылыҡҡа килтерә. Хәлһеҙлек, йоҡомһорау, баш әйләнеү, тиренең ағарып йәки һарғайыбыраҡ тороуы – аҙ ҡанлылыҡ эҙемтәләре.
*Яҡынлыҡ мәлендә ауыртыныу. Эндометриоз еңсәлә, умыртҡалыҡтың һигеҙкүҙ һөйәге (крестец) менән аналыҡ һеңерендә, аналыҡ менән тура эсәк араһында булғанда айырыуса көслө ауыртыу тойола.
*Оло ярау ваҡытында һәм кесе йомошто үтәгәндә һыҙланыу.
*Сиргә дусарҙарҙың 25-40 проценты түлһеҙлектән интегә. Эндометриоз диагнозы менән ауырға ҡалыу мөмкин түгел, тип әйтмәйбеҙ, ләкин әсә булыу, сәләмәт бәпес табыу мөмкинлеген сир ҡырҡа кәметә. Шуға күрә, ул ауырыу булыуға ҡарамаҫтан, балаға уҙғандар йөклөлөк дауамында табип күҙәтеүе аҫтында торорға тейеш.
Яҡшылап дауаланған ҡатындарҙың күбеһе әсәлек бәхете кисерә. Һауыҡҡас, ауырға ҡалыуҙы һуҙырға ярамай: сирҙең яңынан ҡайтыуы бар. Йөклөлөк осоронда, бала имеҙгәндә эндометриоз билдәләре ныҡ кәмей, йә бөтөнләй юғала. Ләкин имсәк ташлатҡандан һуң яңынан ҡалҡып сығыуы мөмкин, шуға күрә табипта даими тикшерелеп торорға кәрәк.
Өҙлөгөүҙәр
Эндометриоз ваҡытында ҡан һауыу йәки йөй ҡалыу арҡаһында кесе оса һәм ҡорһаҡ ҡыуышлығы ағзаларында туҡымаларҙың бер-береһенә йәбешеп үҫеүе ҡатмарлы өҙлөгөүҙәрҙең береһе һанала. Аналыҡ тышсаһы күҙәнәктәре эләгеүҙән түллек биҙҙәрендә киста барлыҡҡа килеү ҙә етди дауаланыу талап итә. Өҙлөгөүҙәрҙең икеһе лә түлһеҙлеккә килтереүе ихтимал.
Нервы үҙәктәренең ҡыҫылыуы даими һыҙланыуҙарға, неврологик тайпылыштарға сәбәпсе булыуы мөмкин.
Үҙгәргән туҡымаларҙың яман шешкә әйләнеүе бигерәк тә ҡурҡыныс.
Сир нисек асыҡлана?
Бөгөн эндометриозды асыҡлау алымдары бик күп: бер нисә төрлө гинекологик тикшеренеүҙәр, колькоскопия, ультратауыш ярҙамында тикшереү, компьютер томографияһы йәки магнит резонансы, гистеросальпинография, гистероскопия, кесе инвазив хирургия – лапороскопия, ҡан анализдары. Улар бөтәһе лә киң мәғлүмәт биреп, диагнозды аныҡларға, дөрөҫ дауа билдәләргә ярҙам итә.
Дауалау алымдары
Дарыуҙар менән дауалау, хирургик юл, ҡатнаш ысул – дауалау алымын һайлағанда ауырыуҙың йәше, нисә тапҡыр ауырға ҡалыуы, күпме бала табыуы, артабан бәпес табырға теләүе-теләмәүе, сирҙең ни кимәлдә таралыуы, бүтән ауырыуҙар булыу-булмауы иҫәпкә алына. Дарыуҙар менән дауалағанда гормондарға өҫтөнлөк бирелә. Операция яһарға тура килһә, гинекологик хирургияның ағзаларҙы һаҡлаусы, бала табыу һәләтен тергеҙеүсе алымдары киң ҡулланыла.
«Инде ҡотолдом» тигәндә, сир яңынан барлыҡҡа килгән осраҡтар ҙа күп – ауырыуҙарҙың яҡынса 15-40 процентында эндометриоз ҡайтанан «баш күтәрә», уларға тағы ла операцияға ятырға тура килә.
Эндометриоз – үтә ауыр сир. Шуға күрә уның тәүге билдәләрен һиҙеү менән табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Үтер әле, тип көтөү, үҙ белдегең менән дауаланыу ауырыуҙың көсәйеүенә килтерәсәк: күрем килгән һайын эндометриоз солғаған урындар артасаҡ, яңы кисталар, йөйҙәр барлыҡҡа киләсәк. Ә иртә асыҡлау һәм ныҡышмалы рәүештә дауаланыу унан бөтөнләй ҡотолорға ярҙам итә. Ауыртыныуҙар булмауы, тигеҙ кәйеф, дауаланыу курсы үткәндән һуң сирҙең биш йыл дауамында «ҡайтмауы» тулыһынса һауығыуға ныҡлы дәлил булып тора.
Ауырымайым, тиһәң
Күрем циклы ҡыҫҡарған, матдәләр алмашыныуы боҙолған, ауырлығы артыҡ, иммунитеты түбән булған, әсәһе йәки апай-һеңлеләре был сирҙән интеккән ҡатындарға һаулыҡтарына айырыуса иғтибарлы булырға кәңәш итәм. Ауырыуҙы иң яҡшы дауалау – уны булдырмау, тиҙәр бит, эндометриоз хаҡында һүҙ барғанда был һүҙҙәр бигерәк тә әһәмиәтле.
Ләкин уға тарығанһығыҙ икән, төшөнкөлөккә бирелергә түгел, сөнки бөгөн беҙ, табиптар, заманса алымдар ярҙамында уны уңышлы дауалап, бәпес һөйөү шатлығын татырға ярҙам итеү мөмкинлегенә эйәбеҙ. Диагноз раҫланған ҡатын-ҡыҙҙарға махсус диета тотоу һәм дөрөҫ йәшәү рәүеше алып барыу, стрестан һаҡланыу зарур. Табындағы аш сифатлы булһын, яртыһы йәшелсә һәм емештән торһон, ҡәһүәнән, газлы эсемлектәрҙән, тәмде көсәйтеүсе ҡушымталар һәм буяуҙар һалынған ризыҡтарҙан, ғөмүмән, зыянлы тәғәмдәрҙән баш тартығыҙ, спорт менән шөғөлләнегеҙ – сир менән көрәшеү күпкә еңелерәк булыр.
Альмира Кирәева яҙып алды.
Эндометриозды булдырмау өсөн Рәүфә ЙӘНТИЛИНАНАН биш кәңәш:
*Ярты йылға бер, һис юғында йылына бер тапҡыр гинекологҡа күренеп тороғоҙ.
*Гинекологик сирҙәрҙе ваҡытында һәм тулыһынса дауалағыҙ. Сөнки дауаланмаған ауырыуҙар башҡа рәүеш ала, яңылары барлыҡҡа килеүгә сәбәпсе була.
*Аналыҡ тышсаһы күҙәнәктәре эләккән ҡан ҡуйырығы бүтән туҡымаларға күсмәһен өсөн күрем ваҡытында яҡынлыҡтан тыйылығыҙ.
*Артыҡ ауырлыҡтан ҡотолоғоҙ, физик күнекмәләр яһауҙы ҡағиҙәгә әйләндерегеҙ.
*Үҙегеҙгә килешкән гормональ контрацепцияны һайлағыҙ. Гормондар – етди препараттар, уларҙы тик табип тәҡдиме менән генә эсегеҙ.
Теги: Һаулыҡ - ҙур байлыҡ Рәүфә Йәнтилина