«Ҡартлығым бәхетле – шуға һөйөнәм»

«Ҡартлығым бәхетле – шуға һөйөнәм»Нигеҙ һалырҙан алда буласаҡ күршеңде ҡара, тиҙәр. Мин, бура күтәрмәһәм дә, үҙемде бәләкәстән ҡурсалап үҫтергән күрше инәйҙәремдән уңдым. Мәктәпкә төшкәнсе, балалар баҡсаһына бармай ҡалғанда күрше әбейҙәр һәр саҡ үҙҙәре янына алып ҡалыр ине. Араларында буталып, улар ыңғайына емеш-еләккә йөрөп, әкиәттәр, риүәйәттәр, тормоштағы ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәл-ваҡиғалар хаҡында тыңлап, әсәйемдәр ҡайтҡансы ваҡытты үткәрәм. Бала сағым шулай матур хәтирәләр менән үтте. Бөгөн шул әбейҙәремдең береһе, лайыҡлы, матур ғүмер юлы үткән, революциянан һуңғы күп ҡыйынлыҡтарҙы үҙ елкәһендә татыған, Бөйөк Ватан һуғышы йылдары ауырлыҡтарын да күргән Герой әсә, элекке күршем Мәүлиҙә Хәйбулла ҡыҙы Зәйнуллинаның иҫтәлектәре менән уртаҡлашҡым килә.

«Мин 1927 йылдың 10 февралендә Ғафури районы Юлыҡ ауылында тыуғанмын. Атайымдың ике ҡатыны бар ине: әсәйем Кәримә һәм Аҡташ ауылынан килен булып төшкән Хәйерниса апайым. Илдә буталыштар башланып, ике ҡатын менән йәшәү тыйылғас, Хәйерниса апайым Аҡташҡа ҡайтып китте. Атайыма кулак мөһөрө баҫып, өс тапҡыр төрмәгә ултырттылар. Һуңғыһынан ҡотолғас, ауылға ҡайтып тормай, беҙҙе һәм әсәйемде үҙе янына алып китергә бер танышын ебәрҙе. Ауылда берәй сәбәп менән тағы ла ултыртырҙар, тип ҡурҡҡандыр инде. Шулай итеп, әсәйем беҙҙе, өс балаһын, санала һөйрәп, теге кешегә эйәреп, атайым янына киттек.
Өфө ситендә йәшәнек, атайым менән әсәйем эшләй башланы. Әммә, бәлә аяҡ аҫтында бит, инде донъябыҙ түңәрәкләнде, тип шатланышып ҡына йөрөгән сағыбыҙҙа ҡапыл әсәйем ауырып китте. Дауаханала оҙаҡ та ятмай вафат булды. Өфөгә яҡын урынлашҡан Һарыһаҙ ауылы зыяратына, «сит кеше мәйете керһә, иген уңмай», тигән һылтау менән әсәйемдең мәйетен күмдермәнеләр, шул ауылға яҡын бер урман ситенә ерләнек.

Тол ҡалған атайым Хәйерниса апайымды кире ҡайтып алды. Тик Өфөлә оҙаҡ торманыҡ, кире ауылға күсендек. Юлда ял итергә тип таныштарында туҡтағанда, атайым мине ҡалдырып китеп ҡуймаһын, тип ҡурҡып, төндәрен кешелә йоҡламай ята инем. Ауылға күсенһәк тә, атайымдың ҡалала эше тиҙ генә бөтмәгәндер инде, мине Һабай ауылындағы Раҡыя исемле апайымдарҙа йәшәргә ҡалдырып торҙолар. Һуңынан, атай элекке ат һарайы урынына йорт һалғас ҡына, кире ғаиләмә ҡайттым. Аслыҡ йылдарында мине ҡатыны менән генә йәшәгән, үҙ балалары булмаған Ниғмәтулла исемле кешеләргә аҫрау итеп бирҙеләр. Уларҙа оҙаҡ торманым, атайым кире алды, әммә «өйөбөҙҙөң йәменә әйләнгән ине бит», тип оҙаҡ ҡына мине кире алырѓа һорап йөрөнөләр, тик атайым ебәрмәне.

Күп тә үтмәй һуғыш башланды. Хәйерниса апайым: «Бер ҡалаҡ ондан, исмаһам, ике ҡалаҡ булыр», – тип мине үҙе менән колхоз эшенә эйәртеп йөрөтә башланы. Мәрүә апайымды Белоретҡа эшкә алып киттеләр. «Һыуыҡ, бейә­ләйҙе баш аҫтына һалып йоҡлайбыҙ», – тип хаттар яҙа ине. Хаты килгән һайын, апайымды йәлләп, өйҙә илашабыҙ.

Беҙҙең мунса урамыбыҙҙан ситтәрәк урынлашҡан ине. Хәйерниса апайым бер кис шунда мунса инергә ебәрҙе. Барып инһәм, ике апай йыуынып ултыра. Мине күргәс, тиҙ-тиҙ генә йыуындылар ҙа, икеһе ике яғымдан ҡултыҡлап, ауыл буйлап алды ла киттеләр. Яңыраҡ һуғыштан отпускыға ғына ҡайтҡан Шәфиғуллаларға индерҙеләр. Шунда ғына үҙемдең урланғанымды белдем. Артымдан илай-илай Бәйтулла менән Ғәзиз туғандарым килеп инде, ҡасып маташтыҡ, Ғәзиз менән мин ҡасам, Бәйтулла Шәфиғулланы тотоп маташа. Ҡасып булманы, шулай итеп, мин килен булып тороп ҡалдым. Был хәл 1943 йылдың 12 декабрендә булды. Ә биш көндән, йәғни 17 декабрҙә, Шәфиғулла кире һуғышҡа китеп барҙы, мин ҡәйнәм менән генә ҡалдым. Ул, һаулығы насар булыу сәбәпле, эшкә йөрөмәне, мин Ҡужина Зөһрә, Дәүләтбаева Сара исемле һалдаткалар менән колхоз эшендә булдым. Ат егеп ер һөрәбеҙ, бесән сабабыҙ. Эш менән көн үтә лә китә, әммә кис еттеме, үлтереп өйгә ҡайтҡы, туғандарым янында булғым килә. Күңелем тулышҡан саҡта тәгәрәп-тәгәрәп ятып илайым да, тик: «Әйҙә, кире ҡайт», – тип әйтеүсе генә юҡ ине шул. Етмәһә, эштә, «әбейгә кейәүгә сыҡҡан», тип шаярталар. Һуғыш бөткәс тә һалдатка булып ултырҙым әле, Шәфиғуллам 1947 йылда саҡ ҡайтып төштө.

Һуғыштан һуңғы йылдар ауыр булһа ла, тормош йомғағыбыҙ ыңғай яҡҡа тәгәрәне, арыштан бойҙай икмәгенә күстек, рәхәтләнеп сөгөлдөрөн эшләп, шәкәренә лә туйындыҡ. Хоҙайға шөкөр, ун ике балаға ғүмер биреп, әлеге көндә уларҙың ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәйем. Тик утыҙ йылға яҡын «Мағаш» колхозында механизатор булып эшләгән Шәфиғуллам ғына тормош рәхәтен, балалар хөрмәтен ныҡлап күрә алманы, 1990 йылда бауыр сиренән ҡапыл вафат булды.

2011 йылда, яугир ҡатыны булараҡ, торлаҡ сертификатына Красноусолдан фатир бирҙеләр. Йылы, яҡты, уңайлы. Айҙыҡын айында пенсияһын алып торабыҙ. Һуғыш ветерандары ғына түгел, уларҙың тол ҡалған ҡатындары хаҡында ла оло хәстәрлек күргәндәре өсөн республика, район етәкселәренә иртә-кисен рәхмәт уҡыйым, донъялар именлегенә доға ҡылам. Ауылдан китеп, район үҙәгендә нимә эшләрмен, көндәр буйы яңғыҙ ултырырмынмы, сит ергә нисек өйрәнермен, тип борсолғайным. Өйрәндем дә киттемсе. Көн дә балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем шылтыратып, хәлемде белешеп тора, үҙе лә ошонда йәшәгән Камила ҡыҙым – төп таянысым, терәгем. Килеп-китеп йөрөй, йортта ярҙамлаша. Ғүмер көҙөмдөң сыуаҡ, яҡты, ҡояшлы булғанына һөйөнөп бөтә алмайым, балаларым, ҡырҡҡа яҡын ейән-ейәнсәрем, бүлә-бүләсәрем: «Өләсәй!» – тип өҙөлөп тора. Ошонан ҙурыраҡ тағы ниндәй ҡыуаныс кәрәк кешегә!? Ҡартлығым бәхетле, шуға һөйөнәм», – тип яҙмышына рәхмәтле булып йәшәй Мәүлиҙә инәй.

Үҙ быуындарына төшкән һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп, тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, ғүмер көҙҙәрен матур әбей булып ҡаршылаған инәйҙәремдең йәшәү көсөнә һоҡ­ланып бөтә алмайым. Мәүлиҙә инәйемә лә, ауыр һынауҙар үтеп тапҡан бәхетенә кинәнеп, оҙон ғүмер итеүен теләйем.

Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.
Ғафури районы.



Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook