БӘХЕТ МЕНӘН ТЫУҒАН ӘСӘЙЕМ

БӘХЕТ МЕНӘН ТЫУҒАН ӘСӘЙЕМ
...Әсәйем, Миңсрур Йәһүҙә ҡыҙы Байбулова, ғүмерен балалар уҡытыуға бағышланы. Свердловск педагогия институтының дефектология факультетын тамамлап, Сибай коррекцион интернат-мәктәбендә 1993 йылға тиклем эшләне. Профсоюз рәйесе булараҡ, төрлө ярыштарҙа, смотрҙарҙа ҡатнашып, гөрләп йәшәне.
Башҡорт мәктәбе асылыуы хаҡында ишеткәс, хыялын ғәмәлгә ашырып, үҙ иткән мөхиткә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып күсте. Шул йылдарҙа ең һыҙғанып эшләне ул. Уҡыусылар, ата-әсәләр менән төрлө фольклор байрамдары, ярыштар, осрашыуҙар үткәрә. Шиғыр яҙырға өйрәтә. Төрлө гәзиттәр, китаптар сығаралар. Әсәйемдең тапҡырлығына, ижади хыялына һоҡланып, байрамдарын фотоға төшөрөп, альбомдар, йылъяҙмалар әҙерләп ярҙам итә инек. Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының алдынғы башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып хаҡлы ялға сыҡты. Ейәндәр янында булайым, тип Өфөгә килде һәм ең һыҙғанып уҡытыусы-дефектолог эшен дауам итте. Конференцияларға, семинарҙарға ла өлгөрә ул... «Әсәй, ҡасан ял итәһең? Эшеңде туҡтат инде», – тигәнебеҙгә ул: «Эх, һуңыраҡ тыумағанмын! Бигерәк күңелле хәҙер эшләүе! Нимә кәрәк – Интернетта бар. Беҙҙең кеүек һүрәт төшөрөп, трафареттар эшләп интекмәйһең... Нисек өйҙә генә ултырайым?» – тип яуаплай. Яңыраҡ ҡына «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәге үткәргән шиғыр бәйгеһендә беренсе урын яуланы. Буш ваҡытында ойоҡ-бейәләй, дебет шәлдәр бәйләп, дуҫтарына исемдәрен шәлгә биҙәкләп яҙып бүләк итә. Ижад иткән шиғырҙары, дуҫтарына бағышлауҙары бихисап. Ейәндәренә хәстәрлекле өләсәй, туғандарына тоғро кәңәшсе булған изге йөрәкле әсәйем гөрләтеп донъя көтә. Иң ҙур һөйөнөсө– Рәсәй, Башҡортостан буйлап таралған уҡыусылары...
Әлмирә МӘҠСҮТОВА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 3-сө һанында уҡығыҙ.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook