Кәйефебеҙҙең бер сере
Борон ир-ат ҡатын-ҡыҙҙың кәйефендәге киҫкен үҙгәрештәрҙе йә Ай йоғонтоһо, йә уның иблес затынан булыуы менән аңлатҡан. Ысынлап та, ай дауамында уның фәрештәләй наҙлы, иблестәй яһил төҫ алған саҡтары күп. Ғәмәлдә иһә, бында бер мистика юҡ, бары тик күрем циклы сәбәпсе.
Ай буйына уның организмында бик ҡыҙыҡ үҙгәрештәр бара, йөклөлөккә әҙерләүсе генә түгел, матдәләр алмашыныуын көйләүсе, эшкә һәләтлелегенә йоғонто яһаусы гормондар бүленеп сыға. Үҙеңдең кәйефеңде көйләү өсөн был үҙенсәлектәрҙе мотлаҡ иҫәптә тоторға кәрәк. Күрем циклы беренсе өлөштән, овуляция мәленән (түллек биҙенән өлгөргән түл күҙәнәктәренең аталаныу өсөн сығыуы) һәм икенсе өлөштән тора.
«Айлыҡтың» ниндәй көндәрендә үҙебеҙҙе нисек тойоуыбыҙ хаҡында һөйләшеп алайыҡ әле.
Күрем циклының 1 – 3-сө көндәре
Күрем килер алдынан ҡатын-ҡыҙ тәне өс аҙна дауамында ауырға ҡалыу ихтималлығына әҙерләнә, йәғни түл йыя. Был ваҡытта организмда прогестерон гормоны әүҙем эшләнеп сыға. Түл күҙәнәктәре аталанмаған икән, прогестерон кәмей. Уның урынына простагландин тигән матдә бүленеп, күрем башланыуын тиҙләтә.
Күрем көндәрендә эстең аҫты ауыртып тора. Простагландин ҡан тамырын тарайтҡанлыҡтан, баш ауыртыуы мөмкин. Ошо мәлдә уның йоғонтоһон көсәйтеүсе ит һурпаһын, шоколад, ҡәһүә һәм сәйҙе онотоп торорға кәрәк. Был матдә аш һеңдереүҙе боҙоуы ихтимал, шуға күрә махсус диета һәм активлаштырылған күмер файҙалы.
4 – 6-сы көндәр
Ҡан ҡатыш бүлендек килеүе яйлап туҡтай, простагландин кимәле әле юғары, әммә ҡатын-ҡыҙҙың уңайһыҙлыҡ кисереүе кәмей. Кәйефе лә әкренләп яҡшыра бара.
7 – 10-сы көндәр
Был ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙың физик торошо һәм хис-тойғолары иң юғары кимәлдә. Ауырға ҡалыуҙан һаҡланмайынса енси тормош менән йәшәү өсөн хәүефһеҙ осор. Шулай уҡ гинекологҡа күренеү өсөн яҡшы көндәр. Ҡан юғалтыуҙан һуң гемоглобинды күтәреү маҡсатында тимергә бай һыйыр ите, ҡарабойҙай, алма ашарға кәрәк.
12 – 15-се көндәр
Ҡатын-ҡыҙҙы ҡайнар дәртле итеүсе андрогендар кимәле арта. Хәтере үткерләнә, стресҡа ҡаршы тороусанлығы, сыҙамлылығы арта. Балаға ҡалыу өсөн иң яҡшы ваҡыт.
16 – 28-се көндәр
Күп ҡатын-ҡыҙ ошо осорҙа артыҡ тирләүҙән, эс ҡабарыуҙан, түштәр шешеп тороуҙан, аяҡ-ҡул шешенеүҙән интегә. Ҡайһы берәүҙәрҙең ауырлығы арта (яҡынса 1,5 кг-ға), бил тирәһе һыҙлай, бер аҙ уҡшыта. Кәйеф тә йыш үҙгәреүсән. Был көндәрҙә ҡәһүә менән ҡара сәйҙе үлән сәйҙәре менән алмаштырыу, әсе, майлы, ҡыҙҙырылған аҙыҡтан баш тартыу кәңәш ителә.
Күреме башланырға торған ҡатынды һис яңылышмай билдәләргә була. Уны тигеҙлектән сығарыу тиҙ, ярһып китергә тора. Күрем башланыуы шуны аңлата: сабый булып яралырға тейеш түл күҙәнәге һәләк булған. Һеҙҙең әле бәпес теләү-теләмәүегеҙ мөһим түгел, асылығыҙға буйһоноп, әсә булырға ынтылыуығыҙ барыбер өҫтөнлөк итә.
Аҡыллы тәбиғәт гүзәл зат хаҡында ҙур хәстәрлек күргән: уға еңелерәк булһын өсөн, күрем һәм ай циклдарын тигеҙләгән. Күктә яңы ай тыуғанда түллек биҙҙәренән өлгөргән күҙәнәктәр сыға, йәғни овуляция бара. Ә ай тулғанда күрем башлана. Ай һәм күрем циклдарының ярашыуы ҡатын-ҡыҙға ғүмер буйы хистәр тигеҙлегендә йәшәү мөмкинлеге биргән. Хәҙер иһә күптәрҙә улар тап килмәй. Әлбиттә, был кәйефтә лә ныҡ сағыла.
Тәбиғәтебеҙ асылын ҡабул итһәгеҙ, кәйеф үҙгәрештәре өсөн ғәйепле тойорға кәрәкмәгәнлегенә төшөнөрһөгөҙ. Тап шуның өсөн «айлыҡ» көндәлеген алып барыу мөһим. Унда һәр көн үҙегеҙҙе нисек тойоуығыҙҙы (илһамлыһығыҙмы, әллә киреһенсә, күңелегеҙ төшөнкөмө, тау аҡтарыр ғәйрәт һиҙәһегеҙме, әллә ҡыйралғанһығыҙмы) яҙығыҙ. Ошо уҡ календарҙа күрем циклын һәм ай көндәрен дә теркәгеҙ. Бер аҙҙан һеҙ ниндәй ваҡытта көсөгөҙ ташып тороуын, ниндәй иртәлә кәйефһеҙ уянасағығыҙҙы алдан билдәләргә өйрәнерһегеҙ.

Рәүфә ЙӘНТИЛИНА,
Республика перинаталь үҙәгенең бүлек мөдире.

Теги: Ҡатын-ҡыҙ Рәүфә Йәнтилина