Йөрәген балаларға биреп

Йөрәген балаларға биреп
Үҙ эшенә йәне-тәне менән бирелгән кешеләр күп Дим биҫтәһендә. Минең һүҙем талантлы педагог, изге күңелле әсә, үҙ эшенең оҫтаһы, «Орион» ижад һарайының өлгөлө «Йондоҙҙар оҫтаханаһы» театраль өҫтәлмә белем биреү ойошмаһының фиҙакәр етәксеһе, «Йөрәгемде балаларға бирәм» ҡала һәм республика бәйгеһенең еңеүсеһе Айгөл Данис ҡыҙы Камалова хаҡында.

Тормошта иң ҙур ҡиммәт – кешеләргә яҡшылыҡ ҡылыуҙан, ярҙам итеүҙән йән көсө, илһам алып йәшәү. Ә балалар менән эшләүсегә был сифат бигерәк тә мөһим. Изгелек балала ышаныу көсө уята, уға ҡанат ҡуя һәм тормошта урынын табырға ярҙам итә. Тап ошо сифат Айгөл Данис ҡыҙына хас.
– Мин бәхетлемен, сөнки яратҡан эшем бар, таянысым ныҡлы: һәр башланғысымды ғаиләм һәм эшләгән коллективым күтәреп ала, ярҙам итә. Шәхси тормошом һәм эшемде айырым өлөштәргә бүлә алмайым, улар бергә уҡмашып бара, тиһәм дә ярай. Үҙем эшләп йөрөгән татыу коллективҡа һәм уның директоры Алһыу Әйүп ҡыҙына рәхмәтлемен, – ти педагог.

Көн дә репетициялар, тренингтар, уйындар, аралашыу, сығыш яһауҙар, конкурстар... Балаларҙың береһенең холҡон аңлау өсөн күпме шәхси эш, түҙемлек кәрәк! Тырышлыҡ бушҡа китмәй – коллективтың еңеүҙәре күп. Сочи, Абхазия, Санкт-Петербург, Ҡазан, Ҡырым, Өфө тамашасылары тәбрикләп, ҡайнар алҡыштарға күмде уларҙы. Еңеүҙәр алға әйҙәй, ләкин был эштә иң мөһим күрһәткес түгел, әлбиттә. Балалар үҙ-ара аралашырға, матур итеп фекер йөрөтөргә, уйлағанын ҡурҡмай әйтеп бирергә, һөйләргә, бөтә нәмәгә ижади ҡарарға өйрәнә. Һәр спектакль – тормошто өйрәнеү һәм үҙеңдең эске кисерештәреңде аңлау мәктәбе. Педагог уҡыусыларының сәхнәлә генә түгел, тормошта ла ижади шатлыҡ кисереүҙәренә өлгәшергә ынтыла. «Беҙ бөтәһенә лә оҡшарға тырышмайбыҙ, ә беҙҙе аңлауҙарына, бәләкәй генә асыштарыбыҙҙы күреүҙәренә өмөтләнәбеҙ», – ти уҡыусылары. Йәйге ялын да Айгөл Данис ҡыҙы йыл һайын уҡыусылары менән үткәрә. Инйәр йылғаһына күп көнлөк походтар, Атыш шарлауығына барып, унда һыу инеү, Шихан тауҙарына күтәрелеү, ата-әсәләр менән диңгеҙгә ял ойоштороу ғәҙәткә әйләнгән.

700-ләп бала үткән «Йондоҙҙар оҫтаханаһы» аша. Араларында актер һөнәрен һайлап, хәҙер республика һәм илебеҙ театрҙарында эшләгәндәр ҙә бар. Уҡыусыларының һөйөнөсөн дә, көйөнөсөн дә үҙ балаларыныҡылай яҡын ҡабул итә педагог. Һәр уҡыусыһы ҡәҙерле уға. Дәрестәр шул хәтлем ҡыҙыҡ үтә, үҫмерҙәр бөтөнләй онотолоп, тулыһынса асыла. Йыл һайын үткәрелгән шиғыр уҡыу бәйгеһендә йөҙләгән бала тик үҙҙәре һайлаған, үҙ күңелендә генә ниндәйҙер сағылыш тапҡан фәһемле шиғырҙарҙы йөкмәткеһенә инеп, күҙҙәрендә нур уйнатып һөйләгәндә, һоҡланмаған кеше юҡ. Хәҙерге интернет заманында балаларҙы телефондан айырып алыуы ауыр, ә былар... һүҙ ҡеүәһен белеп, аңлап һөйләй. Сабый күңеле – аҡ ҡағыҙ, ти боронғолар, тимәк, һүҙгә һөйөү тәрбиәләнә улар күңелендә.
Мәйсәрә Вәлиева.
Өфө ҡалаһы.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 9-сы (2018) һанында уҡығыҙ.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook