Көтмәгәндә йыға торған сир

Көтмәгәндә йыға торған сир«Шул ваҡыт ҡапыл ғына башыма ҡан һауғандай булды», – тип һүҙмә-һүҙ кисерештәрен тасуирлай ҡан баҫымы киҫкен күтәрелеп, инсульттан йығылған апай. Бәхетенә күрә, иренең шунда уҡ «Ашығыс ярҙам» саҡыртып, дауаханаға алып китеүе уны әжәл тырнағынан ҡотҡарып ҡала... Илебеҙҙәге һәр өсөнсө үлемгә инсульт сәбәпсе. Уны үткәргән кешеләрҙең яртыһы тиерлек йыл дауамында вафат була, күптәр бер ҡасан да элекке тормошона әйләнеп ҡайта алмай. Инсульттың бик ауыр сир икәнен аңлап, уның билдәләрен белеү һаулығығыҙға иғтибарлы булырға өндәр, тигән уйҙабыҙ.

Инсульт – мейелә ҡан әйләнешенең киҫкен боҙолоуы. Ул баш мейеһе артерияларында ҡан ағымының әкренәйеүенән йәки тулыһынса туҡталыуынан, йә мейегә ҡан һауыуҙан ғибәрәт.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, киҫкен инсультҡа дусар ауырыуҙарҙың 40 процентҡа яҡыны табипты бер тәүлек, хатта бер нисә көн үткәс кенә саҡырта. Ул арала мейенең зыян күргән өлөшө арта, ауырыуҙың хәле сәғәтләп түгел, минутлап насарая. Был осраҡта ваҡытты һуҙыу туранан-тура мәғәнәлә үлемгә тиң.
Иң мөһиме – ауырыуҙы тәүге 3 – 6 сәғәт эсендә заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, махсуслаштырылған дауаханаға илтеп өлгөрөү. Унда компьютер йәки магнит-резонанс томографияһында тикшереү мөмкинлеге булырға тейеш. Мейелә ҡан ағымын яйға һалыусы дауа алмағанда мейе күҙәнәктәре үтә тиҙ зарарлана йәки үлә. Был иһә инвалидлыҡҡа йәки үлемгә килтерә.

Инсульттың ишемик һәм геморрагик төрө бар, уларҙың билдәләре лә айырыла. Инсультҡа тарыусыларҙың 80 – 90 процентында уның ишемик төрө, икенсе һүҙ менән әйткәндә, мейе инфаркты асыҡлана. Ул нисек барлыҡҡа килә? Ойошҡан холестерин төйөрө артерияны ҡаплау арҡаһында мейегә ҡан килеүе ҡырҡа кәмей йә бөтөнләй туҡтай һәм шул сәбәпле мейенең бер өлөшө кислород, туҡлыҡлы матдәләр алмай башлай. Төйөр кеше организмының теләһә ниндәй ағзаһында барлыҡҡа килеүе һәм мейене туҡландырыусы берәй ҡан тамырын ҡаплағансы шулай «йөрөүе» ихтимал. Ишемия инсульты билдәләре аҡрынлап көсәйә. Баш әйләнә, ауырта, кәүҙәнең бер яғын хәлһеҙлек солғай, күҙ алды ҡараңғылана, телмәр боҙола, аяҡ-ҡул ойой, көҙән йыйыра, зиһен томалана, уҡшыта, ҡоҫтора.

Геморрагик инсульт булғанда ҡапыл тамыр шартлау йәки уның стенкаһы зарарланыу арҡаһында ҡан мейе туҡымаһына эләгә, халыҡ теле менән әйткәндә, башҡа ҡан һауа. Ауырыу, ғәҙәттә, көн аҙағына баш ауыртыуға, уҡшытыуға зарлана. Шунан бөтә әйберҙәр ҡыҙғылт төҫтә күренә башлай. Артабан уның хәрәкәт итеүе боҙола, һөйләшеүе ауырлаша. Ҡапыл ҡан баҫымы һәм температура күтәрелеүе, маңлайына тир бәреп сығыуы, ҡоҫоуы, ныҡ итеп һеләгәй бүленеп сығыуы мөмкин. Кеше үҙен еңелсә шаңҡығандай тоя. Кинәт аңын юғалтыуы, бер яғын фалиж һуғыуы, сәләмәт аяҡ-ҡулының тартышыуы бар.
Көтмәгәндә йыға торған сир
Инсульттың һәр төрөнә лә баш мейеһендәге, ғөмүмән, бөтә тәндәге ҡан тамырҙарының насар торошо сәбәпсе. Әйтеп үтеүебеҙсә, уға тамырҙа барлыҡҡа килгән холестерин, кальций, май төйөрҙәренең ҡан ағышын ҡаплауы йәки хәлһеҙ тамырҙың шартлап, башҡа ҡан һауыуы килтерә. Артыҡ ауырлыҡ, тәмәке тартыу, иҫерткес эсемлектәр менән мауығыу, аҙ хәрәкәт итеү, көсөргәнештә йәшәү инсульт ҡурҡынысын арттыра. Быларға юғары ҡан баҫымы, ҡанда холестерин күплеге, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре, йөрәк инфарктын кисереү, шәкәр диабеты ла өҫтәлә икән, ул хәүеф бермә-бер көсәйә.

Донъяның алға киткән илдәрендә һуңғы бер нисә тиҫтә йылда инсульттан үлеү 30 проценттан ашыуға кәмене. Был сәләмәт йәшәү рәүеше модаға инеү, инсульт ҡурҡынысын тыуҙырған сәбәптәрҙе ваҡытында бөтөрөү, ҡан баҫымын көйләү, баш мейеһе ҡан тамырҙарында атеросклероз үҫешен булдырмау хаҡында хәстәрлек күреү менән аңлатыла. Инсультты дауалауға ҡарағанда иҫкәртеү йөҙ мәртәбә еңелерәк икәнен иҫтә тотоп, һаулығығыҙҙы ҡайғыртһағыҙсы.
Гүзәл БУЛАТОВА,
табип-невролог.




Теги: Инсульт




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook