Улар яҡынайтҡан Еңеүҙе

Улар яҡынайтҡан Еңеүҙе
Тыуған ер, тыуған тупраҡ, тыуып үҫкән нигеҙ – һәр кеше өсөн иң ҡәҙерле, ҡабатланмаҫ алтын мираҫ. Ата-бабаларың, әсәй-өләсәйҙәрең ғүмер кисергән ошо нигеҙгә тоғролоҡ һаҡлау – изге һәм яуаплы бурыс. Беҙгә сабырлыҡ өлгөһө булып, данлы ла, һоҡланғыс та тормош юлы үткән, инде 90 йәшен тултырған Дәүләкән районы Дүртөйлө ауылы ағинәйе Әлифә Сәһәрйәр ҡыҙы Мәүлейәрова хаҡында яҙырға булдым. Уға ҡарата булған хөрмәтем, ихтирамым сикһеҙ.
Ул 1927 йылдың декабрь айында биш балалы ғаиләлә икенсе сабый булып донъяға килә. «Беҙ ас-яланғас булманыҡ, бала сағым зарланырлыҡ түгел ине. Дүртенсе класты тамамлаған йылда һуғыш башланып китте. Бөгөнгөләй хәтеремдә ул йылдар. 15-ләп бала өлкәндәр менән бер рәттән урып-йыйыу эштәрендә ҡатнаштыҡ. Апайҙар, әбейҙәр ҡуна ятып көлтә бәйләй, беҙҙе лә ҡайтармайҙар. Һалҡындар башланғас, ҡыуыш ҡороп, аҫтыбыҙға һалам түшәп йоҡлайбыҙ, ҡурмас ҡурып ашайбыҙ ҙа һыу эсәбеҙ...»

1942 йылда тракторға ултыра. Өҫтөндәге фуфайкаһы йәл, һабан таҙартҡанда бысрана ла ҡуя – кейем юҡ саҡ шул. Бер генә пар туфлийы бар. Ул йәй ишелеп бәрәңге уңа, өйҙә мәшәҡәт күп, әммә килеп, уны иген һуҡҡан комбайнға эшкә алып китәләр. Билен ҡайыш менән быуып, комбайнға тағылып таҙартып барған саҡта, яҙа баҫып, аяғы комбайн аҫтында ҡала ла имгәнә. Илай-илай хәле бөтә, ҡанды туҡтатып булмай, эргәһендәге ике ағай (икеһе лә сулаҡ), ҡыҙҙы йыуатҡан булып, кеҫәһенә тултырып көнбағыш һалалар ҙа өйгә ҡайтаралар. Аяғын өрлөккә аҫып бәйләп ҡуялар, ә ҡан туҡтамай аға ла аға... Икенсе көнө ат егеп дауаханаға алып бара инәһе, айҙан артыҡ ятһа ла, аяғы төҙәлмәй, баяғы туфлийын да кейә алмай. Ауылда эш күп, ҡаҙ һуйырға тип килеп алалар. Ике айға яҡын өйҙә ята, туғандарын ҡарай, хөкүмәткә кәрзин үрә, ҡапсыҡ-ҡапсыҡ йөн иләп тапшыра. Яйлап бесән сабырға йөрөй башлай.

Белорет тарафтарына, аҙаҡ Благоварға урман киҫергә лә ебәрәләр. Шул мәлдә атаһы Бәләбәй яҡтарында ҡорал келәтен һаҡлап ята. «Инәйемдәр ауылдан йәйәүләп уларға ашамлыҡ, бейәләй, ойоҡбаш ташыны, ҡайтышлай тоҙ алып ҡайтыр, уны һатып, әҙерәк аҡса йүнәтә инеләр. Бәхетебеҙгә, атайым имен-һау ҡайтты һуғыштан. Атайым да, инәйем дә дини яҡтан бик белемле ине, атайым Ҡөрьәнде яттан белә, ә инәйем ҡатын-ҡыҙҙарҙы өйрәтеп-уҡытып та йөрөнө», – тип ҡәҙерлеләрен иҫкә ала әбейем.

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа йөҙ баштан ашыу колхоз атын ҡарай, яҙын – сәсеүҙә, көҙөн – урып-йыйыу эшендә. 1953 йылда, ҡыҙы тыуғас, һыйыр һауырға төшә. Башта бик ауыр була, илай-илай тигәндәй өйрәнеп китә. Аҙаҡтан инде алдынғылыҡты бирмәй, тырышлығы ерҙә ятып ҡалмай. Ике тапҡыр район советына депутат итеп һайлайҙар, фотоһы почет таҡтаһынан төшмәй. Өфөгә генә түгел, Гаграға ла барып ял итеү бәхетенә эйә була. Аҡ яулыҡҡа ҡәҙерләп төрөлгән миҙалдарының, төрлө ярыштарҙа еңеүсе исемен яулаған маҡтау ҡағыҙҙарының иҫәбе-һаны юҡ. Әлбиттә, ғорурланырлыҡ!

«Ә инде ғүмеремдең иң яуаплы мәле – атай-әсәйемде ҡарауым», – ти Әлифә Сәһәрйәр ҡыҙы. Үкенескә ҡаршы, аталары ауыр сирҙән һуң баҡыйлыҡҡа иртә күсә. Ғүмер буйы балаҫ һуғып күҙҙәре һуҡырайған, етмәһә, ишетеү һәләтен дә юғалтҡан әсәһен оҙаҡ йылдар буйы ҡарап, уға хөрмәт күрһәтеп, ризалығын алып, һуңғы юлға тәрбиәләп оҙата. Иң ҡәҙерле кешеләрен әле һаман юҡһынып та, яратып та һөйләй ул. Әлеге көндә атай нигеҙенә тоғро ҡалып, уны ҡоротмай, киреһенсә, һис тә йәштәрҙән ҡалышмай, гөрләтеп донъя көтә Әлифә Сәһәрйәр ҡыҙы. Төҙөк, матур йорт-ҡаралтыһы әллә ҡайҙан нур сәсеп, балҡып тора. Мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап донъя көтә егәрле әбейебеҙ!

Ҡараңғылы-яҡтылы тороп, сәй эсеп, «Юлдаш» радиоһын ҡабыҙып, бар хәбәр-яңылыҡтарҙы белеп, моңло йырҙар тулҡынында көнөн башлап ебәрә ул, бошоноп, күңелһеҙләнеп ултырырға һис ваҡыты юҡ. Теремек, уңған, оло тормош юлы үткән, бар яҡтан да өлгө булырлыҡ, саҡматаш кеүек ныҡлы, сыҙам булған әбейебеҙ Әлифә Сәһәрйәр ҡыҙына балаларының (үҙе әйтмешләй, «йөрәкәстәренең») шатлығын, бәхетен күреп, тағы оҙон-оҙаҡ йылдар бергәләшеп, именлектә-һаулыҡта йәшәргә яҙһын, тибеҙ.
Светлана ХӘКИМОВА,
Башҡортостандың халыҡ артисткаһы.




Теги: Бөйөк Еңеүгә - 73 йыл




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook