Буйға ҡалыу бәхет булһын!
Бала табыу йәшендәге һәр ҡатын-ҡыҙ алдында: «Теләмәгән йөклөлөктән нисек һаҡланырға?» – тигән һорау тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр ауырға ҡалыуҙан һаҡланыуҙың заманса алымдары тураһында тейешенсә хәбәрҙар түгел. Даими авторыбыҙ, юғары категориялы акушер-гинеколог Рәүфә Ямырҙа ҡыҙы Йәнтилина менән әңгәмәбеҙ уларға шул мәғлүмәтте еткереү маҡсатында ҡоролдо ла инде.
... – Иң һөҙөмтәле һаҡланыу ысулдарының береһе тип гормональ контрацепция һанала. Гормональ препараттар организмды бәләкәй миҡдарҙа ҡатын-ҡыҙ енси гормондарының синтетик аналогы менән тәьмин итә.
Гормональ контрацептивтарҙың дүрт төрө бар: таблетка рәүешендәге ҡатнаш (эстроген һәм прогестерондан торған) контрацептивтар, «мини-пили» тигәндәре, аналыҡ еңсәһенә ҡуйыла торған ҡулса, оҙайлы йоғонтоло импланттар һәм инъекциялар.
– Уларҙың өҫтөнлөктәре һәм етешһеҙлектәре хаҡында һөйләһәгеҙ ине.
– Таблеткаларҙың өҫтөнлөгө шунда: уларҙы эсергә генә кәрәк. Даими ҡабул итеү талабы иһә етешһеҙлеккә ҡарайҙыр. Сөнки бер тапҡыр онотоу ҙа уның ышаныслылығын кәметә.
Таблетканы ваҡытында ҡулланырға онотоусылар ҡатын-ҡыҙ енси гормондары булған еңсә ҡулсаһын ҡуллана ала. Ҡулсаны гинеколог ярҙамынан башҡа, үҙ аллы ла индерергә мөмкин. Ул өс аҙнаға ҡуйыла. Яңы быуын препараты шуныһы менән һәйбәт: ҡанға гормондар ашҡаҙан-эсәк юлынан түгел, еңсәнең лайлалы тышсаһы аша һеңә.
Күрем циклы боҙолған йәки тәмәке тартҡан 35 йәштән өлкән ҡатындарға ҡатнаш контрацептив таблеткалар һәм ҡулса зыянлы. Шулай уҡ улар һимеҙлектән, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан, шәкәр сиренән, юғары ҡан баҫымынан, бауыр һәм ашҡаҙан аҫты биҙе сирҙәренән яфаланғанда, веналарҙа, артерияларҙа ҡан төйөрҙәре булғанда, варикоздан интеккәндә тәҡдим ителмәй.
Таблеткалар һәм ҡулса күрем циклын яйға һала, ауыртыныуҙы баҫа, ялҡынһыныуға, шешкә ҡаршы йоғонто яһай, аналыҡтан ситтәге йөклөлөк ҡурҡынысын кәметә. Ләкин ҡайһы берәүҙәрҙең уларҙы ҡулланыуҙан башы ауыртыуы, уҡшыуы, кәйефе үҙгәреүе ихтимал.
«Мини-пили» препараттарын тәмәке тартҡан 35 йәштән өлкән ҡатындарға, һаулыҡ торошон ныҡ иҫәпкә алып, бәпес имеҙгән әсәләргә, матдәләр алмашыныуы боҙолғандарға йәки тромбофлебиттан яфаланғандарға тәғәйенләргә мөмкин. Ҡатнаш препараттарҙан айырмалы рәүештә, уларҙа синтетик гормондарҙың береһе – прогестерон ғына бар. Уларҙы көн һайын билдәле бер ваҡытта эсергә кәрәк.
– Импланттар һәм мускулға яһай торған инъекцияларҙың үҙенсәлеге нимәлә?
– Улар эстроген ярамаған ҡатындарға, бигерәк тә бала имеҙгән әсәләргә тәғәйенләнә. Имплант – прогестерон һалынған силикон капсула тире аҫтына тегелә һәм был гормон организмға бик бәләкәй миҡдарҙа бүленеп тора. Имплантты күрем циклы башында йәки бәпес табып 1,5 – 2 ай үткәндән һуң ҡуялар. Инъекцияны иһә ике йәки өс айға бер тапҡыр яһайҙар. Эндометриоз һәм аналыҡтан ҡан ағыуҙар күҙәтелгәндә, был алымдар өҫтәмә дауалау сифатына эйә. Имплант менән инъекцияның уңайһыҙ яғы ла бар: күрем циклы дауамында ҡан ҡатыш аҙ ғына бүлендек килеүе мөмкин.
– Аналыҡ эсенә ҡуйылыусы спиралдәр хаҡында ла һөйләп үтһәгеҙсе.
– Заманса был саралар бер генә ир менән түшәк бүлгән ҡатындарға тәҡдим ителә. Спиралдәрҙең ҡайһы береһендә баҡыр йәки көмөш ҡушылған – уларҙың дауалау һәм ялҡынһыныуҙарға ҡаршы һөҙөмтәһе лә бар.
Спираль ҡуйҙырыр алдынан гинекологҡа күренеп, тейешле анализдар бирергә кәрәк. Кесе оса ағзаларында ялҡынһыныу сирҙәре ваҡытында, бигерәк тә даими цистит булғанда, шеш барлыҡҡа килгәндә, аналыҡтан ҡан аҡҡанда спираль ҡуйырға ярамай. Ул, ҡағиҙә булараҡ, бала тапҡан ҡатындарға тәҡдим ителә.
– Һәр ҡатын-ҡыҙ теләмәгән йөклөлөктән һаҡланыуҙың ашығыс ысулы барлығын да белергә тейештер...
– Ашығыс контрацепция енси яҡынлыҡтан һуң ҡулланыла. Һәм был, ысынлап та, ауырға ҡалыуҙан һаҡлаусы ашығыс, ышаныслы алым. Ләкин ул препараттар дөйөм организм өсөн дә, репродуктив ағзалар өсөн дә ныҡ зыянлы. Уларҙы йылына ике тапҡырҙан күберәк файҙаланыу түллек биҙе эшмәкәрлеге насарайыуға килтерә. Был препараттар енси яҡынлыҡтан һуң 72 сәғәт дауамында һөҙөмтәле.
– Гормональ саралар һәм спираль килешмәгән ҡатындар өсөн буйға ҡалыуҙан һаҡлаусы бүтән ниндәй алымдар бар икән?
– Был осраҡта спермицидтар – спермотозоидтарҙы юҡ итеүсе химик матдәләр ҡушылған гель, шәм, таблеткалар йәки кремдар файҙаланырға була. Уларҙы енси яҡынлыҡҡа 10-15 минут алдан индерәләр. Әммә спермицидтарҙан һуң тәндең янып, ҡысытып тороуы, аллергия булыуы мөмкин. Өҫтөнлөгө – енси юл менән күсеүсе күп сирҙәрҙән һаҡлауҙа.
Ауырға ҡалыуҙан ғына түгел, енси юл менән күсеүсе ауырыуҙарҙан да һаҡлаусы иң ышаныслы алым – презерватив ҡулланыу.
Ә атай һәм әсәй булыу бәхетенә ирешеп, бүтән бала табырға ниәтләмәгән парҙар хирургик алымды һайлай ала. Ул ҡатын-ҡыҙҙарҙың аналыҡ торбаларын, ир-аттың орлоҡ каналдарын бәйләтеүҙән ғибәрәт.
Журнал уҡыусы гүзәл заттарға: «Ауырға ҡалыуҙан һаҡлаусы заманса саралар күп төрлө. Уларҙы әхирәтегеҙ кәңәше буйынса түгел, тәжрибәле табип ярҙамында һайлағыҙ!» – тип әйтер инем.

Альмира РАФИҠОВА
әңгәмәләште.
әңгәмәләште.
Теги: Ҡатын-ҡыҙ